Юрзинов Владимир Владимирович

Владимир Владимирович Юрзино́в[1][2] (20 февраль 1940 йыл) — совет хоккейсыһы, «Динамо» (Мәскәү) уйынсыһы (1957—1972), ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы (1963, 1969), СССР кубогын яулаусы.

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1963), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1976), Латвия ССР-ының атҡаҙанған тренеры (1983), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1992), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1998).

Биографияһы

Владимир Владимирович Юрзинов Мәскәүҙә тыуып үҫкән, буласаҡ хоккейсы Александр Алметов менән бер мәктәптә уҡый һәм хоккей менән уның менән бергә шөғөлләнә башлай. 1957 йылда 17 йәшлек Владимир Мәскәүҙең «Динамо»һына күсә, дүрт йылдан һуң баш тренер Аркадий Чернышёв уны команда капитаны итеп тәғәйенләй. Юрзинов «Динамо» өсөн 1972 йылға тиклем сығыш яһай, СССР чемпионаттарында 489 матч үткәрә һәм 239 гол индерә. 1972 йылда Финляндияға китә, унда ике йыл дауамында «Коо-Вее» клубында тренер-уйынсы була, шунан һуң карьераһын тамамлай.

СССР йыйылма командаһы составында Юрзинов бик әҙ уйнай, шуға ҡарамаҫтан ике тапҡыр донъя чемпионы булыуға өлгәшә. 1964 йылғы Олимпия уйындары йыйылма командаһына кандидат була, әммә турнир башланыр алдынан аппендицит өйәнәге башлана. Йыйылма команда комсоргы вазифаһын башҡара[3].

1974 йылда Юрзинов тренер карьераһын башлай, тыуған «Динамо» командаһын етәкләй. Биш йыл эсендә йәш тренер етәкселегендә команда өс тапҡыр рәттән чемпионаттың көмөш миҙалын, ә 1976 йылда СССР кубогын яулай, әммә чемпионатта еңеүгә өлгәшә алмай. Һөҙөмтәлә Юрзинов вазифаһынан бушатыла һәм Риганың «Динамо»һына ебәрелә. Ригала Владимир көслө команда туплай, ул 1988 йылда үҙ тарихында иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә, СССР чемпионатында көмөш миҙал яулай, тик шул саҡта еңелмәҫ ЦСКА-нан ғына ҡалыша (ярымфиналда Мәскәүҙең «Динамо»һын еңә).

1989 йылда Юрзиновты тыуған командаһына ҡайтарырға ҡарар ителә. Йәнә Мәскәү «Динамо»һын етәкләп, Юрзинов команда составын йәшәртә, уға Алексей Ковалёв, Андрей Николишин, Алексей Яшин, Дарюс Каспарайтис кеүек уйынсыларҙы индерә. Һөҙөмтәлә 1990 йылда «Динамо» 36 йыл эсендә беренсе тапҡыр СССР чемпионы була, ә һуңынан ике йыл рәттән алтын миҙал яулай.

СССР тарҡалғандан һуң Юрзинов Финляндияның ТПС клубына етәкселек итеү тәҡдимен ҡабул итә. Рәсәй белгесе етәкселегендә көслө клуб Европа хоккейының грандына әүерелә, ике тапҡыр Финляндия чемпионатында, шулай уҡ Европа чемпиондары кубогында (1994 йылда) һәм Евролигала (1997 йылда) еңеү яулай.

1974 йылдан 1987 йылға тиклем, ә һуңынан 1991 йылдан 1992 йылға тиклем Владимир Владимирович СССР йыйылма командаһының икенсе тренеры була, Борис Кулагин һәм Виктор Тихонов штабына инә. Тик 1998 йылда ғына Юрзиновҡа Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры булырға тәҡдим ителә. Уның етәкселегендә йыйылма команда 1998 йылдағы Олимпиадала көмөш миҙал яулай, финалда Чехия йыйылма командаһынан еңелә. Шул уҡ йылда донъя чемпионатында Рәсәй командаһы сирек финалда төшөп ҡала һәм Юрзинов вазифаһын ҡалдыра. Артабан Юрзинов 2002 һәм 2006 йылдарҙағы Олимпия уйындарында, шулай уҡ 2005, 2006 йылдарҙа донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһының тренерҙар штабына инә.

Йыйылма команда менән эшләгәндән һуң тренер Швейцарияға күсә, унда «Клотен» командаһын етәкләй, әммә, 2000 йылда Швейцарияның иң яҡшы тренеры тип танылһа ла, был клуб менән ҙур уңыштарға өлгәшә алмай һәм 2004 йылда эштән бушатыла. Киләһе миҙгелдә Юрзинов Рәсәйгә ҡайта, Ярославлдең "Локомотив"ын етәкләй. Беренсе миҙгелдә команда Суперлиганың ярымфиналына тиклем барып етә, ә киләһе миҙгелдең башы уңышһыҙ үтә һәм тренер эштән бушатыла. Бынан һуң Владимир Владимирович Юрзинов тренер карьераһын тамамларға ҡарар итә.

