РЖД Арена
«РЖД Аре́на» (элек — «Локомотив» стадионы) — футбол стадионы, Мәскәүҙең Көнсығыш административ округының Преображенское районында урынлашҡан.
А. В. Боков етәкселегендәге архитекторҙар төркөмө (архитекторҙары Д. В. Буш, С. Н. Чуклов, И. С. Бабак, К. В. Ланина, Н. Ю. Никифорова) проекты буйынса иҫке «Локомотив» стадионы урынында 2000—2002 йылдарҙа төҙөлгән. Футбол матчтары өсөн тәғәйенләнгән (йүгереү юлы юҡ). 2017 йылда яңыртыуҙан һуң стадиондың һыйҙырышлығы 27 320 тамашасы тәшкил итә[2]. 2017 йылдың 5 авгусына тиклем стадион «Локомотив» тип атала һәм Европа кубоктары һәм милли йыйылма командалар матчтары өсөн был исемде һаҡлана.
Стадионда «Локомотив» командаһы һәм Рәсәй йыйылма командаһы уйнай. Бынан тыш, 2013/2014 йылдар миҙгелендә майҙанда Мәскәүҙең «Спартак» командаһы сит командаларҙы ҡабул итә.
Стадиондың тасуирламаһы
Файл:Lokomotiv stadium panorama.JPG
Локомотив — Спартак матчы алдынан күренеш. 30 март 2014 йыл
Стадион халыҡ-ара стандарттарға яуап бирә һәм техник йыһазландырыу һәм дизайндың үҙенсәлеге буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һанала[3]. Уның 4 трибунаһы бар, яҡтылыҡ йүнәлештәр буйынса атала. Һәр трибуна ике ярустан тора, ә улар араһында VIP-бокстар бар. Төп трибуна — Көнбайыш.
Локомотив футбол клубының өй стадионы. Бынан тыш, бында күп кенә өй матчтарында Рәсәй йыйылма командаһы уйнай, шулай уҡ Европа кубоктары һәм урындағы ярыштар матчтары үткәрелә.
Стадион эргәһендә ысын локомотив — Л-3516 паровозы ҡуйылған.
Стадион дикторҙары: 2012 йылдың йәйенә тиклем — Степан Левин[4], 2012 йылдың йәйенән 2015 йылға тиклем — Виктор Степанов, 2015 йылдан 2021 йылға тиклем — Евгений Кириллов.
Файл:19052012StadiumLokomotiv001.jpg
Паровоз Л-3516 аренаға инеү урынында
Тарихы
Черкизоволағы стадиондың проектын 1933—1936 йылдарҙа архитекторҙар А. Васильев һәм Г. Г. Вегман эшләй, уларса ул парк-стадион булыпға тейеш була. 1935 йылға стадиондың беренсе этабы төҙөлә, унда 15 мең тамашасыға иҫәпләнгән төп арена, еңел атлетика секторы, дүрт теннис корты, волейбол маҙаны һәм спорт бинаһы була. Стадионға скульптуралар ҡуйыла. Профсоюздың стадиондың икенсе сиратын төҙөү өсөн аҡсаһы етмәү сәбәпле, Спорт комплексы Электр эашиналары эшләү профсоюзының үҙәк комитеты ҡарамағынан алына һәм стадион "Сталинец"исемен ала. Мәскәүҙең күп кенә командалары был стадионда уйындар үткәрә[5][6].
«Локомотив»ҡа стадион Хрущев осорона күсә. 1966 йылдың 17 авгусында һүтелгән «Сталинец» урынында асыла. 30 мең самаһы тамашасыны һыйҙыра (1990-сы йылдар уртаһында, эскәмйәләр индивидуаль пластик ултырғыстар менән алмаштырылғас, һыйҙырышлылығы 24 меңгә тиклем кәмей). 1977—1979 һәм 1996—1998 йылдарҙа Мәскәүҙең тағы бер футбол клубы «Спартак» өй уйындарын ошо стадионда үткәрә.
2017 йылдың йәйендә «Локомотив» стадионында төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Аренаның һыйҙырышлылығы 28 800 урындан 27 320 урынға тиклем кәмей; ултырғыстар клуб төҫтәре менән алмаштырыла: өҫкө ярус — ҡыҙыл, аҫҡы ярус — йәшел.
2017 йылдың 5 авгусында стадион хәҙерге исемен (РЖД Арена) ала[7].
2021 йылдың майында стадионды һүтеү мөмкинлеге һәм команданың Лужникиға күсәсәге тураһында хәбәрҙәр тарала[8][9], Мәскәү мэры Сергей Собянин "РЖД Арена"ны һүтеү тураһында мәғлүмәтте кире ҡаға[10][11].
