Зико

Арту́р Анту́нес Кои́мбра[3] (порт.-браз. Arthur Antunes Coimbra; 3 март 1953), Зи́ко булараҡ билдәле[4] (порт.-браз. Zico) — Бразилия футболсыһы һәм футбол тренеры. Зико тарихтағы иң бөйөк футболсыларҙың береһе тип һанала, үҙенең дриблингы һәм стандарт хәлдәрҙе үтәүе менән билдәле.

Ул «Фламенго», «Фламенго», «Удинезе» Һәм Японияның «Касима Антлерс» клубтары өсөн сығыш яһай. 1990 йылдың мартынан 1991 йылдың апреленә тиклем Бразилияның спорт министры вазифаһын башҡара. Ул пляж футболы уйнаған. Япония йыйылма командаһы, «Фенербахче», Мәскәүҙең ЦСКА и «Олимпиакос» клубтары тренеры була.

2009 йылдың 27 декабрендә Рио-де-Жанейроның «Маракана» стадионында урындағы «Фламенго» футбол клубының легендаһына әүерелгән, шулай уҡ 333 гол индергән иң яҡшы бомбардир Зикоға һәйкәл асыла[5].

Биографияһы

Клуб карьераһы

Зиконың талантын тәүге тапҡыр «Фламенго» скауты булып эшләгән журналист Нелсон Гарсия аса. Ул 14 йәшлек малайҙы ошо клубҡа алып килә. Әммә ауырлыҡ килеп тыуа: Зиконың ауырлығы ни бары 37 килограмм, шуға ла уға футбол майҙанында ауыр була. Роберто Франкалаччи етәкселегендә Зико, тренажер залында шөғөлләнеп һәм махсус медицина препараттары ҡабул итеп, 1967 йылдан 1970 йылға тиклем 16 кг, ә артабанғы 4 йылда тағы ла 13 кг өҫтәй. Зико карьераһының күп өлөшөн Фламенгола үткәрә, клуб тарихында иң яҡшы бомбардир булып танылыуға өлгәшә.

Зико 18 йәшендә "Фламенго"ның төп составында сығыш яһай башлай. Уның уйыны иҫ киткес техника, яңғыҙ үтеү һәләте, майҙанды дөрөҫ күреү, баш менән уйнау (бәләкәй буйлы булыуына ҡарамаҫтан), шулай уҡ ирекле тибеүҙәрҙе башҡарыуы менән айырылып тора. Лидерының сағыу уйыны арҡаһында клуб үҙ тарихында иң яҡшы осорҙарҙың береһен кисерә. 1980 йылда «Фламенго» тәүге тапҡыр Бразилия чемпионатында еңә, ә бер йылдан һуң үҙ тарихында беренсе тапҡыр Либертадорес кубогын яулай. Чилиҙың Кобрелоа клубы менән осрашыуҙа еңеүҙе билдәләү өсөн бразилиялыларға өс матч үткәрергә тура килә, уларҙың икеһе еңеү (2:1 һәм 2:0) менән тамамлана. Фламенгоның бөтә голдарын да Зико индерә.

1976 йылдарҙа уйынсыны «Реал Мадрид» һатып алырға теләә, 1982 йылда — «Барселона», «Ювентус» и «Фиорентина», әммә 1983 йылда Зико «Удинезе» клубына күсә. Беренсе миҙгелдә үк Зико 19 туп индерә, миҙгелдең иң яҡшы бомбардиры Мишель Платиниҙан бер тупҡа ғына ҡалыша. Әммә 1985 йылда һалымдар менән проблемалар арҡаһында Европанан китергә мәжбүр була.

Зико «Фламенго» ға ҡайта һәм 1989 йылға тиклем ошо клубта уйнай, футболсы Бразилия хөкүмәтендә эшләй башлай. 1989 йылдың 27 мартында Зико үҙенең хушлашыу матчында «Удинезе» өсөн донъя йыйылма командаһына ҡаршы уйнай.

Әммә 1991 йылда Зико Японияға күсә һәм «Касима Антлерс» командаһында уйнай. Артабан Зико "Антлерс"тың техник директоры вазифаһына күсә. «Антлерс» стадионына ингән урында Зиконың бронза һыны тора.

Дәүләт хеҙмәте

1990 йылдың мартында Зико Бразилияның спорт министры итеп тәғәйенләнә, был вазифала ул 1991 йылдың апреленә тиклем эшләй. Бер нисә йылдан был вазифаға Пеле тәғәйенләнәсәк.

Тренерлыҡ карьераһы

undefined

1995 йылда тренерлыҡ карьераһын Японияның «Касима Антлерс» клубының техник директоры булып башлай. 1998 йылда Зико 1998 йылғы донъя чемпионаты барышында Бразилия тренеры Марио Загаллоға ярҙам итә. Артабан Зико кире «Касима Антлерс»ҡа эшкә ҡайта. 2002 йылдың йәйендә Зико Япония йыйылма командаһы менән етәкселек итә, улар менән бергә 2004 йылғы Азия кубогын яулай һәм команданы 2006 йылғы донъя чемпионатына алып сыға, унда ул төркөмдән алға сыға алмай. 2006—2008 йылдарҙа Төркиәнең «Фенербахче» командаһын етәкләй, уның менән 2006/07 йылдарҙа Төркиә чемпионатында һәм 2007 йылда Төркиә суперкубогында еңеү яулай.

2008 йылдың сентябрендә Үзбәкстандың «Бунёдкор» клубы[6], ә 2009 йылдың 9 ғинуарында «Зико» Мәскәү ЦСКА-һы менән килешеү төҙөй[7]. Тәүге ярты йыллыҡ эш дәүерендә уның етәкселегендәге команда ике трофей — Суперкубок һәм Рәсәй кубогын яулай.

2009 йылдың 16 сентябрендә Зико Грецияның «Олимпиакос» командаһын етәкләй[8]. 2010 йылдың 19 ғинуарында команданың бер нисә уңышһыҙ матчынан һуң ул отставкаға ебәрелә[9].

2010 йылдың 31 майында Зико "Фламенго"ның башҡарма директоры итеп тәғәйенләнә. 1 октябрҙә ул был вазифаһынан китә. «Мин „Фламенго“ лауйлағандың барыһын да эшләй алманым. Мин клубта булыуымдың күптәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙырыуын күрҙем. Минең ҡарарҙарымды тәнҡитләнеләр, улдарым аша миңә баҫым яһанылар һәм китергә мәжбүр булдым», — ти ул[10].

Күп командаларҙа Зиконың тренерҙар штабына уның өлкән ағаһы — билдәле Бразилия футболсыһы Эду инә[11].

Статистика

Команда Голдар Матчтар Уртаса голдар
Фламенго 508 731 0.69
Удинезе 56 79 0.69
Сумитомо Металс 27 31 0.87
Касима Антлерс 27 57 0.47
Бразилия йыйылма командаһы (өлкәндәр) 66 88 0.75
Бразилия йыйылма командаһы (Олимпия уйындарында) 1 8 0.12
Бразилия йыйылма командаһы (йәштәр) 81 116 0.69
Ҡалғандар 60 70 0.85
Бөтәһе 826 1180 0.70

Иҫкәрмәләр

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Zico // Transfermarkt (билдәһеҙ) — 2000.
  3. Практик транскрипцияға ярашлы, исемде дөрөҫ әйтеү варианты — Артур Антунис Коимбра.
  4. Практик транскрипцияға ярашлы, исемде дөрөҫ әйтеү варианты — Зику.
  5. Зико поставили памятник на «Маракане» Архивная копия от 31 декабрь 2009 на Wayback Machine
  6. Зико возглавил «Бунёдкор». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 сентябрь 2008. Архивировано 29 сентябрь 2008 года.
  7. Зико прибыл в Москву и подписал контракт с ЦСКА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2009. Архивировано 10 ғинуар 2009 года.
  8. Зико назначен главным тренером «Олимпиакоса» Архивная копия от 24 сентябрь 2009 на Wayback Machine
  9. «Олимпиакос» уволил Зико Архивная копия от 20 ғинуар 2010 на Wayback Machine
  10. Зико ушёл из «Фламенго». football.kulichki.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2010. Архивировано 14 март 2012 года.
  11. Эду: "Зико любит, когда судьба бросает ему вызов". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2021. Архивировано 10 ғинуар 2021 года.

Сығанаҡтар

  • Гольдес И. В. Зико: Белый Пеле // Гольдес И. В. 100 легенд мирового футбола. Выпуск второй. — М.: Новое дело, 2003. — 216 с. — (Полная иллюстрированная история футбола). — 3000 экз. — ISBN 5-98107-001-3. — С. 29—35.

Ҡалып:Тренеры сборной Японии по футболу Ҡалып:Тренеры ФК Фенербахче Ҡалып:Тренеры ФК Бунёдкор

Ҡалып:Тренеры ФК Олимпиакос Ҡалып:Блок наград

Тема буйынса өҫтәмә