Шайбалы хоккей буйынса 2015 йылғы донъя чемпионаты

Шайбалы хоккей буйынса 2015 йылғы донъя чемпионаты (рус. Чемпионат мира по хоккею с шайбой 2015) — 79-сы донъя чемпионаты, ул Чехияның Прага һәм Острава ҡалаларында 2015 йылдың 1—17 майында үтә. Был ҡарар 2010 йылдың 21 майында Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Кёльн ҡалаһында (Германия) үткән конгресында ҡабул ителә[1]. Был чемпионаттан һуң төҙөлгән Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы буйынса 2018 йылғы ҡышҡы Олимпиаданың хоккей турнирына эләгә 8 йыйылма команда билдәләнә,, шулай уҡ Олимпиадаға квалификация үткәреү өсөн төркөмдәр төҙөлә.

Канада йыйылмаһы финалда Рәсәй командаһын 6:1 иҫәбе менән еңеп, 25-се тапҡыр донъя чемпионы титулын яулай[2]. Канада командаһы турнирҙың бөтә ун матчында ла еңеү яулай һәм бер миллион швейцар франкы күләмендә аҡсалата «Infront Team Jackpot» призын ала[3]. Канада йыйылма командаһы капитаны Сидни Кросби команда капитаны булараҡ донъя чемпионы (2015), Олимпия уйындары чемпионы (2014) һәм Стэнли кубогын яулаусы (2008/09) титулын яулаған беренсе хоккейсы була. Финал матчынан һуң Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыларының күпселеге Канада йыйылма командаһына донъя чемпиондары кубогы тапшырылыр алдынан бүләкләү тантанаһында булмай, ә Канада гимнын башҡарыу алдынан Рәсәй йыйылма командаһының бер генә вәкиле лә боҙҙа ҡалмай[4].

Бронза миҙалдарҙы АҠШ йыйылма командаһы яулай, улар 3-сө урыны өсөн матчта чемпионат хужалары Чехия йыйылма командаһын 3:0 иҫәбе менән еңә[5]. Чехия йыйылма командаһы һөжүмсеһе Яромир Ягр турнирҙа «Иң ҡиммәтле уйынсы» (MVP) премияһының иң оло (43 йәш) еңеүсеһе тип билдәләнә. Гол плюс пас системаһы буйынса иң яҡшы бомбардир — канадалы Джейсон Спецца (14 мәрәй). Чемпионат донъя чемпионаттарына килеү буйынса яңы рекорд ҡуя: турнир уйындарына 741 700 тамашасы килә, бер уйынға уртаса 11 589 тамашасы килә.

Үткәреү урынын һайлау

Чемпионатты ҡабул итеүгә Украина һәм Чехия ғариза бирә.

Чехия 2014 йылғы донъя чемпионатын үткәреү хоҡуғына ғаризаны алдан биргән була, әммә 2009 йылдың мартында, иҡтисади көрсөккә, 2014 йылда евроға күсеүгә һылтанып, шулай уҡ чемпионаттың Олимпия уйындары менән бер йылда үткәрелеүе арҡаһында килемдең кәмеүенә һылтанып, ғаризаһын кире ала һәм чемпионатты 2015 йылда үткәреүҙе планлаштыра[6][7].

Чемпионатты үткәреүсе илде һайлау 2010 йылдың 21 майында Кёльнда үткәрелә. Тауыш биреү һөҙөмтәләре[8]:

Ил Тауыштар
Чехия Чехия 84
Украина Украина 22

Ареналар

Чехия Чехия
Prague CoA CZ.svg Прага Ostrava CoA CZ.svg Острава
О2 Арена ČEZ Арена
Һыйҙырышлыҡ: 17 383 Һыйҙырышлыҡ: 8812
O2 Arena, od Českomoravské.jpg CEZ arena.JPG

Ҡатнашыусы илдәр

Европанан 14 Австрия
Австрия ^
Беларусь
Беларусь *
Германия
Германия *
Дания
Дания *
Латвия
Латвия *
Норвегия
Норвегия *
Рәсәй Федерацияһы
Рәсәй *
Словакия
Словакия *
Словения
Словения ^
Финляндия
Финляндия *
Франция
Франция *
Чехия
Чехия *+
Швейцария
Швейцария *
Швеция
Швеция *
Төньяҡ Американан 2 Канада
Канада *
Америка Ҡушма Штаттары
АҠШ *

* 2014 йылғы донъя чемпионаты йомғаҡтары буйынса 14 команда автоматик рәүештә юғары дивизионға сыға

^ = 2014 йылғы донъя чемпионатының беренсе дивизионы йомғаҡтары буйынса юғары дивизионға 2 команда сыға
+ = үткәреүсе ил
Map of 2015 IIHF Men's World Championship (blue and red colors).svg

Илдәр төркөмдәргә бүленә[9]:

А төркөмө (Прага)

В төркөмө (Острава)

(Йәйәләр эсендә 2014 йылғы донъя чемпионаты йомғаҡтары буйынса Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы күрһәтелгән).

Судьялар

Халыҡ-ара хоккей федерацияһы хоккей буйынса 2015 йылғы донъя чемпионатына рәсми судьялар итеп 16 төп һәм 16 һыҙыҡ судьяһын һайлай. Улар[10]:

Судьялар Һыҙыҡ судьялары
  • Белоруссия Максим Сидоренко
  • Чехия Павел Годек
  • Чехия Владимир Шиндлер
  • Flag of Finland.svg Алекси Рантала
  • Flag of Finland.svg Юри Рённ
  • Германия флагы Даниэль Пехачек
  • Рәсәй флагы Вячеслав Буланов
  • Рәсәй флагы Роман Гофман
  • Рәсәй флагы Константин Оленин
  • Словакия Йозеф Кубуш
  • Швейцария Даниэль Стрикер
  • Швейцария Тобиас Верли
  • Швеция Микаэль Норд
  • Швеция Маркус Виннерборг
  • Швеция Тобиас Бьёрк
  • АҠШ флагы Тимоти Майер
  • Канада флагы Бивэн Миллс
  • Чехия Вит Ледерер
  • Чехия Мирослав Лготский
  • Чехия Рудольф Тошеновян
  • Эстония флагы Антон Семёнов
  • Flag of Finland.svg Маси Пуолакка
  • Flag of Finland.svg Сакари Суоминен
  • Германия флагы Андре Шрадер
  • Норвегия флагы Йон Киллиан
  • Рәсәй флагы Глеб Лазарев
  • Словакия Петер Шефчик
  • Швейцария Николас Флюри
  • Швеция Джимми Дамен
  • Швеция Хенрик Пильблад
  • АҠШ флагы Пол Карнатан
  • АҠШ флагы Фрэйзер Макинтайр

Регламент

Ҡағиҙәләрҙә бер ниндәй ҙә принципиаль үҙгәрештәр булмай. Төркөм этабында 16 команда һәр береһе 8-әр команданан торған 2 төркөмгә бүленеп уйнай.14 команда — чемпионатҡа алдағы чемпионат һөҙөмтәләре буйынса эләгә, ә тағы ике команда беренсе дивизиондың Корея Республикаһында үткән А төркөмө ярыштары һөҙөмтәләре буйынса.

Еңеү өсөн команда 3 мәрәй ала; еңелеүсегә мәрәйҙәр бирелмәй. Әгәр 60 минут тигеҙ иҫәп менән тамамланһа, ике команда ла 1-шәр мәрәй ала һәм биш минутлыҡ овертаймда икенсе мәрәй яулаусы билдәләнә. Әгәр унда ла еңеүсе билдәләнмәһә, уйын штраф ташлауҙар (буллиттар) серияһында дауам итә. Командаларҙың урындары мәрәйҙәр һанынан сығып иҫәпләнә, әгәр был ярҙам итмәһә, шәхси осрашыу һөҙөмтәләре, сығыштар һәм Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы иҫәпкә алына. Юғары рейтинглы командалар таблицала юғарыраҡ урын ала. Һәр төркөмдән иң яҡшы 4 команда сирек финалға эләгә, бер төркөмдөң беренсе командаһы икенсе төркөмдөң дүртенсе командаһына ҡаршы уйнай, бер төркөмдөң икенсе командаһы икенсе төркөмдөң өсөнсө командаһына ҡаршы уйнай. Артабан ярымфинал, өсөнсө урын өсөн матч һәм финал үтә.

Үҙ төркөмдәрендә һуңғы урындарҙы биләгән командалар беренсе дивизионға күсә[11][12].

Алдан раунд

     Сирекфиналға сыҡҡан командалар
     2016 йылғы донъя чемпионатының беренсе дивизионының А төркөмөнә сыҡҡан командалар

A төркөмө (Прага)

М Йыйылма И В ВО/ВБ ПО/ПБ П ШЗ ШП РШ О
1 Канада Канада 7 7 0 0 0 49 14 +35 21
2 Швеция Швеция 7 4 2 0 1 34 19 +15 16
3 Чехия Чехия 7 4 1 1 1 27 18 +9 15
4 Швейцария Швейцария 7 2 0 4 1 12 18 -6 10
5 Германия Германия 7 2 0 1 4 11 24 -13 7
6 Франция Франция 7 1 1 0 5 13 20 -7 5
7 Латвия Латвия 7 0 2 1 4 11 25 -14 5
8 Австрия Австрия 7 0 2 1 4 10 29 -19 5

В төркөмө (Острава)

М Йыйылма И В ВО/ВБ ПО/ПБ П ШЗ ШП РШ О
1 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 7 5 1 0 1 22 14 +8 17
2 Финляндия Финляндия 7 4 2 0 1 22 9 +13 16
3 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 7 4 1 1 1 30 16 +14 15
4 Беларусь Беларусь 7 4 0 2 1 20 19 +1 14
5 Словакия Словакия 7 1 2 2 2 17 19 −2 9
6 Норвегия Норвегия 7 2 0 0 5 12 23 −11 6
7 Дания Дания 7 1 0 1 5 10 20 −10 4
8 Словения Словения 7 1 0 0 6 9 22 −13 3

Плей-офф

Сирекфиналдар Ярымфиналдар Финал
 
А1 Канада Канада 9
B4 Беларусь Беларусь 0    
WQF1 Канада Канада 2
    WQF2 Чехия Чехия 0    
B2 Финляндия Финляндия 3
A3 Чехия Чехия 5
  WSF1 Канада Канада 6
 
    WSF2 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 1
В1 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 3
А4 Швейцария Швейцария 1    
WQF3 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 0
    WQF4 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 4
A2 Швеция Швеция 3 3-сө урын өсөн матч
В3 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй 5
LSF1 Чехия Чехия 0
LSF2 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 3

Сирекфиналдар

Урындағы ваҡыт (UTC+2:00).


14 май 2015
15:15
АҠШ Америка Ҡушма Штаттары 3 : 1
(0:1, 2:0, 1:0)
Швейцария Швейцария ČEZ Арена, Острава
6495 тамашасы
14 май 2015
16:15
Канада Канада 9 : 0
(4:0, 2:0, 3:0)
Беларусь Беларусь O2 Арена, Прага
15 126 тамашасы
14 май 2015
19:15
Швеция Швеция 3 : 5
(0:2, 1:1, 2:2)
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй ČEZ Арена, Острава
7248 тамашасы
14 май 2015
20:15
Финляндия Финляндия 3 : 5
(1:1, 1:2, 1:2)
Чехия Чехия O2 Арена, Прага
17 383 тамашасы

Ярымфиналдар

Урындағы ваҡыт (UTC+2).


16 май 2015
15:15
Канада Канада 2 : 0
(1:0, 1:0, 0:0)
Чехия Чехия O2 Арена, Прага
17 383 тамашасы
16 май 2015
19:15
АҠШ Америка Ҡушма Штаттары 0 : 4
(0:0, 0:0, 0:4)
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй O2 Арена, Прага
14 938 тамашасы

3-сө урын өсөн матч

Урындағы ваҡыт (UTC+2).


17 май 2015
16:15
Чехия Чехия 0 : 3
(0:2, 0:1, 0:0)
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ O2 Арена, Прага
15 007 тамашасы

Финал

Урындағы ваҡыт (UTC+2).


17 май 2015
20:45
Канада Канада 6 : 1
(1:0, 3:0, 2:1)
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй O2 Арена, Прага
17 383 тамашасы

Командалар яулаған урын

Условные цветовые обозначения
Команда — донъя чемпионы
Команда — көмө призёр
Команда — бронза призёр
Беренсе дивизионға күсеүселәр
1 Канада Канада
2 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй
1 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
4. Чехия Чехия
5. Швеция Швеция
6. Финляндия Финляндия
7. Беларусь Беларусь
8. Швейцария Швейцария
9. Словакия Словакия
10. Германия Германия
11. Норвегия Норвегия
12. Франция Франция
13. Латвия Латвия
14. Дания Дания
15. Австрия Австрия
16. Словения Словения

Чемпион

 Шайбалы хоккей буйынса 2015 йылғы донъя чемпионаты чемпионы 
Канада
Канада
Егерме бишенсе титул

Чемпионат статистикаһы

Уйынсылар

Уйынсылар исемлеге башта мәрәйҙәр һаны, һуңынан индерелгән голдар һаны буйынса бирелә. Мәрәйҙәр һәм голдар тигеҙ булғанда, матчтар һанын аҙыраҡ үткәргән хоккейсы юғары тора, әгәр мәрәйҙәр ҙә, голдар ҙа, матчтар ҙа тигеҙ булһа, +/- күберәк булған хоккейсы юғары тора.

М Уйынсы И Г П О Штр +/−
1 Канада флагы Джейсон Спецца 10 6 8 14 2 +7
2 Канада флагы Джордан Эберле 10 5 8 13 0 +8
3 Канада флагы Тэйлор Холл 10 7 5 12 6 +8
4 Рәсәй флагы Сергей Мозякин 10 6 6 12 0 +8
5 Канада флагы Мэтт Дюшен 10 4 8 12 2 +10
6 Швеция Оливер Экман-Ларссон 8 2 10 12 6 +4
7 Канада флагы Сидни Кросби 9 4 7 11 2 +1
8 Рәсәй флагы Евгений Дадонов 10 4 7 11 2 +4
9 Flag of Finland.svg Юсси Йокинен 8 3 8 11 0 +3
10 Канада флагы Брент Бёрнс 10 2 9 11 4 +11
10 Канада флагы Райан О’Райли 10 2 9 11 0 +10
12 АҠШ флагы Брок Нельсон 10 6 4 10 8 +7
13 Белоруссия Алексей Калюжный 8 5 5 10 6 +5
14 Рәсәй флагы Евгений Малкин 9 5 5 10 8 +8
15 Рәсәй флагы Артемий Панарин 10 5 5 10 4 +4
16 Швеция Луи Эрикссон 8 4 6 10 0 +5
17 Латвия флагы Лаурис Дарзиньш 7 3 7 10 2 +2
18 Канада флагы Клод Жиру 10 3 7 10 4 +11
18 Чехия Якуб Ворачек 10 3 7 10 6 0
20 Канада флагы Тайлер Сегин 10 9 0 9 2 +9
21 Швеция Филип Форсберг 8 8 1 9 10 +5
22 Чехия Яромир Ягр 9 6 3 9 8 +2
23 Латвия флагы Каспар Даугавиньш 7 5 4 9 4 +2
24 Канада флагы Натан Маккиннон 10 4 5 9 6 +6
24 Рәсәй флагы Вадим Шипачёв 10 4 5 9 2 +2
26 Flag of Finland.svg Йоонас Кемппайнен 8 3 6 9 0 +2
27 Чехия Ян Коварж 10 3 6 9 6 0
27 АҠШ флагы Тревор Льюис 10 3 6 9 6 +6
29 Белоруссия Андрей Костицын 7 2 7 9 16 +5
30 Flag of Finland.svg Йоонас Донской 8 5 3 8 0 +4

Иҫкәрмә: М — Рейтингта урыны; И = Үткәргән уйындар һаны; Г = Голдар; П = Голлы тапшырыу; О = Мәрәйҙәр; Штр = Штраф ваҡыты; +/− = Плюс-минус

По данным: http://stats.iihf.com/Hydra/414/IHM414000_85B_49_0.pdf на конец 17 мая

Иң яҡшы ҡапҡасылар

Исемлеккә үҙ йыйылма командаһының дөйөм уйын ваҡытының кәм тигәндә 40 процентын уйнаған иң яҡшы биш ҡапҡасы ингән.

М Уйынсы В Бр ПШ КН %ОБ И"0"
1 АҠШ флагы Коннор Хеллебайк 482:00 200 11 1.37 93.60 2
2 Дания Себастьян Дам 297:19 161 11 2.22 93.17 0
3 Канада флагы Майк Смит 480:00 172 12 1.50 93.02 2
4 Flag of Finland.svg Пекка Ринне 427:16 166 12 1.69 92.77 3
5 Франция флагы Кристобаль Юэ 287:46 119 10 2.09 92.25 1

Иҫкәрмә: М — Рейтингта урыны; В = Уйналған минуттар; Бр = Ҡапҡаға бәреү; ПШ = Үткәрелгән шайбалар; КН = Коэффициент надёжности; %ОБ = Кире ҡағыуҙар проценты; И"0" = «Ҡоро матч»

Источник: официальный сайт

Шәхси бүләктәр

Иң ҡиммәтле уйынсы (MVP):

Иң яҡшы уйынсылар:

Символик йыйылма:

Чемпионатты трансляциялау

Донъя чемпионатын трансляциялау хоҡуғы 160-тан ашыу илгә бирелә[13].

Иҫкәрмәләр

  1. Чемпионат мира по хоккею 2015 года примет Чехия.
  2. Million-dollar Maple Leafs (ингл.). iihfworlds2015.com (17 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2015. Архивировано из оригинала 19 май 2015 года.
  3. Jared Clinton. Canada’s dominance at World Championship earns Hockey Canada million-dollar prize (ингл.). thehockeynews.com (18 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2015. Архивировано из оригинала 20 май 2015 года.
  4. Канада – Россия. Россияне ушли со льда до канадского гимна, sports.ru (18 мая 2015). 18 май 2015 тикшерелгән.
  5. USA bringing bronze home (ингл.). iihfworlds2015.com (17 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2015. Архивировано из оригинала 18 май 2015 года.
  6. ČR seeks to host hockey worlds only in 2015, drops 2014 bid(недоступная ссылка)
  7. Чехия отказалась от чемпионата мира-2014 по хоккею в пользу Беларуси? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2015. Архивировано из оригинала 22 апрель 2009 года.
  8. Worlds come back to Prague. Международная федерация хоккея на льду (21 май 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 май 2015.
  9. Стали известны составы групп участников чемпионата мира по хоккею 2015 года.
  10. Referee Assignments. Iihf.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 Marth 2015. Архивировано из оригинала 13 май 2015 года.
  11. Relegation battle
  12. French win, Latvia survives
  13. 2015 IIHF ICE HOCKEY WORLD CHAMPIONSHIP CZECH REPUBLIC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2015. Архивировано из оригинала 18 май 2015 года.

Тема буйынса өҫтәмә