«Локомотив» манежы
Дан аллеяһы
2006 йылдың 14 апрелендә «Локомотив» спорт йәмғиәтенең етмеш йыллығына асылған «Локомотивтың йондоҙ юлы» Дан аллеяһы урынлашҡан. Аллеяла клуб тарихында әһәмиәтле уйынсылар, тренерҙар, тимер юл эшмәкәрҙәре исемдәре яҙылған йондоҙҙар ҡуйылған[14] 2019 йылдың 6 ноябренә аллеяның составы түбәндәгесә[14]:
| Индереү датаһы | Исеме | Клуб тарихында роле |
|---|---|---|
| 14 апрель 2006 | Бещев Борис Павлович | СССР тимер юлдары министры (5 июнь 1948 — 14 ғинуар 1977). |
| 14 апрель 2006 | Лядин Евгений Иванович | «Локомотив» уйынсыһы (1948—1956). |
| 5 август 2006 | Паристый Иван Леонтьевич | Мәскәү тимер юлы начальнигы (декабрь 1978 — март 1999). |
| 5 август 2006 | Конарев Николай Семёнович | СССР тимер юлдары министры (29 ноябрь 1982 — 26 декабрь 1990). |
| 5 августа 2006 | Ворошилов Виктор Фёдорович | «Локомотив» уйынсыһы (1956—1962), «Локомотив» тренеры (1963—1965, 1970—1972). |
| 13 май 2007 | Сёмин Юрий Павлович | «Локомотив» уйынсыһы (1975—1977), "Локомотив"тың баш тренеры (1986—1990, 1992—2005, 2009—2010, 2016—2020), «Локомотив» президенты (2006—2007). |
| 23 сентябрь 2007 | Соколов Виктор Захарович | «Локомотив» уйынсыһы (1955—1963), команда начальнигы (1966). |
| 12 май 2008 | Бубукин Валентин Борисович | «Локомотив» уйынсыһы (1953—1960, 1963—1965), баш тренер (1966—1968). |
| 3 август 2008 | Гранаткин Валентин Александрович | «Локомотив» уйынсыһы (1936—1943). |
| 4 октябрь 2009 | Забелин Геннадий Степанович | «Локомотив» уйынсыһы (1947—1959). |
| 4 октябрь 2009 | Артемьев Виталий Сергеевич | «Локомотив» уйынсыһы (1953—1962). |
| 1 октябрь 2019 | Лавров Виктор Васильевич | «Казанка» (1931—1935) һәм «Локомотив» уйынсыһы (1936—1940). 1936 йылдың 22 майында Футбол буйынса СССР чемпионатында беренсе туп индерә[15]. |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Денис Вдовин. «Локомотив» готов возвращать кредит. vremya.ru. «Время новостей» (8 июль 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2019. Архивировано 26 апрель 2021 года.
- ↑ «РЖД Арена» | ФК Локомотив. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 8 август 2017 года.
- ↑ «РЖД Арена» на официальном сайте ФК «Локомотив». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2015. Архивировано 29 август 2015 года.
- ↑ На стадионе «Локомотив» будет новый диктор / Локомотив — сайт ФК Локомотив Москва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2012. Архивировано 30 июль 2017 года.
- ↑ Архитектура Москвы 1933—1941 гг. / Автор-сост. Н. Н. Броновицкая. — М.: Искусство—XXI век, 2015. — С. 217—219. — 320 с. — (Памятники архитектуры Москвы (книжная серия)). — 2500 экз. — ISBN 978-5-98051-121-0.
- ↑ История стадиона — от Сталинца до Локомотива 2014 йылдың 19 август көнөндә архивланған.
- ↑ Заявление президента ФК «Локомотив». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2017. Архивировано 5 август 2017 года.
- ↑ Владислав Викторов. «Локомотив» может сменить дом. kommersant.ru (19 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2022. Архивировано 24 май 2022 года.
- ↑ Почему «Локо» и РЖД задумались о сносе стадиона? Зачем им «Лужники»? Полный разбор ситуации. sports.ru (20 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2021. Архивировано 4 июнь 2021 года.
- ↑ Семён Андреев. «Бред какой-то»: Собянин высказался о судьбе «Локомотива». gazeta.ru (19 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2022. Архивировано 24 май 2022 года.
- ↑ 1 2 Евгений Дзичковский. «27 га слишком лакомый кусок. Ищите, кому это выгодно». Удивяляемся вместе с экспертами возможному переезду «Локомотива». matchtv.ru (20 май 2021).
- ↑ На территории стадиона «Локомотив» открыт новый крытый футбольный манеж. tass.ru (26 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2022. Архивировано 24 май 2022 года.
- ↑ Манеж «Локомотив» Москва. footballfacts.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2022. Архивировано 24 май 2022 года.
- ↑ 1 2 Аллея славы. fclm.ru. Футбольный клуб «Локомотив», Москва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2019. Архивировано 1 август 2019 года.
- ↑ Павел Алешин. Я — футболист, и мое место не в цирке. sport-express.ru. «Спорт-Экспресс» (13 сентябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2019. Архивировано 6 ноябрь 2019 года.
Әҙәбиәт
- Малинин Н. С. Архитектура Москвы. 1989—2009: Путеводитель. — М.: Улей, 2009. — С. 119—121. — 400 с. — ISBN 978-5-91529-017-3.