2022 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей

2022 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында
шайбалы хоккей
Ice hockey pictogram.svg
Турнирҙар
ирҙәр   ҡатын-ҡыҙҙар
Составтар
ирҙәр   ҡатын-ҡыҙҙар
Квалификация
ирҙәр   ҡатын-ҡыҙҙар
Хронология

2022 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей (рус. Хоккей с шайбой на зимних Олимпийских играх 2022) буйынса ярыштар 2022 йылдың 3 февраленән 20 февраленә тиклем үтә. 12 ир-егеттәр һәм 10 ҡатын-ҡыҙҙар командалары олимпия чемпионы титулы өсөн көс һынаша.

Миҙал иҫәбе

Ирҙәр

Ҡатнашыусы командалар

Турнирҙа ҡатнашыуға 12 йыйылма команда туранан-тура үтә. 8 йыйылма команда хоккей буйынса 2019 йылғы донъя чемпионаты йомғаҡтары буйынса төҙөлгән ИИХФ-2019 рейтингы буйынса квалификациялана. Улар: Канада, Рәсәй, Швеция, Финляндия, Чехия, АҠШ, Германия һәм Швейцария. Шулай уҡ Ҡытай хужа ил хоҡуғында ҡатнаша.

Тағы өс команда (Словакия, Латвия һәм Дания) квалификация турнирҙары һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә..

Ҡатын-ҡыҙҙар

Ҡатнашыусы командалар

Турнирҙа 10 йыйылма команда ҡатнаша. 6 йыйылма команда ИИХФ-2020 рейтингы буйынса квалификациялана. Улар: АҠШ, Канада, Финляндия, Рәсәй, Швейцария һәм Япония. Шулай уҡ Ҡытай үткәреүсе ил булараҡ ҡатнаша.

Тағы өс команда (Чехия, Швеция һәм Дания) квалификация турнирҙары һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә..

Спорт объекттары

Укэсон-арена
Һыйҙырышлығы: 9000
Пекин дәүләт спорт һарайы
Һыйҙырышлығы: 18 000
北京五棵松蓝球场 - panoramio.jpg Beijing National Indoor Stadium 2019 2.jpg
Ҡытай Ҡытай — Пекин

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар