2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон

2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында
биатлон
Biathlon pictogram.svg
Спринт   ирҙәр   ҡатын-ҡыҙҙар
Эҙәрлекләү уҙышы   ирҙәр   ҡатын-ҡыҙҙар
Шәхси уҙыш   ирҙәр   ҡатын-ҡыҙҙар
Масс-старт   ирҙәр   ҡатын-ҡыҙҙар
Эстафета   ирҙәр   ҡатын-ҡыҙҙар
    ҡатнаш
Квалификация

2018 йылда Пхёнчханда ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса ярыштар (рус. Биатлон на зимних Олимпийских играх 2018) 10—23 февралдә Альпензия курортында урынлашҡан «Альпензия» биатлон үҙәгендә уҙғарыла.

Ярыштарҙа, алдағы Олимпия уйындарындағы кеүек үк, 11 комплект награда уйнатыла.

Француз Мартен Фуркад шәхси ярыштарҙа ике еңеү яулай һәм карьераһындағы алтын олимпия миҙалдарының дөйөм һанын 5-кә еткерә. Был ҡышҡы Һәм йәйге Олимпия уйындары тарихында бөтә француз спортсылары араһында абсолют рекорд һанала.

Белоруссиянан Дарья Домрачева үҙ карьераһында биатлонда өс тапҡырҙан ашыу олимпия алтын миҙалы яулаған беренсе ҡатын-ҡыҙ булыуға ирешә.

Миҙалдар

Миҙал яулаусылар

Дөйөм иҫәп

(Ҡалын менән үҙ категорияһында иң күп миҙалдар билдәләнгән; ҡабул итеүсе ил дә билдәләнгән)

Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе Olympic flag.svg
Урын Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Германия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Германия 3 1 3 7
2 Франция 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Франция 3 0 2 5
3 Швеция 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Швеция 2 2 0 4
4 Норвегия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Норвегия 1 3 2 6
5 Словакия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Словакия 1 2 0 3
6 Беларусь 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Беларусь 1 1 0 2
7 Чехия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Чехия 0 1 1 2
8 Словения 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Словения 0 1 0 1
9 Италия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Италия 0 0 2 2
10 Австрия 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Австрия 0 0 1 1
Бөтәһе: 11 11 11 33

Ярыштар теҙмәһе

Ярыш Февраль
10
Шм
11
Йш
12
Дш
13
Шш
14
Шш
15
Кс
16
Йм
17
Шм
18
Йш
19
Дш
20
Шш
21
Шр
22
Кс
23
Йм
Ирҙәр
Спринт
(10 км.)
20:15
Эҙәрлекләү уҙышы
(12,5 км.)
21:00
Шәхси уҙыш
(20 км.)
20:00
Масс-старт
(15 км.)
20:15
Эстафета
(4 х 7,5 км.)
20:15
Ҡатын-ҡыҙҙар
Спринт
(7,5 км.)
20:15
Эҙәрлекләү уҙышы
(10 км.)
19:10
Шәхси уҙыш
(15 км.)
20:05 17:15
Масс-старт
(12,5 км.)
20:15
Эстафета
(4 х 6 км.)
20:15
Ирҙәр + Ҡатын-ҡыҙҙар
Ҡатнаш эстафета
(2 х 7,5 км. + 2 х 6 км.)
20:15

Квалификация

Биатлон буйынса ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн Халыҡ-ара олимпия комитеты квотаһында спортсыларға 230 урын (115 ир-егет һәм 115 ҡатын-ҡыҙ) бүленә. Илдәргә төп квоталар 2016/2017 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса билдәләнә. Ҡалған лицензиялар Антхольцта 2017/2018 миҙгелендә биатлон буйынса Донъя кубогының 6-сы этабы тамамланғас төҙөлгән квалификация исемлегенә ярашлы бүленә[1].

Ярыштар үткәрелеү урыны

Иҫкәрмәләр

  1. Qualification Systems for XXIII Olympic Winter Games, Pyeong Chang 2018 (ингл.) (PDF). Международный союз биатлонистов (9 март 2016). Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2017 года.

Һылтанмалар