Шайбалы хоккей буйынса Ҡытай йыйылма командаһы


Шайбалы хоккей буйынса Ҡытай йыйылма командаһы (рус. Сборная Китая по хоккею с шайбой,ҡыт. ғәҙәти 中国国家冰球队, ябайл. 中國國家冰球隊, пиньин: Zhōngguó Guójiā Bīngqiú Duì) шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһаусы Ҡытай командаһы. 1963 йылдан Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ағзаһы, Ҡытай хоккей федерацияһы тарафынан идара ителә.

Тарихы

Шайбалы хоккей буйынса Ҡытай йыйылма командаһы Азияла хоккей буйынса иң көслөләрҙең береһе булып тора. 1986 йылдан алып ул Ҡышҡы Азия уйындарында ҡатнаша һәм хоккей турнирында еңеү яулай. Дүрт йылдан һуң 1990 йылғы ҡышҡы Азия уйындарында ҡытайҙар үҙҙәренең уңышын ҡабатлай. 1996 йылда Азия уйындарында ҡытайҙар өсөнсө урынды ғына ала. Ҡытай йыйылма командаһы 1999 йылда ла өсөнсө урында була. 2003 йылғы Азия уйындарында аждаһалар йәнә өсөнсө позицияла. 2007 һәм 2011 йылда — 4-се урында.

Донъя чемпионаттарында Ҡытай йыйылма командаһы уңышлы сығыш яһай алмай: донъя чемпионатының юғары дивизионында улар бер тапҡыр ҙа ҡатнаша алмай.

Сығыштар һөҙөмтәләре

  • 1972 — 18-се урын (С дивизионында 5-се урын)
  • 1973 — 19-сы урын (С дивизионында 5-се урын)
  • 1974 — 20-се урын (С дивизионында 6-сы урын)
  • 1978 — 20-се урын (С дивизионында 4-се урын)
  • 1979 — 18-се урын (B дивизионы)
  • 1981 — 18-се урын (С дивизионында 2-се урын). B дивизионына күсәләр
  • 1982 — 15-се урын (В дивизионында 6-сы урын). C дивизионына күсәләр
  • 1983 — 19-сы урын (С дивизионында 3-сө урын)
  • 1985 — 19-сы урын (С дивизионында 3-сө урын)
  • 1986 — 18-се урын (С дивизионында 2-се урын). B дивизионына күсәләр
  • 1987 — 16-сы урын (В дивизионында 8-се урын). C дивизионына күсәләр
  • 1989 — 19-сы урын (С дивизионында 3-сө урын)
  • 1990 — 19-сы урын (С дивизионында 3-сө урын)
  • 1991 — 18-се урын (С дивизионында 2-се урын). B дивизионына күсәләр
  • 1992 — 19-сы урын (В дивизионында 7-се урын)
  • 1993 — 19-сы урын (В дивизионында 7-се урын)
  • 1994 — 20-се урын (В дивизионында 8-се урын). C дивизионына күсәләр
  • 1995 — 25-се урын (C дивизионы)
  • 1996 — 27-се урын (С дивизионы)
  • 1997 — 27-се урын (С дивизионында 7-се урын)
  • 1998 — 28-се урын (С дивизионында 4-се урын)
  • 1999 — 28-се урын (С дивизионында 4-се урын)
  • 2000 — 26-сы урын (С дивизионында 2-се урын). I дивизионға күсәләр
  • 2001 — 27-се урын (I дивизионда 5-се урын, В төркөмө)
  • 2002 — 28-се урын (I дивизионда 6-сы урын, В төркөмө). II дивизионға күсәләр
  • 2003 — 32-се урын (II дивизионда 6-сы урын, B төркөмө)
  • 2004 — 30-сы урын (II дивизионда 1-се урын, А төркөмө). I дивизионға күсәләр
  • 2005 — 28-се урын (I дивизионда 6-сы урын, А төркөмө). II дивизионға күсәләр
  • 2006 — 30-сы урын (II дивизионда 1-се урын, B төркөмө). I дивизионға күсәләр
  • 2007 — 28-се урын (I дивизионда 6-сы урын, А төркөмө). II дивизионға күсәләр
  • 2008 — 32-се урын (II дивизионда 2-се урын, B төркөмө)
  • 2009 — 34-се урын (II дивизионда 3-сө урын, А төркөмө)
  • 2010 — 38-се урын (II дивизионда 5-се урын, B төркөмө)
  • 2012 — 36-сы урын (II дивизионда 2-се урын, B төркөмө)
  • 2013 — 38-се урын (II дивизионда 4-се урын, B төркөмө)
  • 2014 — 38-се урын (II дивизионда 4-се урын, B төркөмө)
  • 2015 — 35-се урын (II дивизионда 1-се урын, B төркөмө) II дивизионға күсәләр, А төркөмө
  • 2016 — 34-се урын (II дивизионда 6-сы урын, А төркөмө) II дивизионға күсәләр, B төркөмө

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә