Норвегия 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында
2014 йылдың 7 февраленән 23 февраленә тиклем Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында Норвегиянан 134 спортсы спорттың ун ике төрөндә ҡатнаша. Олимпия уйындарын асыу тантанаһында Норвегия флагын тау саңғысыһы Аксель Лунд Свиндаль[1], ә ябыу тантанаһында Сочиҙағы Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы биатлонсы Эйнар Бьёрндален йөрөтә[2].
2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары Норвегия өсөн алдағы ике ҡышҡы уйындарға ҡарағанда уңышлыраҡ була, унда 26 олимпия миҙалы: 11 алтын, 5 көмөш һәм 10 бронза миҙал яулай. Рәсми булмаған миҙал иҫәбендә Норвегия 1-се урынды биләй. Саңғысы Марит Бьёрген — өс алтын миҙал яулауға өлгәшкән өс спортсының береһе[3]. Уле Эйнар Бьёрндален, Эмиль Хегле Свендсен һәм Йорген Гробак Сочиҙа ике тапҡыр Олимпия чемпионы булалар.
Мартин Йонсруд Сундбиҙың скиатлонда бронза миҙал яулаған финишы ғауғалы була. Финишта Сундби рәсәйле Максим Вылегжанин юлын киҫеп үтә һәм уны өсөнсө булыу мөмкинлегенән мәхрүм итә[4]. Саңғы спорты буйынса Рәсәй Федерацияһы Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһына (ФИС) апелляция бирә. Әммә ФИС мөрәжәғәтте кире ҡаға, бронза миҙалды норвегта ҡалдыра һәм иҫкәртеү генә бирә[5].
Миҙалдар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Флаг Норвегии на церемонии открытия Игр в Сочи понесет Свиндаль. Спорт-Экспресс (5 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2014. Архивировано 16 март 2014 года.
- ↑ Биатлонист Бьорндален понесёт флаг Норвегии на церемонии закрытия Олимпиады в Сочи. visitsochi.net (22 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2014. Архивировано из оригинала 16 март 2014 года.
- ↑ Леонид Позняк. Герои Олимпиады: Домрачева - чемпион по золотым медалям. kp.ru (24 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2014. Архивировано 28 март 2014 года.
- ↑ Скандалом завершился мужской скиатлон на 30 км. Фоторепортаж лыжной гонки. Чемпионат.com (9 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2014. Архивировано 2 март 2014 года.
- ↑ FIS отклонила апелляцию России на результат в скиатлоне. Delfi.lv (12 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2014. Архивировано 16 март 2014 года.
Һылтанмалар
- Олимпийский комитет Норвегии (норв.). idrett.no. Архивировано 21 ғинуар 2014 года.
- Профиль страны на зимних Олимпийских играх 2014. sochi2014.com.
- Состав и результаты сборной на зимних Олимпийских играх 2014 (ингл.). sports-reference.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2014. Архивировано из оригинала 27 апрель 2014 года.
- Состав и результаты сборной на зимних Олимпийских играх 2014. Чемпионат.com.