Касатонов Алексей Викторович
Алексе́й Ви́кторович Касато́нов (14 октябрь 1959 йыл, Ленинград) — совет хоккейсыһы, һаҡсы.
Ике тапҡыр олимпия чемпионы (1984 һәм 1988), күп тапҡыр донъя, Европа, СССР чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1981).
Биографияһы
Алексей Викторович Касатонов 1959 йылд 14 октябрендә Ленинград ҡалаһында тыуған. Әсәһе — волейболсы, 1961 йылғы СССР чемпионатының көмөш призеры Галина Касатонова. Адмирал Владимир Касатоновтың туғаны. Бала саҡтан уҡ спортҡа ылығып үҫә, беренсе класта ата-әсәһе уны Нева проспектындағы бассейнға йөҙөү секцияһына яҙҙыра. Өс йыл буйы ул йөҙөү менән шөғөлләнә, әммә бассейнды ябалар һәм секцияны ҡаланың икенсе районына күсерәләр[2]. Касатонов СКА хоккей мәктәбенә осраҡлы эләг, һәм был уның беренсе командаһы була.
СКА-ның йәштәр командаһы составында Союз чемпионы була, СССР-ҙың йәштәр йыйылма командаһына йәлеп ителә. 1976—1978 йылдарҙа Ленинградтың СКА клубы өсөн сығыш яһай (42 матч, 4 гол, 7 тапшырыу). 1978 йыл аҙағында Ҡораллы көстәр ярыштарында Касатоновты ЦСКА-ға саҡыралар. Башта Касатоновты ебәрмәҫкә тырышалар, әммә уның уйнарға теләген күреп, күсергә рөхсәт итәләр.
ЦСКА-ла өйрәнеп китеүе бик ауыр була. Әммә ЦСКА-ның икенсе тренеры Юрий Моисеевтың ныҡышмалығы арҡаһында Касатоновты командала ҡалдыралар[3]. Тәүге көндәрҙән алып ЦСКА ветерандары Харламов һәм Цыганков ярҙам итә. Һуңғыһы менән ЦСКА-ла тәүге йылдарҙа бер парҙа уйнай.
1981 йылда Канада кубогында Фетисов менән парҙа уйнай, ә һөжүм итеүселәр итеп өс хоккейсы: Сергей Макаров, Владимир Крутов һәм Игорь Ларионов тәғәйенләнә. Нәҡ ошо мәлдән СССР йыйылма командаһы һәм ЦСКА клубының легендар Ларионов төркөмө барлыҡҡа килә.
СССР чемпионаттарында ЦСКА өсөн 487 уйын үткәрә, 115 гол индерә, 189 тапшырыу яһай. Ҡышҡы Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаты турнирҙарында — 97 матч, 25 гол. Канада кубогы турнирҙарында — 27 матч, 3 гол. Европа чемпионатында — 25 шайба.
1980-се йылдар аҙағында, йыйылма команданың баш тренеры һәм ЦСКА Виктор Тихоновтың авторитарлығы менән ҡәнәғәт булмаған Ларионов һәм Фетисов етәкселегендәге ҡайһы бер уйынсылар араһында низағ барлыҡҡа килгәс, Касатонов ҡына тренер яҡлы була, ә командалаштары уны хыянатта ғәйепләй.
МХЛ-ға киткәс, майор дәрәжәһендә хәрби хеҙмәттән китә[1]. 1990—1993 йылдарҙа — Нью-Джерси Дэвилз команда өсөн уйнай (уны 1983 йылда уҡ 234-се номер аҫтында һайлайҙар). 1993 йылдың 24 июнендә НХЛ-дың яңы командалары өсөн киңәйтелгән драфта «Анахайм Майти Дакс» һайлана. 1994 йылдың 21 мартында «Сент-Луис Блюз»ға алмаштырыла. Ирекле агент булараҡ 1994 йылдың 22 июнендә «Бостон Брюинз» менән килешеү төҙөй.
1994/95 йылдар миҙгелендә ЦСКА өсөн Рәсәй чемпионатында 9 матч уйнай (2 гол, 3 тапшырыу). МХЛ чемпионаттарында — 383 матч, 38 гол, Стэнли Кубогы турнирҙарында — 33 матч, 4 гол. 1994 йылда НХЛ-дың «Бөтә йондоҙҙар» матчында ҡатнаша.
1996 йылдың йәйендә ЦСКА-ға ҡайта[4], унда 1996/97 миҙгеле тамамланғас, карьераһын тамамлай. Һуңғы миҙгелдә команда капитаны һәм уйнаусы-тренер була. ЦСКА өсөн 38 уйын уйнай (3 гол, 20 тапшырыу, 68 минут штраф ваҡыты).
1997 йылдың апреленән 2000 йылдың майына тиклем Рәсәй йыйылма командаһы менеджеры була, Рәсәй уйынсыларын рәсми турнирҙарға МХЛ-дан саҡырыу өсөн яуаплы була[5][6]. Рәсәй йыйылма командаһы менеджеры булып эшләһә лә, Нью-Джерси штатында даими йәшәй.
1999 йылда Нью-Йоркта үҙенең халыҡ-ара балалар хоккей мәктәбен аса. Рәсми исеме — «Касатоновтың халыҡ-ара хоккей академияһы», «формаль булмаған» атамаһы — «Ҡыҙыл пингвиндар»[7].
Шул уҡ ваҡытта ул хәйриә уйындарында Нью-Джерси ветерандары өсөн сығыш яһай.
2003 йылдың авгусында Виктор Тихонов тәҡдиме буйынса НХЛ-дың генераль менеджеры итеп тәғәйенләнә. был вазифала бер йыл эшләй (Тихоновты йыйылма команданан бушатҡанға тиклем).
2006 йылдың декабрендә Ҡыҙыл майҙанда хоккей матчында ҡатнаша[8].
2008/09 йылдар миҙгелендә юғары лиганың Подольск «Рысь» командаһы менән етәкселек итә.
2009 йылдың майында ИИХФ-тың Дан залына индерелә[9].
2009 йылдың майынан 2010 йылдың июленә тиклем Мәскәүҙең «Крылья Советов» командаһының баш тренеры итеп тәғәйенләнә[10].
2011 йылдың 20 майынан 2014 йылдың 4 апреленә тиклем СКА-ның генераль менеджеры була.
2013 йылдың майынан 2014 йылға тиклем Рәсәй йыйылмаһының генераль менеджеры. 2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпиадала Рәсәй йыйылмаһының насар сығыш яһауы арҡаһында эштән бушатыла.
«СССР хоккейы легендалары» хоккей клубы составында ветерандар турнирҙарында уйнай[11].
2019 йылдың 1 декабрендә Төнгө хоккей лигаһының генераль директоры[12] вазифаһын башҡара.
2017 йылдың 29 ноябрендә Новосибирск өлкәһенең Искитим ҡалаһында «Арена 300» боҙ спорт һарайы асыла, уға Алексей Касатонов исеме бирелә.
Ҡаҙаныштары һәм бүләктәре
- Олимпия чемпионы (1984, 1988)
- Донъя чемпионы (1981, 1982, 1983, 1986, 1989)
- СССР Кубогы эйәһе (1979, 1988)
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (26.12.2011)[13]
- Александр Невский ордены (2020)[14]
- Почет ордены (20.12.1996)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.06.1988)
- «Почёт Билдәһе» ордены (18.05.1982)
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (09.04.1980)
- 2009 йылда ИИХФ-тың Дан залына индерелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Чемпионат донъя чемпионаты сиктәрендә үткәрелә.
- ↑ Двукратный олимпийский чемпион Алексей Касатонов: «Семья и друзья — что может быть важнее…» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2011. Архивировано 16 октябрь 2009 года.
- ↑ Фотография для Фетисова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2010. Архивировано 15 август 2009 года.
- ↑ КАСАТОНОВ - В ЦСКА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2023. Архивировано 16 ғинуар 2023 года.
- ↑ Алексей КАСАТОНОВ: «В ПИТЕРСКОМ ПРОВАЛЕ ВИНОВАТЫ НЕ НХЛовцы, А ШТАБ СБОРНОЙ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2011. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Артём Агапов. Алексей Касатонов: фотография для Фетисова. Спорт-Экспресс (8 май 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2023.
- ↑ КАСАТОНОВ ОТКРЫЛ ХОККЕЙНУЮ ШКОЛУ В НЬЮ-ЙОРКЕ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2011. Архивировано 5 сентябрь 2014 года.
- ↑ СБОРНАЯ СССР — СБОРНАЯ МИРА — 10:10. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2011. Архивировано 30 март 2019 года.
- ↑ Алексей Касатонов избран в Зал славы ИИХФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2011. Архивировано 27 ғинуар 2010 года.
- ↑ Алексей КACАТОНОВ: «ЧЕРЕЗ ГОД „КРЫЛЬЯ СОВЕТОВ“ ДОЛЖНЫ ПОПАСТЬ В КХЛ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2011. Архивировано 21 февраль 2014 года.
- ↑ ХК «Легенды хоккея СССР». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2011. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Легенда советского хоккея Алексей Касатонов возглавил Ночную Хоккейную Лигу. Ночная Хоккейная Лига (НХЛ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2019. Архивировано 8 ноябрь 2019 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 26.12.2011 № 1686. — «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 4 ноябрь 2013 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 августа 2020 года № 520 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2020. Архивировано 10 август 2021 года.