2002 йылда Юрзинов Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Дан залына индерелә. Ул 2009 йылдың 26 мартынан Йәштәр хоккей лигаһы идараһы рәйесе[4], ә 2010 йылдың 17 апреленән Петербург СКА-һының тренерҙар штабы консультанты булып тора.

Улы Владимир Юрзинов шулай уҡ хоккей тренеры.

Статистика (баш тренер)

Команда Турнир-миҙгел Регуляр миҙгел Плей-офф
Уйын Еңеү ВО/ВБ Т.и. ПО/ПБ Еңелеү Мәрәй Һөҙөмтә Еңеү Еңелеү Һөҙөмтә
Динамо Мәскәү СССР 1974-75 24 13 - 0 - 11 26 6-сы урын
СССР 1975-76 36 21 - 3 - 12 45 3-сө урын
СССР 1976-77 36 22 - 6 - 8 50 2-се урын
СССР 1977-78 36 21 - 4 - 11 46 2-се урын
СССР 1978-79 44 27 - 8 - 9 62 2-се урын
Динамо Рига СССР 1980-81 49 22 - 6 - 21 50 5-се урын
СССР 1981-82 56 17 - 6 - 33 40 8-се урын
СССР 1982-83 56 27 - 5 - 24 59 5-се урын
СССР 1983-84 44 17 - 8 - 19 42 8-се урын
СССР 1984-85 52 18 - 9 - 25 45 7-се урын
СССР 1985-86 40 19 - 6 - 15 44 5-се урын
СССР 1986-87 40 14 - 5 - 21 33 7-се урын
СССР 1987-88 44 21 - 7 - 16 - 3-сө урын 3 4 Финалда еңелә
СССР 1988-89 44 ? - ? - ? - 6-сы урын
Динамо Мәскәү СССР 1989-90 48 35 - 5 - 8 75 1-се урын
СССР 1990-91 46 30 - 8 - 8 68 1-се урын
БДБ 1991-92 36 29 - 5 - 2 - 1-се урын 6 1 1-се урын
ТПС СМ-Л 1992-93 48 28 - 8 - 12 64 1-се урын 9 3 1-се урын
СМ-Л 1993-94 48 34 - 0 - 14 68 1-се урын 7 4 Финалда еңелә
СМ-Л 1994-95 50 30 - 3 - 13 63 4-се урын 9 4 1-се урын
СМ-Л 1995-96 50 33 - 5 - 12 71 2-се урын 7 4 Финалда еңелә
СМ-Л 1996-97 50 32 - 7 - 11 71 2-се урын 6 6 Финалда еңелә
СМ-Л 1997-98 48 30 - 6 - 12 66 1-се урын 1 3 1/4 финалдан төшөп ҡала
Рәсәй командаһы ОУ 1998 6 5 - 0 - 1 - 2-се урын
ЧМ 1998 6 4 - 1 - 1 - 5-се урын
Клотен Флайерз ШНЛ 1998-99 45 12 - 13 - 20 37 7-се урын 1 4 1/4 финалдан төшөп ҡала
ШНЛ 1999-00 45 19 - 5 - 21 43 6-сы урын 3 4 1/4 финалдан төшөп ҡала
ШНЛ 2000-01 44 21 - 8 - 15 50 5-се урын 5 4 1/2 финалдан төшөп ҡала
ШНЛ 2001-02 44 19 - 8 - 17 46 6-сы урын 6 5 1/2 финалдан төшөп ҡала
ШНЛ 2002-03 44 24 - 3 - 17 51 5-се урын 1 4 1/4 финалдан төшөп ҡала
ШНЛ 2003-04 48 22 - 3 - 23 47 9-сы урын - - Плей-оффҡа сыға алмайҙар
ШНЛ 2004-05 9 2 - 1 - 6 5 эштән бушатыла - - -
Локомотив Яр РСЛ 2005-06 51 28 0 10 2 11 96 3-сө урын 6 5 1/2 финалдан төшөп ҡала.
РСЛ 2006-07 5 1 1 0 0 3 5 эштән бушатыла - - -

Иҫкәрмәләр

  1. По словам Юрзинова, правильное ударение в фамилии — на последний слог, но на телевидении и радио традиционно делается ударение на второй слог, а Юрзинов не настаивал на точности
  2. Фарид Бектемиров. Владимир Юрзинов: динамовец навсегда. championat.com (25 июль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2013. Архивировано из оригинала 1 февраль 2014 года.
  3. Голышак Ю., Кружков А. Владимир Юрзинов: «Я — как Чарли Чаплин» // Спорт-Экспресс : газета. — 2010. — 1 октября (№ 222 (5395)).
  4. Создается Молодёжная хоккейная лига России, Пресс-служба Континентальной хоккейной лиги (26 март 2009). 25 май 2009 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә