Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы
Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы(рус. Международная федерация лыжного спорта и сноубординга, франц. Fédération internationale de ski et de snowboard, FIS) йәки халыҡ-ара саңғы спорты һәм сноубодинг федерацияһы — саңғы спортының бөтә төрҙәренә лә етәкселек иткән халыҡ-ара ойошма. 1924 йылда Францияның Шамони ҡалаһында 14 милли федерация тарафынан нигеҙ һалына.
2022 йылдың майында үткән ФИС конгресында федерацияның тулы исеменә «сноуборд» һүҙе өҫтәлә[2].
Бөгөн ФИС-ҡа 123 милли саңғы берләшмәһе инә[3]. Федерацияның штаб-фатиры Швейцарияның Оберхофен-ам-Тунерзее ҡалаһында урынлашҡан.
Йыл һайын ФИС ярыштары календары төҙөлә, улар ФИС ҡағиҙәләре буйынса үткәрелә.
Бөтә ФИС ярыштары өсөн дөйөм ҡағиҙәләр[4]:
- ярыштарҙы классификациялау
- ярыш төрҙәре
Ярыштарҙы классификациялау
2. ФИС-тың донъя чемпионаттары:
- Саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионаты (саңғы ярыштары, саңғы икебәйгеһе, саңғыла трамплиндан һикереү)
- Тау саңғыһы спорты буйынса донъя чемпионаты
- Сноуборд һәм фристайл буйынса донъя чемпионаты (2015 йылға тиклем фристайл буйынса донъя чемпионаты һәм сноуборд буйынса донъя чемпионаты айырым үтә)
3. ФИС-тың үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты
- Үҫмерҙәр араһында саңғы буйынса донъя чемпионаты (саңғы ярыштары, саңғы икебәйгеһе, саңғыла трамплиндан һикереү)
- Үҫмерҙәр араһында тау саңғыһы буйынса донъя чемпионаты
- Үҫмерҙәр араһында сноуборд буйынса донъя чемпионаты
- Үҫмерҙәр араһында фристайл буйынса донъя чемпионаты
4. ФИС-тың донъя кубоктары
- Саңғы буйынса донъя кубогы
- Саңғыла һикереү буйынса донъя кубогы
- Саңғы икебәйгеһе донъя чемпионаты
- Тау саңғыһы буйынса донъя кубогы
- Сноуборд буйынса донъя кубогы
- Фристайл буйынса донъя кубогы
- Телемарк буйынса донъя кубогы
5. Континенталь кубоктар
6. ФИС халыҡ-ара ярыштары (ФИС ярыштары)
7. Махсус йәки квалификация менән ярыштар
8. ФИС-ҡа ҡарамаған ойошмалар ҡатнашлығында үткәрелгән ярыштар
Ярыш төрҙәре
Халыҡ-ара саңғы ярыштарына түбәндәге дисциплиналар ҡарай[5]. Дисциплина спорт төрө булараҡ бер йәки бер нисә ярышты үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, саңғы ярышы — ФИС дисциплинаһы; саңғы ярышы сиктәрендә ярыштарға спринт, марафон һәм башҡалар инә:
- Төньяҡ дисциплиналар
- Саңғы ярыштары
- Роликлы саңғыла ярыштар
- Саңғыла трамплиндан һикереү
- Саңғыла осоу
- Төньяҡ комбинацияһы
- Төньяҡ комбинацияла команда ярыштары
- Роликлы саңғылар менән төньяҡ комбинацияһы
- Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса команда ярыштары
- Яһалма япмалы трамплиндан саңғыла һикереү
- Күмәк саңғы ярыштары
- Тау саңғыһы дисциплиналары (Alpine Skiing)
- Фристайл (Freestile skiing)
- Сноуборд (Snowboard)
- Телемарк (Telemark)
- Фирнглейтен (Firngleiten)
- Тиҙлеккә ярыштары (Speed Skiing)
- Үләндәге ярыштар (Grass Skiing)
- Башҡа спорт төрҙәре менән бергә үткәрелгән ярыштар
- Балалар ярыштары
- Ветерандар ярыштары
- Инвалидтар ярыштары
ФИС эгидаһы аҫтында үткәрелгән саңғы дисциплиналарынан биатлон айырым тора, уның үҙ халыҡ-ара ойошмаһы — Халыҡ-ара биатлон союзы бар(ингл. International Biathlon Union, IBU).
ФИС президенттары
| Исеме | Милләте | Эшләү осоро |
|---|---|---|
| Ивар Хольмквист | 1924—1934 | |
| Николай Рамм Эстгор | 1934—1951 | |
| Марк Ходлер | 1951—1998 | |
| Джан-Франко Каспер | 1998—2021 | |
| Юхан Элиаш | 2021—х. в. |
Иҫкәрмәләр
- ↑ FIS Congress elects Johan Eliasch as new FIS President (ингл.). FIS Ski (4 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2025. Архивировано 4 июнь 2021 года.
- ↑ В названии Международной федерации лыжного спорта появится упоминание сноубординга. ТАСС (26 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
- ↑ National Ski Associations Архивная копия от 26 октябрь 2013 на Wayback Machine (инг.)
- ↑ FIS. Общие правила для всех соревнований. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2009. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2010 года.
- ↑ FIS. Общие правила для всех соревнований. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2025. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2010 года.