Әмиров Родион Руслан улы
Родион Руслан улы Әмиров (рус. Амиров Родион Русланович, 2001 йылдың 2 октябре, Салауат, Башҡортостан Республикаhы — 2023 йылдың 14 авгусы[1]) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. МХЛ 2020 драфтында «Торонто Мейпл Лифс» клубы тарафынан дөйөм 15 һаны менән һайлана.
Биографияһы
Родион Руслан улы Әмиров 2001 йылдың 2 октябрендә Салауат ҡалаһында (Башҡортостан Республикаһы) тыуған. 2000 йылдар башында ҡалала яһалма боҙ менән спорт һарайы асыла, был хоккей клубтары үҫешенә этәргес бирә. Әмиров биш йәшенән хоккей менән шөғөлләнә башлай, асыҡ һауалағы катоктарҙа атаһы менән шөғөлләнә. Алты йәшендә уны хоккей клубына уҡырға алалар. Был осорҙа ғаилә Ишембайҙа йәшәй, унан көн һайын практикаға ҡайтып йөрөйҙәр.
2009 йылда ғаилә Өфөгә күсә, бында Әмиров «Салауат Юлаев»тың элекке һөжүмсеһе Борис Тимофеев тренерлыҡ иткән төркөмдә хоккей уйнауын дауам итә. Тренерҙар уның импровизациялау, маневр яһау, йүнәлеште тиҙ үҙгәртеү һәләтен билдәләне.
- Уйын карьераһы
Родионды ЙХЛ клубы «Толпар»ға сығарылыш миҙгеле барышында уҡ йәлеп итә башлайҙар. Даими чемпионаттың ун ике матчының беренсеһен октябрҙә үк үткәрә, ә профессиональ кимәлдә дебют шайбаһын бер аҙ һуңыраҡ индерә — был 2018 йылдың 14 февралендә Усть-Каменогорскиҙың "Алтай"ы менән осрашыуҙа була, һәм икенсе көндө ул шулай уҡ шайба индерә. ЙХЛ-да беренсе тулы миҙгеле инде 2018/2019 йылдар миҙгеле була һәм Әмиров шунда уҡ яҡшы статистика күрһәтә — 25 (13+12) мәрәй. Был күрһәткес буйынса ул команда форвардтары араһында алтынсы була. Шул уҡ ваҡыта уның «Толпар» буйынса бөтә партнерҙары 50 тирәһе матч үткәрә, ә Әмиров — ни бары 31.
2019/20 йылдар миҙгелендә КХЛ-да үҙенең тәүге матчтарын уйнай. Дебют миҙгелендә даими миҙгелдә бөтәһе 21 матч үткәрә, 2 мәрәй йыя (0+2). Шул уҡ миҙгелдә ЮХЛ-да өфөләрҙең фарм-клубы — Нефтекаманың «Торос» матчтарына йәлеп ителә.
17 йәштән 20 йәшкә тиклем Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командалары өсөн сығыш яһай. 2020 йыл аҙағында Рәсәй милли йыйылма командаһы өсөн тәүге матчтарын үткәрә.
- Сире
Спортсының баш мейеһендә шеш табалар[2].
Родион Әмиров 2023 йылдың 14 авгусында вафат була[1].
Ҡаҙаныштары
•
2001 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең бронза призеры;
•
Глинка/Гретцки кубогының бронза призеры — 2018 (U-18);
•
Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призеры — 2019 (U-18);
• 2019/2020 йылғы ЙХЛ даими чемпионатының «Көнсығыш» конференцияһы еңеүсеһе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Скончался российский хоккеист Родион Амиров. EurAsiaDaily. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2023.
- ↑ У 20-летнего российского хоккеиста обнаружили опухоль мозга. Lenta.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2022. Архивировано 23 февраль 2022 года.