Каннын

Каннын (кор. 강릉시?, 江陵市?, Gangneung-si) — Көньяҡ Кореяның Канвондо провинцияһындағы ҡала. Йондон төбәгенең (Канвондо провинцияһының көньяғы) иҡтисади үҙәге тип һанала. Илдең туристик үҙәктәренең береһе, бында Япон диңгеҙенең буйында, бер нисә популяр пляж урынлашҡан. Көньяҡ биҫтәләрендә авиация базаһы бар, элек унда шулай уҡ граждандар аэропорты булған[2].

Тарих

Ҡала терреторияһында Виман Чосон ваҡытынан алып ауыдар була. 129 йылда б. э. т. ҡаланы ҡытай Ханы баҫып ала һәм ҡалаға Цанхэ тип исем бирә. 313 йылда ҡаланы Когурё үҙенең властенә ала, һәм Хэсоран йәки Хасулла тип исем куша. Унан һуң, 550 йылда был ерҙәр Силла дәүләте күҙәтеүе аҫтына инә, һәм 757 йылда исеме Менджаға алмаша. 1308 йылда, Коре дәүерендә, Каннын хәҙерге исемен ала. Чосон династияһы ваҡытында, ҡала провинцияның үҙәге булған. 1955 йылда Каннын хәҙерге ҡала статусын ала. Шул уҡ ваҡытта Менджу өйәҙе ойошторола. 1995 йылда Менджу Каннын составына инә[3].

Географияһы

Ҡала Япон диңгеҙенең ярында урынлашҡан һәм көнсығыш Тхэбэксен тауының битләүҙәренә ылыға. Ҡала аша Намдэчхон йылғаһы аҡа, ул Вансанчхон йылғаһы менән ҡушыла, һәм Япон диңгеҙенә инә. Уртаса йыллыҡ температураһы 13,2 °C, уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме 2066мм (2002 йылдың мәғлүмәттәре)[4].

Административ бүленеү

Каннын административ яҡтан 1ыпҡа, 7менға,13 тонға (дон) бүленә[5]:

Исеме Хангыль Майҙаны, км² Халыҡ, кеше Эске бүленеш
Чумунджинып 주문진읍 60,55 22 347 Ри 5
Вансанмен 왕산면 245,49 1795 Ри 6
Йонгокмен 연곡면 202,52 6426 Ри 9
Кандонмен 강동면 112,48 5970 Ри 10
Куджонмен 구정면 42,73 4578 Ри 7
Оккемен 옥계면 148,8 1828 Ри 10
Сачхонмен 사천면 70,89 4501 Ри 9
Сонсанмен 성산면 80,29 3356 Ри 9
Каннамдон 강남동 16,09 20 970
Кенпходон 경포동 23,02 4982
Ке-идон 교2동 2,40 10 167 Инә. Кедон
Ке-ильдон 교1동 2,73 28 474 Инә. Кедон
Нэгоктон 내곡동 4,96 11 095
Окчхондон 옥천동 0,99 4765
Пхон-идон 포남2동 2,58 17 353 Инә. Пхонамдон
Пхон-ильдон 포남1동 1,28 12 609 Инә. Пхонамдон
Сонджондон 송정동 3,49 7644
Сондоктон 성덕동 11,41 28 565
Хонджедон 홍제동 89,74 3659
Чунандон 중앙동 0,99 6766
Чходандон 초당동 2,89 6029

Иҡтисад

Туризм һәм еңел сәнәғәт — ҡаланың төп иҡтисади тармаҡтары. Ҡалала ғилми-сәнәғәт комплексы төҙөү пландары бар, эшенең төп йүнәлеше булып яңы материалдар булдырыу, медицина һәм биология өлкәһендә тикшеренеүҙәр[6].

Спорт

Каннында 2018 йылдың Ҡышҡы Олимп уйындары сиктәрендә ерлинг, конькила шыуыу, хоккей, шорт — трек һәм фигурлышыуыу буйынса ярыштар үтәсәк.

Ҡышҡы олимпия уйындары өсөн спорт ҡоролмалары

  • Ябыҡ һырғалаҡ боҙ — керлинг
  • Каннындың хоккей үҙәге — шайба менән хоккей
  • Гепхо боҙ залы — фигуралы шыуыу, шорт-трек
  • Квандон Университетының спорт аренаһы — шайба менән хоккей
  • Конькиҙа йүгереү спорт ҡоролмалары Канны спорт Комплексы— конькила тиҙ йүгереү

Символы

Көньяҡ Кореяһының ҡалаларҙың күпселеге кеүек, Каннындың бер нисә символы бар[7]:

  • Сәскә: лагерстремия.
  • Ағас: ҡарағай.
  • Ҡош: аҡҡош.
  • Хайуан: юлбарыҫ.
  • Маскот: Гильдон-Хур.

Туризм һәм иҫтәлекле урындар

undefined

Диңғеҙ ярында урынлашыу һәм оҙон пляждар һыҙығы Каннынды ҡыҙыклы курорт үҙеге итә.

Кенпходэ — ҡаланың тарихи өлкәһе, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн яратылған ял итеү урыны. Әйтәләр, Кенпходэлә айҙы бер үк ваҡытта биш урында күрергә мөмкин, — күктә, күл сағылышында, диңгеҙ сағылышында, стакандағы эсемлек сағылышында һәм яратҡан кешеңдең күҙҙәрендә.

28 сағылда төҙөлгән, Кенпходэ повильонының үҙәгендә, Кореяның Юль Гоко шағирының билдәле "Кенпходэб"поэмаһы һаҡлана, унда ул ай менән күк хәрәкәтен һүрәтләй[8].

Каннын шулай уҡ, фестивалдәре менә билдәле. Беренсе урында Фестиваль Тано (강릉단오제), ул Намдэчхон йылғаһында үтә. 1967 йылдан был фестиваль 13 һан аҫтында материаль булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә инә. 2005 йылдың 25 ноябрендә был фестиваль ЮНЕСКОның «Кешелектең телдән һәм материаль булмаған мираҫы шедеврҙары» списогына инә. Хәҙер был фестиваль төрлө фольклор тамашалар һәм традицион йолалар йыйынтыһы булып тора. Кванно маскалары менән бейеу киң билдәле, уны был фестивалдә генә күрергә мөмкин[9].

Каннынала шулай уҡ башҡа билдәле фестивалдәр үтә, уларҙың араһында — Каннындың халыҡ — ара йәштәр фестивале, ул Кореяның милли мәҙәниәтенә арналған. 2006 йылдан алып, был фестивалдән һуң, кенпхо тигән рок — фестиваль үтә.

Туғанлашҡан ҡалалар

Рәсми сайты мәғлүмәттәре буйынса[10]:

Шулай уҡ ҡара

  • Көньяҡ Кореяның ҡалалары

Иҫкәрмәләр

  1. http://kosis.kr/eng/
  2. US Forces Korea. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 20 октябрь 2004 года.
  3. История Каннына. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йылдың 19 август көнөндә архивланған.
  4. География и климат Каннына. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йылдың 25 август көнөндә архивланған.
  5. Административное деление Каннына. (кор.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года.
  6. Промышленность Каннына. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йылдың 25 август көнөндә архивланған.
  7. Символы Каннына. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йылдың 16 июль көнөндә архивланған.
  8. Туризм в Канныне. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йылдың 25 август көнөндә архивланған.
  9. Фестиваль Тано. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2014 йылдың 19 август көнөндә архивланған.
  10. Города-побратимы Каннына. (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2009. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йылдың 25 август көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Каннын // Кандидат — Кинескоп. — М. : Советская энциклопедия, 1953. — С. 15. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 20).

Категориялар