2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында миҙал иҫәбе
2014 йылда Сочиҙа үткән XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында миҙал иҫәбе (рус. Медальный зачёт на зимних Олимпийских играх 2014) — уйындарҙа бер милли команда спортсылары алған миҙалдарҙың дөйөм статистикаһы.
Команда зачеты Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылмай, сөнки Олимпия хартияһына ярашлы Олимпия уйындары «илдәр араһында түгел, ә спортсылар араһында шәхси һәм команда төрҙәрендә ярыштар булып тора»[1]. Әммә был күрһәткес Олимпия уйындарында ҡатнашҡан милли командаларҙың һөҙөмтәләрен баһалау өсөн рәсми булмаған рәүештә әүҙем ҡулланыла[2].
2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында 98 миҙал тупланмаһы уйнатыла. Һөҙөмтәлә 99 алтын, 97 көмөш һәм 99 бронза миҙал тапшырыла. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тиҙлек менән төшөү буйынса ярыштарҙа ике алтын миҙал бирелә, көмөш миҙал бирелмәй[3]. Ир-егеттәр араһында супергигантта ике бронза миҙал тапшырыла[4].
Был уйындарҙа 88 илдән 2873 спортсы араһында спорттың 15 төрөндә миҙалдар уйнатыла[5].
Рәсми булмаған команда иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Түбәндә күрһәтелгән милли командаларҙың миҙал иҫәбе таблицаһы Халыҡ-ара олимпия комитеты сайтында урынлаштырылған мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән[6].
2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпия уйындарында Рәсәй тәүге тапҡыр ҡышҡы Олимпия уйындарының дөйөм миҙал иҫәбендә беренсе була. Миҙалдарҙың дөйөм һаны буйынса Рәсәй илдәр рейтингында беренсе урынды биләй, 29 награда яулай, шуларҙың 10-ы алтын, 10-ы көмөш һәм 9-ы бронза. Бынан тыш, Рәсәй Канада менән бер рәттән бөтә йыйылма командалар араһында иң күп көмөш миҙал (10) яулай.
Икенсе урында 28 миҙал яулаған Америка Ҡушма Штаттары. Бронза миҙалдар һаны буйынса беренсе урында — АҠШ (10 миҙал).
Норвегия наградаларҙың дөйөм һаны буйынса өсөнсө (26) һәм алтын миҙалдар һаны буйынса беренсе (11) урында.
Словения ҡышҡы Олимпия уйындарында тау саңғыһы спорты буйынса тәүге алтын миҙалын яулай[7].
# | Команда | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
---|---|---|---|---|---|
1 | Австралия | 0 | 2 | 1 | 3 |
2 | Австрия | 4 | 8 | 5 | 17 |
3 | Беларусь | 5 | 0 | 1 | 6 |
4 | Бөйөк Британия | 1 | 1 | 3 | 5 |
5 | Германия | 8 | 6 | 5 | 19 |
6 | Италия | 0 | 2 | 6 | 8 |
7 | Ҡаҙағстан | 0 | 0 | 1 | 1 |
8 | Канада | 10 | 10 | 5 | 25 |
9 | Ҡытай | 3 | 4 | 2 | 9 |
10 | Латвия | 1 | 1 | 3 | 5 |
11 | Нидерланд | 8 | 7 | 9 | 24 |
12 | Норвегия | 11 | 6 | 9 | 26 |
13 | Польша | 4 | 1 | 1 | 6 |
14 | Корея Республикаһы | 3 | 3 | 2 | 8 |
15 | Рәсәй Федерацияһы | 10 | 10 | 10 | 29 |
16 | Словакия | 1 | 0 | 0 | 1 |
17 | Словения | 2 | 2 | 4 | 8 |
18 | АҠШ | 9 | 9 | 10 | 28 |
19 | Финляндия | 1 | 3 | 1 | 5 |
20 | Франция | 4 | 4 | 7 | 15 |
21 | Чехия | 2 | 3 | 2 | 7 |
22 | Швейцария | 6 | 4 | 5 | 15 |
23 | Швеция | 3 | 5 | 3 | 11 |
25 | Эстония | 0 | 0 | 1 | 1 |
Ҡалын менән һәр категория буйынса миҙалдарҙың иң күп һаны билдәләнгән. Зәңгәр төҫ менән — ҡабул итеүсе ил.
2014 йылда Сочиҙа үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы 88 команданың 62-һе бер миҙал да яулай алмай[8]:
- Әзербайжан
- Албания
- Америка Виргин утрауҙары
- Андорра
- Аргентина
- Әрмәнстан
- Бельгия
- Бермуд
- Болгария
- Босния һәм Герцеговина
- Бразилия
- Британ Виргин Утрауҙары
- Венгрия
- Венесуэла
- Көньяҡ Тимор
- Гонконг
- Греция
- Грузия
- Дания
- Доминика
- Зимбабве
- Израиль
- Һиндостан
- Иран
- Ирландия
- Исландия
- Испания
- Кайман Утрауҙары
- Кипр
- Ҡырғыҙстан
- Ливан
- Литва
- Лихтенштейн
- Люксембург
- Македония
- Мальта
- Марокко
- Мексика
- Молдавия
- Монако
- Монголия
- Непал
- Яңы Зеландия
- Пакистан
- Парагвай
- Перу
- Португалия
- Румыния
- Сан-Марино
- Сербия
- Тажикстан
- Таиланд
- Тайвань
- Того
- Тонга
- Төркиә
- Үзбәкстан
- Филиппин
- Черногория
- Чили
- Эстония
- Ямайка
Рәсәй спортсыларын дисквалификациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2014—2015 йылдарҙа допинг скандалы башлана, һуңынан Ричард Макларен комиссияһы доклады, ә һуңынан Макларен докладының төп һығымталарын ҡабаттан тикшерергә саҡырылған Самуэль Шмид етәкселегендәге Халыҡ-ара олимпия комитеты комиссияһы доклады баҫылып сыҡҡандан һуң, ул тағы ла көсәйә[9]. Һөҙөмтәлә 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан һәм призлы урындар яулаған Рәсәй спортсылары наградаларынан мәхрүм ителә[10].
Рәсәй Федерацияһы рәсми рәүештә Шмид доклады һығымталарын таный. Атап әйткәндә, РУСАДА-ның допингҡа ҡаршы милли ойошмаһы эшен тергеҙеү маҡсатында ул ваҡытта Рәсәй спорт министры вазифаһын биләгән Павел Колобков, спорт министрлығының рәсми кешеләре допинг-схемаға йәлеп ителгән, тип яҙма яуап бирә[11]. Рәсәй Президенты Владимир Путин докладта телгә алынған рәсми кешеләрҙең эштән бушатыласағы тураһында белдерә[12].
Скандал һөҙөмтәһендә 2014 йылда Сочиҙағы Олимпия уйындары миҙалдарынан мәхрүм ителәләр:
- Бобслей:
- Алексей Воевода һәм Александр Зубков (Парлы разрядта «алтын» һәм ирҙәр дүртәүендә «алтын»). Шулай уҡ Дмитрий Труненков һәм Алексей Негодайло һөҙөмтәһе дисквалификацияланған дүрт кешелек экипаж ағзалары була[13].
- Биатлон:
- Яна Романова, Ольга Зайцева, Екатерина Шумилова һәм Ольга Вилухина — көмөш миҙалдары тартып алынған 4х6 км ҡатын-ҡыҙҙар эстафета командаһы ағзалары[14].
- 2020 йылда Евгений Устюговтың алтын миҙалы тартып алына, Әммә уның апелляцияһы буйынса ҡарар сығарылмаған[15].
2018 йылдың 1 февралендә Лозанналағы Спорт арбитраж суды (CAS) 2014 йылда Сочиҙағы Олимпия уйындарында 28 Рәсәй спортсыһының һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыуҙы ғәмәлдән сығара, һөҙөмтәлә Рәсәйгә элек һайлап алынған туғыҙ миҙал кире ҡайтарыла һәм Рәсәй ҡабаттан миҙал иҫәбендә беренсе урынды биләй[16]. Атап әйткәндә: Александр Легковҡа алтын һәм көмөш миҙалдары, Максим Вылегжанинға ике көмөш миҙалы, Александр Третьяковҡа алтын миҙал, Елена Никитинаға бронза миҙал, Ольга Фаткулинаға көмәш миҙал[17].
2020 йылдың 15 февралендә Халыҡ-ара биатлонсылар союзының Допингҡа ҡаршы комиссияһы Рәсәй биатлонсылары Светлана Слепцова һәм Евгений Устюговтың допингҡа ҡаршы ҡағиҙә боҙоуҙа ғәйепләнгән эштәре буйынса ҡарар сығара[18]. Комиссия ҡарары буйынса, Устюговтың 2013 йылдың 27 авгусынан 2013/14 йылдарҙағы Донъя кубогы миҙгеле аҙағына тиклемге һөҙөмтәләре, шул иҫәптән Сочиҙағы Олимпия уйындарында яулаған алтын миҙалы ла дисквалификациялана. 2023 йылдың октябренә ҡарата Евгений Устюговтың апелляцияһы тикшерелеү өҫтөндә[15].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2014 йылғы ҡышҡы Паралимпия уйындарында миҙал иҫәбе
- 2014 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары призерҙары исемлеге
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Олимпийская хартия . Olympteka.ru. Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ Дмитрий Кузнецов. Рейтинг, в котором Россия выше США и Китая. Мы пересчитали медальный зачет Олимпиад . Спорт-экспресс (28 октябрь 2023). Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ Скоростной спуск, женщины. Официальные результаты на сайте зимних Олимпийских игр 2014 . Дата обращения: 20 февраль 2014. Архивировано из оригинала 12 февраль 2014 года.
- ↑ Супер-гигант, мужчины. Официальные результаты на сайте зимних Олимпийских игр 2014 . Дата обращения: 20 февраль 2014. Архивировано из оригинала 20 февраль 2014 года.
- ↑ В.Мутко пообещал уйти в отставку в случае провала на Олимпиаде . РБК (25 декабрь 2013). Дата обращения: 5 июль 2015. Архивировано из оригинала 14 июль 2015 года.
- ↑ Sochi 2014 Medal Table . Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ Herman, Martyn Maze amazes as she wins Slovenia's first gold (ингл.). Рейтер (12 февраль 2014). Дата обращения: 5 июль 2015. Архивировано из оригинала 6 июль 2015 года.
- ↑ Страны на XXII зимних Олимпийских Играх в Сочи 2014 . Olympteka.ru. Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ IOC Disciplinary Commission’s Report to the IOC Executive Board . International Olymic Committee (2 декабрь 2017). Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ Отстояли: России вернули победу на Олимпиаде в Сочи . Lenta.ru (1 февраль 2018). Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ {cite web|url=https://www.fontanka.ru/2018/09/15/053/%7Ctitle=Подписаться под нарушениями и пустить в лабораторию: Минспорт ради РУСАДА согласился на всё|date=2018-09-15|accessdate=2023-10-29|deadlink=no}}
- ↑ «Медведев временно отстранил от должности замминистра спорта Нагорных» . Дата обращения: 19 июль 2016. Архивировано из оригинала 14 сентябрь 2016 года.
- ↑ Никита Коновалов. Таблица медального зачета Сочи-2014. Как она выглядит сейчас . Спорт-экспресс (24 сентябрь 2020). Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ Чешским биатлонисткам вручили медали Сочи-2014 после дисквалификации сборной России . Журнал "Лыжный спорт" (5 март 2023). Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ 15,0 15,1 Устюгов заявил о своей невиновности на слушаниях в CAS по допинговому делу о гемоглобине . ТАСС (19 июль 2023). Дата обращения: 29 октябрь 2023.
- ↑ Media Release. Anti-Doping – Sochi 2014 . Court of Arbitration for Sport (1 февраль 2018). Дата обращения: 1 февраль 2018. Архивировано из оригинала 1 февраль 2018 года.
- ↑ Сборная РФ после решения CAS вернется на первое место медального зачета Игр в Сочи (1 февраль 2018). 1 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ IBU Anti-Doping Hearing Panel renders verdicts on Sleptsova and Ustyugov . International Biathlon Union - IBU. Дата обращения: 15 февраль 2020. Архивировано из оригинала 17 февраль 2021 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Медальный зачёт на официальном сайте зимних Олимпийских игр 2014 . Дата обращения: 20 февраль 2014.