Шайбалы хоккей буйынса Норвегия йыйылма командаһы


Шайбалы хоккей буйынса Норвегия йыйылма командаһы (рус. Сборная Норвегии по хоккею с шайбой, норв. Norges herrelandslag i ishockey) — Норвегияның шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашыусы командаһы. 2019 йылға ҡарата ИИХФ-тың донъя рейтингында 11-се урында тора.

Юғары ҡаҙаныштары: 1951 йылда донъя чемпионатында 4-се урын, 1951 һәм 1962 йылдарҙағы Европа чемпионаттарында 3-сө урын.

Тарихы

Һуғышҡа тиклемге йылдар

undefined

Норвегия хоккей союзы 1934 йылда ойошторола һәм 1935 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһына ағза итеп ҡабул ителә[1][2]. Әммә йыйылма команда 1937 йылда ғына барлыҡҡа килә, сөнки быға тиклем союзда командаға ярҙам итеү өсөн етерлек аҡса булмай. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем Норвегия йыйылма командаһы турнирҙарҙа ҡатнашмай тиерлек, әммә шул уҡ 1937 йылда Лондонға донъя чемпионатына бара. Тәүге уйында Чехословакия, икенсеһендә Швейцариянан еңелеп, турнирҙан төшөп ҡала[3]. 1938 йылғы донъя чемпионатында ҡатнаша, әммә киләһе йылда улар сираттағы донъя беренселегендә ҡатнашыуҙан баш тарта. Һуғышҡа тиклем норвегтар бер генә матчта ла еңеү яулай алмай: иң яҡшы ҡаҙанышы булып Швециянан 3:4 иҫәбенә минималь еңелеү тора[4].

Алтын осор: 1940 йылдарҙың аҙағы һәм 1950 йылдарҙың башы

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа норвегтар спорт инфраструктураһын яҡшырта ала: 1952 йылда Ослола Йордаль Амфи боҙ аренаһы асыла[5]. 1949 йылда норвег хоккейының «алтын дәүере» башлана: 1949 йылғы донъя чемпионатында норвегтар, Бельгияны 2:0 иҫәбе менән еңеп, үҙ тарихында беренсе тапҡыр еңеү яулай. 1951 йылда йыйылма команданың тренеры итеп канадалы Бад МакИчёрн тәғәйенләнә, ул уйында физик әҙерлеккә ҙур иғтибар бүлә һәм команда менән көс алымдарын үҙләштерә[6]. Шул уҡ йылда МакИчёрндың эше һөҙөмтәләре күренә башлай: донъя беренселегендә норвегтар 4-се урын яулай, уның өсөн көрәштә скандинавтар АҠШ һәм Бөйөк Британия йыйылма командаларын ҡыйрата. Киләһе йылда норвегтар Олимпия уйындарында ла ҡатнаша. 1953 йылда Норвегия йыйылма командаһы Көнбайыш Европаның СССР командаһы менән уйнаусы беренсе йыйылма командаһы була, әммә Иосиф Сталиндың үлеме сәбәпле матч киң яҡтыртылмай.

60-сы — 70-се йылдар

Әммә, 1960-сы йылдарҙан башлап, Норвегия хоккейында көрсөк башлана: уйын илдә бик популяр булыуына ҡарамаҫтан, йыйылма команда ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтәләр күрһәтмәй. Күп кенә сәйәсмәндәр илдә хоккейҙың үҫеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға теләмәй[7]. 1965 йылдан алып норвегтар донъя чемпионатында ҡатнаша алмай[7]. Шулай ҙа улар 1964 һәм 1968 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғы ала. 1980 йылда тренер итеп швед Рональд Петтерссон тәғәйенләнә, һәм шул ваҡыттан алып Норвегия йыйылма командаһына швед белгестәрен саҡыра башлайҙар, улар туғыҙ йыл дауамында эшләй.

1980-се йылдар

Рональд Петтерссон эште ойоштора алмай: 1981 йылғы донъя чемпионатында норвегтар Югославия менән Японияны еңеп кенә B төркөмөндә ҡала. Петтерсонды алмаштырған Арне Стрёмберг та хәлде яҡшырта алмай: 1982 йылда Ҡытайҙан һәм Австриянан ҙур иҫәпкә еңелеүҙәрҙән һуң артабан артабан алға китешкә өмөттәр юҡҡа сыға[8].

Артабанғы тренер Ханс Вестберг 1984 йылғы Олимпия уйындарына үҙенең стандарт булмаған алымдары буйынса әҙерләй. Бынан алдағы уйындар чемпионы АҠШ командаһы менән норвегтар менән 3:3 иҫәбе менән тигеҙ иҫәпкә уйнай, был бөтә Норвегия өсөн сенсация була[8].[9]. 1985 йылда норвегтар ҡабаттан B төркөмөнә эләгә[10]. 1989 йылда А төркөмөнә сираттағы ҡайтыу була, унда норвегтар тағы ла оҙаҡ тормай.

1990-сы йылдар

1991 йылда Норвегия юғары дивизионда нығына һәм 1990-сы йылдар аҙағына тиклем донъяның төп чемпионаттарында уйнай, тик 1997 йылда ғына эләкмәй. Горвегтарҙың иң юғары ҡаҙанышы — 2011 йылғы донъя чемпионатында 6-сы урын.

Форма

Иҫкәрмәләр

  1. Langholm, Dag. Norsk ishockey gjennom 50 år (билдәһеҙ). — 1984. — С. 39—40.
  2. Norway. International Ice Hockey Federation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2011. Архивировано 21 март 2013 года.
  3. Langholm, Dag. Norsk ishockey gjennom 50 år (билдәһеҙ). — 1984. — С. 59—62.
  4. Langholm, Dag. Norsk ishockey gjennom 50 år (билдәһеҙ). — 1984. — С. 71—72.
  5. Langholm, Dag. Norsk ishockey gjennom 50 år (билдәһеҙ). — 1984. — С. 97—101.
  6. Langholm, Dag. Norsk ishockey gjennom 50 år (билдәһеҙ). — 1984. — С. 97.
  7. 1 2 Langholm, Dag. Norsk ishockey gjennom 50 år (билдәһеҙ). — 1984. — С. 105—112.
  8. 1 2 Langholm, Dag. Norsk ishockey gjennom 50 år (билдәһеҙ). — 1984. — С. 115—126.
  9. Berettning A-Landslaget 1983–1984 (норв.). Norwegian Ice Hockey Association (30 август 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 2 август 2012 года.
  10. Seniorlandslagene 1984/1985 (норв.). Norwegian Ice Hockey Association (26 июнь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 1 август 2012 года.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар