2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей
| 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей | ||||
|---|---|---|---|---|
| Турнирҙар | ||||
| ирҙәр | ҡатын-ҡыҙҙар | |||
| Составтар | ||||
| ирҙәр] | ҡатын-ҡыҙҙар | |||
| Квалификация | ||||
| ирҙәр | ҡатын-ҡыҙҙар | |||
| Хронология | ||||
2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей (рус. Хоккей с шайбой на зимних Олимпийских играх 2014) турниры Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында 8 февралдән 23-нә тиклем үтә. Ир-егеттәр Олимпия тарихында 23-сө тапҡыр, ә ҡатын-ҡыҙҙар бишенсе тапҡыр көс һынаша. Турнирҙың бөтә матчтары ла Олимпия уйындарын уҙғарыу өсөн махсус рәүештә төҙөлгән «Ҙур» боҙ һарайында һәм «Шайба» боҙ аренаһында уҙғарыла[1].
Бынан алдағы Олимпия уйындарындағы кеүек үк, турнирҙа Канаданың ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары еңеүе менән тамамлана, улар йәнә алтын миҙалдар яулай. Канадаир-егеттәр йыйылма командаһы финалда Швеция йыйылмаһын 3:0 иҫәбе менән[2], ә ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы финалда 3:2 иҫәбе менән Америка Ҡушма Штаттарының йыйылма командаһын еңә[3]. Ир-егеттәр араһында бронза миҙалды Финляндия йыйылмаһы, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүгә Швейцария йыйылмаһы ала.
Квалификация
Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн ИИХФ-тың донъя рейтингына ярашлы автоматик рәүештә үтмәгән йыйылма командалар 2012 йылдың сентябренән 2013 йылдың февраленә тиклем квалификация раундында уйнарға тейеш була. Ир-егеттәр турнирында ҡатнашыу өсөн автоматик рәүештә 9 команда квалификациялана: Канада, Рәсәй, Чехия, Швеция, Финляндия, АҠШ, Словакия, Швейцария һәм норвегия. Ҡалған өс урын өсөн 24 йыйылма команда көс һынаша[4]. Һөҙөмтәлә ир-егеттәр хоккей турнирына Австрия, Латвия һәм Словения йыйылмалары квалификациялана.[5]. Словения йыйылмаһы Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғын тәүгә яулай[6].
Ҡатын-ҡыҙҙар турнирында ҡатнашыу өсөн 6 команда туранан-тура үтә: Канада, Рәсәй, АҠШ, Швеция, Финляндия һәм Швейцария. Ҡалған ике урын өсөн 20 йыйылма команда көс һынаша[7]. Һөҙөмтәлә Япония һәм Германия йыйылма командалары квалификация ала[8][9].
Ареналар
Матчтар 12 мең тамашасы һыйҙырышлы «Ҙур» боҙ һарайында һәм 7 мең урынға иҫәпләнгән «Шайба» боҙ аренаһында үтә.Ванкуверҙағы 2010 йылғы уйындарҙан айырмалы рәүештә, хоккей майҙансығының күләме 60х30 метр тәшкил итә, Был милли хоккей лигаһы стандартында түгел, ә халыҡ-ара боҙҙа хоккей федерацияһы стандартында ҡаралған[10].
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей турниры тулыһынса тиерлек «Шайба» аренаһында үткәрелә. Тик финал һәм өсөнсө урын өсөн матчтар «Ҙур» боҙ һарайында үтә[11][12]. Ир-егеттәр турниры матчтары, киреһенсә, «Ҙур» боҙ һарайында үткәрелә, тик биш алдан раунд матчтарын һәм ике плей-офф уйынын ғына «Шайба» аренаһында уйнайҙар[13][14].
| «Ҙур» боҙ һарайы Һыйҙырышлығы: 12 000 |
«Шайба» боҙ аренаһы Һыйҙырышлығы: 7000 |
|---|---|
| Сочи | Сочи |
Миҙалдар
Ирҙәр
- Плей-офф алдынан командалар рейтингы[15]
| М | Йыйылма | Төркөм | МГ | О | РШ | ШЗ | Рейтинг |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1D | C | 1 | 9 | +5 | 10 | 1 | |
| 2D | A | 1 | 8 | +11 | 15 | 6 | |
| 3D | B | 1 | 8 | +9 | 11 | 5 | |
| 4D | B | 2 | 7 | +8 | 15 | 2 | |
| 5D | A | 2 | 6 | +3 | 8 | 3 | |
| 6D | C | 2 | 6 | +1 | 2 | 7 | |
| 7D | C | 3 | 3 | −1 | 6 | 4 | |
| 8D | A | 3 | 3 | −5 | 6 | 17 | |
| 9D | B | 3 | 3 | −8 | 7 | 15 | |
| 10D | A | 4 | 1 | −9 | 2 | 8 | |
| 11D | C | 4 | 0 | −5 | 5 | 11 | |
| 12D | B | 4 | 0 | −9 | 3 | 9 |
- Командаларҙың яулаған урыны[16]
|
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
- А төркөмө таблицаһы[17]
| М | Йыйылма | И | В | ВО | ПО | П | ШЗ | ШП | РШ | О |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 3 | 3 | 0 | 0 | 0 | 11 | 2 | +9 | 9 | |
| 2 | 3 | 2 | 0 | 0 | 1 | 14 | 4 | +10 | 6 | |
| 3 | 3 | 0 | 1 | 0 | 2 | 5 | 9 | −4 | 2 | |
| 4 | 3 | 0 | 0 | 1 | 2 | 3 | 18 | −15 | 1 |
- B төркөмө таблицаһы[17]
| М | Йыйылма | И | В | ВО | ПО | П | ШЗ | ШП | РШ | О |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 3 | 3 | 0 | 0 | 0 | 9 | 3 | +6 | 9 | |
| 2 | 3 | 2 | 0 | 0 | 1 | 6 | 3 | +3 | 6 | |
| 3 | 3 | 1 | 0 | 0 | 2 | 5 | 8 | −3 | 3 | |
| 4 | 3 | 0 | 0 | 0 | 3 | 1 | 7 | −6 | 0 |
- Командаларҙың яулаған урыны[16]
|
|
Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) Хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары йыйылма командаһының 2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпия уйындары һөҙөмтәһен юҡҡа сығара[18].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Arenas (ингл.). sochi2014.iihf.com.
- ↑ Сборная Канады по хоккею завоевала золото Олимпиады в Сочи, переиграв Швецию. Чемпионат.com (23 февраль 2014).
- ↑ Женская сборная Канады по хоккею вырвала победу у США в финале Олимпиады. Чемпионат.com (20 февраль 2014).
- ↑ Men’s Olympic Qualification Structure (ингл.). iihf.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2014. Архивировано 12 декабрь 2012 года.
- ↑ Сергей Демидов. Два чуда и Латвия поедут в Сочи. Газета.Ru (10 февраль 2013).
- ↑ Илья Соболев. Семейные Игры. Российская газета (23 декабрь 2013).
- ↑ Women’s Olympic Qualification Structure (ингл.). iihf.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2014. Архивировано 7 ғинуар 2013 года.
- ↑ Henrik Manninen. Soldiers to the Olympics (ингл.). sochi2014.iihf.com (8 ғинуар 2014).
- ↑ Martin Merk. 21 players smile (ингл.). sochi2014.iihf.com (9 ғинуар 2014).
- ↑ Владимир Морозов. По каким правилам разыграют олимпийские награды хоккеисты. Большой спорт.
- ↑ Women Games Preliminary Round (ингл.). sochi2014.iihf.com.
- ↑ Women Games Play-off (ингл.). sochi2014.iihf.com.
- ↑ Men Games Preliminary Round (ингл.). sochi2014.iihf.com.
- ↑ Men Games Play-off (ингл.). sochi2014.iihf.com.
- ↑ Standing Preliminary round (ингл.). sochi2014.iihf.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 22 февраль 2014 года.
- ↑ 1 2 Standing Play-off (ингл.). sochi2014.iihf.com.
- ↑ 1 2 Standing Preliminary round (ингл.). sochi2014.iihf.com.
- ↑ МОК аннулировал результат женской сборной России по хоккею на ОИ-2014 в Сочи
Һылтанмалар
- IIHF — Olympic (инг.)
- Официальные результаты и статистика (ингл.). iihf.com.
- Информация о турнире (ингл.). olympic.org.
Ҡалып:Мужская сборная России по хоккею на зимних Олимпийских играх 2014