Цюрих

Цю́рих (нем. Zürich [ˈtsyːrɪç]; швейц. Züri [tsy:ri], франц. Zurich, итал. Zurigo) — Швейцарияның төньяғындағы ҡала. Цюрих кантонының баш ҡалаһы һәм шул уҡ исемдәге округтың административ үҙәге.

428 мең кеше йәшәгән (2018 йылдың аҙағына) Цюрих илдең иң ҙур ҡалаһы. Агломерация сиктәрендә 1,3 миллиондан ашыу кеше йәшәй.

Цюрих күле ярында Лиммат йылғаһы башында, Утлиберг һәм Цюрихберг тауҙары араһындағы үҙәндә урынлашҡан.

Цюрих глобаль ҡалалар категорияһына инә Һәм Швейцарияның иң ҙур финанс үҙәге булып тора, унда күп кенә страховка компаниялары һәм банкыларының штаб-фатирҙары, Цюрих университеты һәм юғары техник мәктәп урынлашҡан.

2019 йылда Цюрих тормош сифаты буйынса донъяла икенсе урында тора[3] һәм донъяла иң ҡиммәтле ҡалалар исемлегендә дүртенсе урынды биләй.

undefined

Ҡала тәүге тапҡыр 929 йылда телгә алына, XIII быуаттан XVII быуатҡа тиклем империя ҡалаһы була. 1351 йылда Швейцария конфедерацияһына инә. XVI быуатта ул Цвингли етәкселегендәге реформация үҙәгенә әйләнә. XIX быуаттың икенсе яртыһынан ул илдең финанс үҙәге.

Тарихы

undefined

Борон Цюрих урынында кельт-герман торағы була. Б.э. т. I быуатта римлеләр килгәс, Турикум (лат. Turicum) тип атала башлай. Рим империяһы осоронда Турикум Ретия менән Белгика сигендә таможня посы булараҡ файҙаланыла.

1218 йылда Цюрих империя ҡалаһы статусын ала һәм феодалға түгел, ә туранан-тура императорға буйһона башлай. 1230-сы йылдарҙа ҡала диуары төҙөлә. XVI—XVIII быуаттар дауамында ул үҙенең байлығын һәм йоғонтоһон һаҡлап ҡала. 1648 йылдан ул империя ҡалаһы статусын республика статусына алмаштыра.

1847 йылда Швейцарияла беренсе тимер юлы төҙөлә, ул Цюрих менән Баденды тоташтыра.

1945 йылдың 4 мартында Америка һауа көстәре Цюрихты яңылыш бомбаға тота[4].

Этимологияһы

Ҡала исеме хәҙергегә оҡшаш формала тәүге тапҡыр II быуат аҙағында телгә алына — STA(tio) TURICEN(sis) (Турикум «таможня посы») яҙыуы ҡәбер ташына уйылған.

Турикондың барлыҡҡа килеүе варианттарҙың береһе — галл телендәге Turīcon атамаһы[5].

Исем хәҙерге герман формаһына VI быуатта үҙгәрә — Ziurichi. X быуаттан башлап атама хәҙерге формаһын ала — Цюрих (963 йылда — Zürihc)[6]. Хәҙерге немец теленең цюрих диалектында был исемдең ch (Zuri тип әйтелә) ялғауы төшөп ҡала.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

undefined

Цюрих Цюрих күленең төньяғында, Лиммат йылғаһы башланған ерҙә, Альп тауҙарынан төньяҡҡа табан яҡынса 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Лиммат Цюрихтың (Иҫке ҡала) тарихи үҙәген киҫеп үткәс, көнбайышҡа борола. Цюрихты урманлы тауҙар уратып алған.

Цюрихтың тарихи үҙәгендәге Лимматҡа Зиль йылғаһы ҡоя. Ҡаланың майҙаны — 91,88 км², шуның 4,1 км² — Цюрих күле.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 16,9 19,3 23,2 31,3 32,4 36,4 37,7 36,2 32,5 28,7 23,8 17,0 37,7
Уртаса максимум, °C 3,0 4,7 9,6 13,9 18,6 21,7 24,1 23,4 18,9 13,8 7,3 3,8 13,6
Уртаса температура, °C 0,4 1,4 5,3 8,9 13,3 16,4 18,6 18,1 14,2 10,0 4,5 1,5 9,4
Уртаса минимум, °C −1,8 −1,4 1,8 4,7 9,0 12,0 14,1 13,9 10,7 7,2 2,2 −0,6 6,0
Абсолют минимум, °C −20,8 −24,2 −14,4 −6,5 −2 0,9 5,3 4,0 −0,3 −5,5 −11 −18,5 −24,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 63 62 78 80 122 129 125 123 99 85 78 84 1128
Сығанаҡ: Погода и Климат
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 3,8 3,8 10,6 15,0 18,5 23,1 25,0 24,6 19,8 14,2 8,4 4,8 14,3
Уртаса температура, °C 1,8 1,4 6,6 10,6 14,2 18,5 20,3 20,0 15,6 10,9 6,1 2,8 10,7
Уртаса минимум, °C −0,1 −1,3 2,4 6,0 9,6 13,6 15,5 15,3 11,4 7,8 3,8 0,7 7,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 57,0 33,9 33,7 57,6 78,7 81,1 66,6 42,2 37,9 39,5 40,5 56,7 625,4
Сығанаҡ: weatheronline

Халҡы

Цюрих — Швейцарияның иң ҙур ҡалаһы. 2008 йылдың 31 мартына ҡарата рәсми мәғлүмәттәр буйынса халыҡ һаны 378 467 кеше тәшкил итә, шуларҙың 116 444-е (яҡынса 31 %) сит ил кешеләре[23]. Иң күбе — Германия (26 184), Италия (13 720), Сербия һәм Черногориянан (10 739). 16088 кеше — Африка һәм Азия илдәре резиденттары[23]. 2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Цюрихтың һәм уның янындағы райондарҙың (Цюрих агломерацияһы) халҡы 1,08 млн кеше тәшкил иткән[24].

Рәсми теле — немец теле. 2000 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, немец теле ҡала халҡының 77,7 % туған теле булып тора, артабан итальян теле (4,7 %) килә[25].

Иҡтисады

Цюрихты йыш ҡына Швейцарияның иҡтисади һәм финанс баш ҡалаһы тип атайҙар[26][27]. Бында күп кенә Швейцария банктары һәм страховкалау компанияларының штаб-фатиры һәм Швейцария фонд биржаһы урынлашҡан.

Цюрих 2011 йылда Бөйөк Британияның «Monocle» журналы мәғлүмәттәре буйынса донъяның иң яҡшы 25 ҡалаһы рейтингында икенсе урынды биләй (беренсе урында — Хельсинки, өсөнсө урында — Копенгаген)[28]. Шул уҡ йылда Mercer халыҡ-ара консалтинг компанияһы баҫтырып сығарған донъяның иң хәүефһеҙ ҡалалары рейтингында Берн һәм Хельсинки менән 2 — 4-се урындарҙы бүлешә (беренсе урында — Люксембург)[29].

Транспорты

Цюрихта төп транспорт сараһы — трамвайҙар. Бынан тыш, күп һанлы автобус һәм троллейбус маршруттары эшләй. Йәмәғәт транспорты һыҙаттары, ғәҙәттә, башҡа юл хәрәкәте һыҙаттарынан айырылып тора. Көтөү ваҡыты уртаса 8 — 10 минут тәшкил итә. Транспорт график буйынса ваҡытында йөрөй. Эш көндәре, шәмбе көндәре һәм байрамдар менән йәкшәмбе көндәре өсөн хәрәкәт графигы бар. Төн уртаһынан һуң даими маршруттарҙы төнгө автобустар алмаштыра, уларға билеттарҙы айырым алырға кәрәк.

Шәхси транспорттың иң популяр төрө — велосипед. Велосипедсылар өсөн ғәҙәттә махсус юлдар бүленгән, улар өсөн бик күп бушлай туҡталҡалар бар. Ҡала эсендә автомобилдәрҙе парковкалау күпселек осраҡта түләүле.

Спорт

undefined

Цюрихта халыҡ-ара футбол ассоциациялары федерацияһының (ФИФА) һәм халыҡ-ара шайбалы хоккей федерацияһының (ИИХФ) штаб-фатирҙары урынлашҡан. Бында «Цюрих» һәм «Грассхоппер» футбол клубтары урынлашҡан, улар Швейцария чемпионатында 11 һәм 27 тапҡыр еңеү яулай. Ике клубтың да стадионы — яҡынса 30 000 кешене һыйҙырышы Летцигрунд.

Күп функциялы "Халленштадион"да спорт төрҙәре буйынса ҙур саралар үткәрелә, шул иҫәптән 1998 йылда хоккей буйынса донъя чемпионаты һәм 2006 йылда гандбол буйынса Европа чемпионаты. Халленстадион шулай уҡ популяр концерт майҙансығы булып тора. 2014 йылда еңел атлетика буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә.

Иҫтәлекле урындары

undefined

Музейҙар

  • Швейцария милли музейы (Landesmuseum).
  • Динозаврҙар музейы (Sauriermuseum).
  • Сәнәғәт музейы (Industrieensemble Neuthal).
  • Бирменсдорф музейы (Dorfmuseum Birmensdorf).
  • Ҡуян һәм кроликтар музейы (Hasenmuseum).
  • Тарих музейы (Johannitermuseum).
  • Бюлах музейы (Ortsmuseum Bϋlach).
  • Дитикон музейы (Ortsmuseum Dietikon).
  • Трамвай музейы (Tram museum).
  • Хәҙерге сәнғәт музейы[30].
Төнгө Цюрих панорамаһы
Төнгө Цюрих панорамаһы

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

  1. Neue Daten zur Bevölkerung 2018.
  2. Agglomeration Cores of Swiss Confederation.
  3. 2019 QUALITY OF LIVING RANKING City Ranking. // mercer.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2025.
  4. Helmreich JE. Diplomacy of Apology. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2025. Архивировано из оригинала 5 май 2007 года.
  5. Andres Kristol, Zürich ZH (Zürich) in: Dictionnaire toponymique des communes suisses — Lexikon der schweizerischen Gemeindenamen — Dizionario toponomastico dei comuni svizzeri (DTS|LSG), Centre de dialectologie, Université de Neuchâtel, Verlag Huber, Фрауэнфельд/Штутгарт/Wien 2005, ISBN 3-7193-1308-5 und Éditions Payot, Lausanne 2005, ISBN 2-601-03336-3, p. 992f.
  6. «Zürcher Ortsnamen — Entstehung und Bedeutung» H. Kläuli, V. Schobinger, Zürcher Kantonalbank 1989, p. 109. (No ISBN).
  7. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Historische Lexikon der Schweiz, Dictionnaire historique de la Suisse, Dizionario storico della Svizzera (нем.) — Bern: 1998.
  8. Statistik Schweiz - VZ 1850Федеральное статистическое управление.
  9. https://web.archive.org/web/20121117101039/http://www.bfs.admin.ch/bfs/portal/de/index/150/03/01/00/02.html
  10. https://web.archive.org/web/20121117101056/http://www.bfs.admin.ch/bfs/portal/de/index/150/03/01/00/03.html
  11. https://web.archive.org/web/20121117101110/http://www.bfs.admin.ch/bfs/portal/de/index/150/03/01/00/04.html
  12. https://web.archive.org/web/20121117101127/http://www.bfs.admin.ch/bfs/portal/de/index/150/03/01/00/05.html
  13. https://www.stadt-zuerich.ch/stadthaus.secure.html
  14. https://web.archive.org/web/20121114181327/http://www.bfs.admin.ch/bfs/portal/de/index/150/03/01/00/01.html
  15. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104 105 106 107 108 109 110 111 112 113 114 115 116 117 118 119 https://data.stadt-zuerich.ch/dataset/b90c0f3b-b400-4563-8ae1-5d06e4e98880/resource/19dd9141-1770-4fac-829f-4afe04d74d60/download/bev322od3222.csv
  16. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 https://www.pxweb.bfs.admin.ch/pxweb/fr/px-x-0102020000_201/-/px-x-0102020000_201.px/table/tableViewLayout2/?rxid=c5985c8d-66cd-446c-9a07-d8cc07276160
  17. https://www.stadt-zuerich.ch/prd/de/index/ueber_das_departement/medien/medienmitteilungen/2014/januar/140124a.html
  18. https://www.stadt-zuerich.ch/prd/de/index/ueber_das_departement/medien/medienmitteilungen/2017/170202b.html
  19. http://population.city/switzerland/zurich/
  20. https://statistik.zh.ch/internet/justiz_inneres/statistik/de/daten/gemeindeportraet_kanton_zuerich.html#a-content
  21. Ständige Wohnbevölkerung nach Staatsangehörigkeitskategorie Geschlecht und Gemeinde; Provisorische Jahresergebnisse; 2018Федеральное статистическое управление, 2019.
  22. https://www.stadt-zuerich.ch/prd/de/index/statistik/themen/bevoelkerung.html#wohnbevoelkerung2021
  23. 1 2 Официальный ежеквартальный отчёт
  24. Zurich — Switzerland — Information
  25. Официальный отчёт — состав населения (недоступная ссылка — история).
  26. Dominique Schärer. Zurich (Switzerland) There's a place for everyone in the streets. Centre d'écologie Urbaine. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июля 2008. Архивировано 22 август 2011 года.
  27. For Zurich, new vibrancy in Switzerland's finance capital. International Herald Tribune (17 июнь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2025. Архивировано из оригинала 25 июнь 2007 года.
  28. Британский журнал «Monocle» назвал Хельсинки лучшим городом мира. Архивировано 12 июль 2025 года. // Агентство Finnfacts. — 14 июня 2011. (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2011)
  29. 2011 Quality of Living worldwide city rankings — Mercer survey // Mercer. — 29 ноября 2011. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2011)
  30. Музей современного искусства Migros. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 12 июль 2025 года.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар