Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы
Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы — донъя чемпионаттарында һәм Олимпия уйындарында Словакия исеменән сығыш яһаусы шайбалы хоккей буйынса йыйылма команда.
2002 йылда донъя чемпионы. 2022 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры[1]. 2021 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында 9-сы урында тора[2]. Команда менән Словакия хоккей федерацияһы идара итә.
Тарихы
Словакия йыйылма командаһы Чехословакия тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килә. Ил бүлегенән һуң халыҡ-ара хоккей федерацияһы Чехия йыйылмаһы юғары дивизионда уйнауын дауам итәсәк, ә Словакия командаһы «С» дивизионынан башлаясаҡ, тигән ҡарар сығара. Словакия йыйылмаһы «А» дивизионына 1996 йылда уҡ үтә.
Словакия йыйылма командаһының иң юғары ҡаҙанышы 2022 йылда Пекинда үткән Олимпия уйындарында — 3-сө урын яулауы[1].
Олимпия уйындарында Словакия йыйылма командаһының тағы бер ҡаҙанышы — Ванкуверҙағы уйындарҙа 4-се урын: словак хоккейсылары төркөм этабында Рәсәй йыйылма командаһын, ә сирек финалда Швецияны еңә, әммә ярымфиналда канадалыларҙан һәм финдарҙан 3-сө урын өсөн матчта еңелә.
2011 йылда Словакияла хоккей буйынса донъя чемпионаты беренсе тапҡыр үтә. Команда, Финляндиянан 1-2 иҫәбенә еңелеп, плей-офф уйындарына үтә алмай.
2012 йылда чемпионатта Словакия йыйылма командаһы Рәсәй йыйылма командаһына финал матчында еңелә һәм икенсе урында ҡала (6:2).
Ярыштар һөҙөмтәләре
Олимпия уйындары
| Йыл | һөҙөмтә | Тренер |
|---|---|---|
| 6-сы урын | Юлиус Шуплер | |
| 10-сы урын | Ян Штербак | |
| 13-сө урын | Ян Филц | |
| 5-се урын | Франтишек Госса | |
| 4-се урын | Ян Филц | |
| 11-се урын | Владимир Вуйтек | |
| 11-се урын | Крейг Рэмзи | |
| 3-сө урын | Крейг Рэмзи |
Донъя чемпионаты
| Йыл | һөҙөмтә | Тренер |
|---|---|---|
| 21-се урын («С» дивизионында 1-се) | Юлиус Шуплер | |
| 13-сө урын («В» дивизионында 1-се) | Юлиус Шуплер | |
| 9-сы урын | Юлиус Шуплер | |
| 9-сы урын | Йозеф Голонка | |
| 7-се урын | Ян Штербак | |
| 7-се урын | Ян Штербак | |
| 2-се урын | Ян Филц | |
| 7-се урын | Ян Филц | |
| 1-се урын | Ян Филц | |
| 3-сө урын | Франтишек Госса | |
| 4-се урын | Франтишек Госса | |
| 5-се урын | Франтишек Госса | |
| 8-се урын | Франтишек Госса | |
| 6-сы урын | Юлиус Шуплер | |
| 13-сө урын | Юлиус Шуплер | |
| 10-сы урын | Ян Филц | |
| 2-се урын | Глен Хэнлон | |
| 10-сы урын | Глен Хэнлон | |
| 2-се урын | Владимир Вуйтек | |
| 8-се урын | Владимир Вуйтек | |
| 9-сы урын | Владимир Вуйтек | |
| 9-сы урын | Владимир Вуйтек | |
| 9-сы урын | Здено Цигер | |
| 14-се урын | Здено Цигер | |
| 9-сы урын | Крейг Рэмзи | |
| 9-сы урын | Крейг Рэмзи | |
| 8-се урын | Крейг Рэмзи |
Донъя Кубогы
| Йыл | Һөҙөмтә | Тренер |
|---|---|---|
| 7-се урын | Йозеф Голонка | |
| 7-се урын | Франтишек Госса |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 IIHF - Slovakia wins first ever Olympic medal (ингл.). IIHF International Ice Hockey Federation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2022. Архивировано 22 март 2022 года.
- ↑ IIHF - World Ranking (ингл.). IIHF International Ice Hockey Federation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2022. Архивировано 29 июль 2020 года.