Мөхәмәҙуллин Шакир Марат улы

Мөхәмәҙуллин Шакир Марат улы (2002 йылдың 10 ғинуары, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы.

Карьераһы

Өфөнөң «Салауат Юлаев» мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, клуб өсөн Рәсәйҙең Урал-Көнбайыш Себер төбәге беренселегендә үҫмер ваҡытынан сығыш яһай башлай.

2018/2019 йылдар миҙгелендә профессионал кимәлдә «Толпар» йәштәр командаһы составында йәштәр хоккей лигаһында дебют яһай. 2019/2020 йылдар миҙгелендә беренсе тапҡыр "Салауат Юлаев"тың төп командаһына эләгә һәм 2019 йылдың 3 сентябрендә Ҡытайҙың «Куньлунь Ред Стар» клубына ҡаршы ҡунаҡ матчында сығыш яһай[2]. 2019 йылдың 1 октябрендә, Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы менән өйҙәге матчта һөҙөмтәле тапшырыу күрһәтә, шулай итеп лигала беренсе шәхси мәрәй яулай. барлығы 2019/2020 йылдарҙағы даими миҙгелдә төп команда өсөн 27 матч уҙғара, шулай уҡ плей-офта 2 матч уйнай. Хоккеист Юғары хоккей лигаһы кимәленә Нефтекаманың «Торос» клубы составында дебют эшләй. 2020/2021 йылдар миҙгелендә 2020 йылдың 5 сентябрендә Череповецтың «Северсталь» клубы составында, 18 йәш 7 ай 6 көн булғанда, лигала үҙенең беренсе шайбаһын индереп, "Салауат Юлаев"тың КХЛ кимәлендә шайба индергән иң йәш хоккейсы булараҡ рекорд ҡуя. Шулай уҡ Шакир Мөхәмәҙуллин рәсми матчта гол менән айырылып торған 2002 йылғы беренсе хоккейсы була[3].

2021 йылдың ҡышында Милли хоккей лигаһының «Нью-Джерси Девилз» клубы менән өс йылға контракт төҙөй, клуб уны 2020 йылда НХЛ драфтында һайлап ала. 2021/2022 йылдар миҙгелендә миҙгел һуңына тиклем ҡуртым хоҡуғында КХЛ-ла «Салауат Юлаев» өсөн уйнауын дауам итә[4]. 2022 йылдың майында Мөхәмәҙуллин Америка хоккей лигаһы (АХЛ) плей-оффында «Ютика Кометс» клубы өсөн «Девилз» системаһында дебют яһай[5]. 2022/23 йылдар миҙгелен «Салауат Юлаев» клубында ҡуртым хоҡуғында башлай. Миҙгел тамамланғас «Сан-Хосе Шаркс» (рус.)баш. ҡарамағына китә, һуңынан АХЛ-дың «Сан-Хосе Барракуда» (рус.)баш. фарм-клубына ебәрелә.

2024 йылдың 28 ғинуарында НХЛ-да дебюты була[6]. 28 декабрҙә НХЛ-да беренсе шайбаһын индерә[7].

2025 йылдың июнендә НХЛ-дың «Сан-Хосе Шаркс» клубы уның контрактын тағы бер йылға оҙайта[8].

2026 йылдың 1 июлендә Зак Шарп менән бергә "Эдмонтон Ойлерз"да Дарнелла Нерсҡа алмаштырыла[9][10][11]. 2026 йылдың 4 июлендә клуб менән дөйөм күлме 3,5 миллион долларға (кэпхит 1,75 млн) ике йыллыҡ килешеү төҙөй[12][13]. «Сан-Хосе Шаркс» өсөн сығыштарының дөйөм статистикаһы: 83 матч, 7 гол, 15 һөҙөмтәле пас һәм 22 мәрәй[14][15].

Йыйылма командалағы карьераһы

2018 йылда беренсе тапҡыр Рәсәйҙең юниорҙар командаһына саҡырыла һәм Чехияның Пршеров, Швецияның Умео ҡалаларында үткән халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнаша. 2018 йылдың 3-11 ноябрендә канаданың Сент-Джон ҡалаһында үткән Донъя саҡырыу кубогында ҡатнаша. 2018 йылдың декабрендә Американың Плимут ҡалаһында үткән "4 милләт турниры"нда ҡатнаша һәм команда составында алтын миҙалға лайыҡ була.

2019 йылда Боснияның Сараево ҡалаһында 9-16 февралдә үткән Европа үҫмерҙәр Ошлимпия фестивалендә сығыш яһай. Юниорҙар йыйылма командаһы составында 2019 йылдың 18-28 апрелендә Швецияның Эрншёльдсвик һәм Умео ҡалаларында үткән донъя чемпионатында ҡатнашып, көмөш призёр була. 5-10 августа Чехияның Бржецлав һәм Словакияның Пьештяни ҡалаһында үткән Глинка/Грецки мемориалында ҡатнашып, еңеү яулайу. 7-15 декабрҙә Канаданың Форт-Сент-Джон һәм Досон-Крик ҡалаларында үткән World Junior A Challenge турнирында команда составында чемпион исеменә лайыҡ була.

2020 йылда Рәсәйҙең U20 йыйылма командаһы составында традицион йәйге Sochi Hockey Open турнирында ҡатнаша. 5-8 ноябрҙә Хельсинки ҡалаһында үткән Еврохоккейтуры — Карьяла 2020 кубогының беренсе этабына төп йыйылма команда составына саҡырыла. Был турнирҙа, нигеҙҙә, йәштәрҙән торған алтын миҙалдар яулай. Бынан тыш, 2020 йылдың 25 декабренән 2021 йылдың 5 ғинуарына тиклем канаданың Эдмонтон ҡалаһында үткән донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыла.

2021 йылдың 11-14 февралендә Швецияның Мальмё ҡалаһында Еврохоккейтурының өсөнсө этабына — Beijer 2021 хоккей уйындарына саҡырыла. Был турнир: а Рәсәй йыйылма командаһы алтын миҙалдар яулай.

2022 йылғы цәштәр донъя чемпионатына оборона лидеры сифатында саҡырыла, унда өс матч уйнай, һөҙөмтә күрһәтмәй, һәр матчта уртаса 21 минут уйнай, әммә чемпионат бер нисә командала тажзәхмәт инфекцияһы менән зарарланыу осраҡтары артыуы күҙәтелеүе арҡаһында тиҙ арала туҡтатыла.

2022 йылдың 17 ғинуарында Пекинда үтәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындарына Рәсәй йыйылма командаһының киңәйтелгән составына керә, әммә һуңғы составҡа эләкмәй. 2 февралдә команда резервында Семён Чистяковты алмаштыра. Турнир йомғаҡтары буйынса йыйылма команда уйындарҙың көмөш призёры була.

Ҡаҙаныштары

  • Gold medal icon.svg 4-Nations Tournament Plymouth — 2018 (U-17) еңеүсеһе
  • Silver medal icon.svg Юниорҙар донъя чемпионатының көмөш призёры — 2019 (U-18)
  • Gold medal icon.svg Донъяның Саҡырыу кубогы еңеүсеһе — 2019 (U-18)
  • Gold medal icon.svg Глинка/Гретцки кубогы эйәһе — 2019 (U-18)
  • Gold medal icon.svg World Junior A Challenge еңеүсеһе — 2019 (U-18)
  • Gold medal icon.svg Sochi Hockey Open еңеүсеһе — 2020 (U20)
  • Gold medal icon.svg Карьяла кубогы еңеүсеһе — 2020
  • Gold medal icon.svg Beijer 2021 швед уйындары еңеүсеһе

Иҫкәрмәләр

  1. Elite Prospects (ингл.) — 1999.
  2. Официальный протокол матча Куньлунь РС-Салават Юлаев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2020. Архивировано 8 сентябрь 2020 года.
  3. Превосходство Гранлунда и убийцы «сухарей». Топ события недели. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2020. Архивировано 11 сентябрь 2020 года.
  4. «Нью-Джерси» подписал контракт новичка с Мухамадуллиным и отдал его в аренду «Салавату» до конца сезона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2022. Архивировано 14 июнь 2022 года.
  5. Шакир Мухамадуллин высказал мнение, что в КХЛ играть сложнее, чем в АХЛ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2022. Архивировано 14 июнь 2022 года.
  6. 22-летний защитник «Сан-Хосе» Мухамадуллин — 58-й россиянин, сыгравший в этом сезоне НХЛ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2024. Архивировано 30 ғинуар 2024 года.
  7. Защитник «Сан-Хосе» Мухамадуллин забросил первую шайбу в НХЛ. tass.ru. ТАСС (28 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2024.
  8. "Сан-Хосе" продлил контракт с защитником Мухамадуллиным. РИА Новости Спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  9. Release: Oilers acquire Shakir Mukhamadullin, Zack Sharp from San Jose. NHL.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2026.
  10. Открытие трансферного рынка в НХЛ — 2026. Чемпионат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  11. Хоккеист Мухамадуллин перешел из «Сан-Хосе» в «Эдмонтон». РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  12. Shakir Mukhamadullin Contract, Cap Hit, Salary and Stats. CapWages. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2026.
  13. Oilers Sign Shakir Mukhamadullin To Two-Year Contract. Pro Hockey Rumors (4 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2026.
  14. Shakir Mukhamadullin Stats and News. NHL.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2026.
  15. Shakir Mukhamadullin Stats. ESPN. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2026.

Һылтанмалар