Ларионов Игорь Николаевич
И́горь Никола́евич Ларио́нов (3 декабрь 1960 йыл, Воскресенск, Мәскәү өлкәһе) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, тренер. Үҙәк һөжүм итеүсе. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1982).
1980-се йылдарҙа Ларионов ЦСКА-ның һәм СССР йыйылма командаһының төп төркөмө составында (уға шулай уҡ һаҡсылар Вячеслав Фетисов һәм Алексей Касатонов һәм һөжүм итеүселәр Сергей Макаров һәм Владимир Крутов инә), үҙәк форвард булып уйнай. НХЛ-ға киткәндән һуң Ларионов «Ванкувер Кэнакс», «Сан-Хосе Шаркс», «Детройт Ред Уингз» һәм «Нью Джерси Дэвилз» клубтарында сығыш яһай. «Детройт» составында ул өс тапҡыр Стэнли кубогын яулай.
Игорь Ларионов — донъяның төп хоккей титулдарын: Олимпиаданы, өлкәндәр һәм юниорҙар араһында донъя чемпионаттарын, Канада йәки донъя кубогын, Стэнли Кубогын яулаған донъялағы бер нисә хоккейсының береһе (Вячеслав Фетисов, Сидни Кросби, Джонатан Тэйвз, Патрис Бержерон, Кори Перри һәм Скотт Нидермайер менән бер рәттән).
Карьераһы
Ларионов Игорь Николаевич Воскресенскиҙа тыуған һәм хоккей менән бала саҡтан уҡ шөғөлләнә башлай. 17 йәшендә СССР чемпионатында тәүге тапҡыр «Химик» составында сығыш яһай. "Химик"та өс миҙгел үткәргәндән һуң, Ларионов Виктор Тихонов етәкселегендә 1970 йылдар аҙағынан илдең абсолют чемпионы һәм милли команданың төп клубы булып тора ЦСКА командаһына күсә.
ЦСКА-ла Ларионов даими рәүештә Сергей Макаров һәм Владимир Крутов менән бер төркөмдә уйнай. Улар һаҡсылар Вячеслав Фетисов һәм Алексей Касатонов менән бергә 1980-се йылдарҙа ЦСКА-ның һәм СССР йыйылма командаһының нигеҙен тәшкил иткән "Ларионов бишәүе"н ойоштора. Ларионов СССР чемпионаттарында бөтәһе 457 уйын үткәрә һәм 204 гол индерә.
Ларионов — 1980 йылдар аҙағында НХЛ-да уйнарға киткән тәүге совет хоккейсыларының береһе. «Огонек» журналында Виктор Тихоновҡа яҙылған ғауғалы асыҡ хат баҫылып сыҡҡандан һуң китергә рөхсәт ала[1]. Ларионовтың беренсе клубы «Ванкувер Кэнакс» була. Ларионов Ванкуверға Крутов менән бергә килә һәм, НХЛ-да бер йыл ғына уйнаған Крутовтан айырмалы рәүештә, Төньяҡ Америкалағы тормошҡа яраҡлаша һәм Ванкуверҙа өс һөҙөмтәле миҙгел үткәрә, команда менән ике тапҡыр плей-оффҡа сыға. 1991/92 йылдар миҙгелендә йәш Павел Буре Ларионовтың партнеры була. Тәжрибәле яҡташы уны үҙ ҡанаты аҫтына алып, сит илдәрҙә төпләнергә ярҙам итә.
1992 йылда Ларионов Канаданан китә. Үҙенең ҡарарын ул Рәсәй Милли хоккей лигаһы уйынсыларының эш хаҡының яртыһын алған «Совинтерспорт» менән бәхәсле хәл менән аңлатты.
Үҙ ҡарарын ул «Совинтерспорт» менән конфликтлы хәлде «Совинтерспорт» Рәсәй энхаелсыларының эш хаҡының яртыһын үҙенә ала, тип аңлата[2]. Швейцарияла Андрей Хомутовта ҡунаҡта булғанда ул Швейцарияның Луганоһынан саҡырыу ала, тиҙҙән уны ҡабул итә.
1993/94 йылдар миҙгеле башында Ларионов НХЛ-ға ҡайта — 1992 йылдың октябрендә «Кэнакс» үҙенең уға хоҡуғын «Сан-Хосе Шаркс» клубына тапшыра. Ул клуб менән «2+1» схемаһы буйынса контракт төҙөй. Сан-Хосела Ларионовтың партнеры Сергей Макаров була. Совет ветерандары аутсайдер командаға плей-оффҡа сығырға һәм беренсе раундта фаворит һаналған «Детройт Ред Уингз» еңергә ярҙам итә[3].
1995—1996 йылдар миҙгеле башында «Сан-Хосе» Ларионовты «Детройт»ҡа алмаштыра. "Детройт"та ул йәнә Фетисов менән осраша, унда шулай уҡ өс йәш яҡташыбыҙ — Владимир Константинов, Вячеслав Козлов һәм Сергей Фёдоров уйнай. Тренер Скотти Боумэн урыҫ уйынсыларын бергә сығарырға уйлай, һәм төркөм "Детройт"тың башҡа звеноларынан уйыны менән айырылып тора[4]. Ошо уҡ миҙгелдә «Детройт» 62 еңеү яулап, даими чемпионатта беренсе урынға сыға, ә киләһе миҙгелдә — Стэнли Кубогын яулай[5]. 2000 йылда, «Детройт» менән килешеү срогы үткәндән һуң, Ларионов «Флорида» менән контракт төҙөй, унда уның партнеры тағы ла Павел Буре була. Миҙгел барышында ул «Детройт»ҡа күсә[3]. Унда Ларионов тағы ла ике ярым миҙгел уйнай.
2002 йылда Стэнли Кубогының финал серияһының өсөнсө матчында «Каролина»ға ҡаршы уйында Ларионов өсөнсө овертаймда гол индерә һәм"Уингз"ға еңеү илтерә[3].
Ларионовтың НХЛ-дағы карьераһында һуңғы клубы — «Нью-Джерси Девилз». 2003/04 миҙгеле уның иң уңышһыҙ була, даими чемпионаттың 49 матчында бер генә гол индерә[3]. 2004 йылдың 13 декабрендә Ларионов Мәскәүҙә хушлашыу матчын үткәрә[6].
2008 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһының Дан залы һәм Торонтола НХЛ-дың хоккей даны залына индерелә.
Карьераһы тамамланғандан һуң
2008 йылдың йәйенән 2009 йылдың йәйенә тиклем СКА хоккей клубында спорт операциялары буйынса директор була.
Карьераһы тамамланғандан һуң агентлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Уның клиенттары: Андрей Локтионов, Тайлер Сегин, Наил Яҡупов, Алекс Гальченюк, Артем Сергеев, Илья Самсонов (Металлург хоккей клубы)[7].
2018 йылдың февралендә Беренсе каналда Александр Кузьмак менән бергә Пхенчхандағы ҡышҡы Олимпия уйындарындағы хоккей ярыштарына комментатор була[8].
2020 йылдың 5 июнендә Игорь Ларионов Рәсәйҙең йәштәр йыйылмаһының баш тренеры итеп тәғәйенләнә[9].
2020/21 йылдар миҙгелендә Ларионов ике тапҡыр Финляндияла[10] һәм Швецияла Евротур этаптарында Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры була[11].
2022 йылдаг «Торпедо» командаһының баш тренеры.
Шәхси тормошо
Игорь Ларионовтың ҡатыны — фигуралы шыуыусы Елена Батанова. Уларҙың ике ҡыҙы — Алена һәм Диана, улы Игорь («Торпедо» хоккейсыһы) бар.
Шарап коллекционеры һәм шарап эшләүсе[12]. Мәскәүҙә ресторандар селтәре бар.
Ҡаҙаныштары
- Ике тапҡыр олимпия чемпионы (1984, 1988), 2002 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры.
- 4 тапҡыр донъя чемпионы (1982, 1983, 1986, 1989). 1987 йылғы донъя чемпионатында икенсе һәм 1985 йылғы донъя чемпионатында өсөнсө була.
- 6 тапҡыр Европа чемпионы (1982, 1983, 1985-87, 1989).
- Канада Кубогын яулаусы: 1981. 1987 йылда Канада Кубогының вице-чемпионы, 1984 йылда Канада Кубогында ҡатнашыусы. 1996 йылда донъя чемпионатында ҡатнаша (5 матч).
- 8 тапҡыр СССР чемпионы (1982—1989).
- 3 тапҡыр Стэнли Кубогын яулаусы (1997, 1998, 2002).
- 1997 йылдың 7 июненән «Өс алтын клуб» ағзаһы булып тора.
- 1998 йылда НХЛ-дың бөтә йондоҙҙар матчында уйнай.
- Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионатында — 77 матч, 30 гол. Канада Кубогы турнирҙарында — 21 матч, 6 гол.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1988)
- Дуҫлыҡ ордены (2004)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1982)
- Почет ордены (2011)
Иҫкәрмәләр
- ↑ И.Ларионов. В долгу перед хоккеем… (рус.) // Огонек : журнал. — 1988. — Октябрь (№ 42). — С. 18—19.
- ↑ Трахтенберг, Л. Канадский профи из Воскресенска. Спорт-Экспресс (17 июль 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2013. Архивировано 1 февраль 2014 года.
- ↑ 1 2 3 4 Igor Larionov. Hockey Hall of Fame and Museum. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2013. Архивировано 10 июнь 2013 года.
- ↑ Farber, M. The Red Army (инг.) // Sports Illustrated. — Meredith Corporation, 1996. — Vol. 84, iss. 11. Архивировано 8 ғинуар 2013 года.
- ↑ Зырянов, А. Зал славы российского хоккея. Игорь Ларионов (недоступная ссылка — история). Sports.ru (27 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2013. Архивировано 10 июнь 2013 года.
- ↑ Юрий Ярыгин. Легендарный хоккеист Игорь Ларионов провёл свой прощальный матч. «Российская газета» (15 декабрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2011. Архивировано 9 ноябрь 2011 года.
- ↑ Кто увозит русских игроков за океан. Главные хоккейные агенты НХЛ — кто они? Рейтинг «Матч ТВ». matchtv.ru (29 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2020. Архивировано 5 июль 2022 года.
- ↑ Первый канал рассказал о своих планах на показ Олимпиады. Газета.ру (9 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2018. Архивировано 12 февраль 2018 года.
- ↑ Сергей Емельянов. Двукратный олимпийский чемпион Игорь Ларионов возглавил молодёжную сборную России. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2020. Архивировано 5 июнь 2020 года.
- ↑ Шайбу молодежи: на Кубок Карьяла поедет сборная Ларионова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
- ↑ Ларионов возглавит сборную России по хоккею на шведский этап Евротура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2021. Архивировано 4 февраль 2021 года.
- ↑ Игорь Ларионов — хоккеист и винодел. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2008. Архивировано из оригинала 19 октябрь 2011 года.
Әҙәбиәт
- Дадыгин С.В., Чуркин А.Е. Свет доброты // На пути к вершине: Школа знаменитых чемпионов: Книга для учащихся. — М.: Просвещение, 1991. — С. 81—103. — 160 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-09-003461-3.
Һылтанмалар
- Mr. Larionov. Разговор по пятницам — «Спорт-Экспресс», 12 ноября 2010
Ҡалып:Тренеры ХК Торпедо Нижний Новгород Ҡалып:Тройной золотой клуб