Швеция 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында
Швеция 2014 йылдың 7 февралдән 23-нә тиклем Сочиҙа (Рәсәй) үткән 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша, унда туғыҙ спорт төрөндә 106 спортсыһы сығыш яһай. Олимпия уйындарын асыу тантанаһында швед флагын саңғысы Андерс Сёдергрен[1], ябыу тантанаһында саңғысы, Олимпия чемпионы һәм Сочиҙа Олимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш призеры Шарлотта Калла йөрөтә[2].
2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары Швеция командаһы өсөн иң уңышлы ҡышҡы уйындары була. Улар бөтәһе 15 миҙал яулай. Әммә алдағы ике Олимпиада менән сағыштырғанда, алтын миҙалдар һаны кәм була. Тик швед саңғысылары ғына ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр эстафетаһында алтын миҙал яулай. Саңғы ярыштарында яуланған ун бер миҙал Швеция өсөн рекорд булып тора. Рәсми булмаған миҙал иҫәбендә был ил 14-се урынды биләй.
Миҙалдар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сочи-2014. Андерс Седергрен понесет флаг Швеции на церемонии открытия. Eurosport.ru (5 февраль 2014).
- ↑ Sochi 2014 Closing Ceremony - Flagbearers (ингл.). Международный олимпийский комитет (23 февраль 2014).
Һылтанмалар
- Состав сборной на зимних Олимпийских играх 2014 (швед.). sok.se. Архивировано 7 ғинуар 2014 года.
- Профиль страны на зимних Олимпийских играх 2014. sochi2014.com.
- Состав и результаты сборной на зимних Олимпийских играх 2014 (ингл.). sports-reference.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2014. Архивировано из оригинала 27 апрель 2014 года.
- Состав и результаты сборной на зимних Олимпийских играх 2014. Чемпионат.com.