Гагарин кубогы

Гагарин кубогы (рус. Кубок Гагарина) — 2008/2009 уйын миҙгеленән башлап Континенталь хоккей лигаһының плей-офф еңеүсеһенә тапшырылған хоккей призы.

Был күсмә кубок беренсе космонавт Юрий Гагарин хөрмәтенә аталған. Трофей плей-оффтың финал серияһы тамамланғандан һуң еңеүсе команданың капитанына тапшырыла.

Тарихы

Лига етәксеһе Александр Медведев әйтеүенсә[1], Гагарин исеме уның Рәсәй халҡында юғары ҡаҙаныштар менән ассоциациялашҡанлыҡтан һайлана, ә Юрий Гагарин үҙе милләт символы булып тора. Бынан тыш, КХЛ-ды ойоштороусыларҙың фекеренсә, Гагариндың йыһандағы ҡаҙанышы хоккейҙағы ҡаҙаныштарҙың мөһимлеге менән ауаздаш булырға тейеш. Шулай уҡ финал матчтары апрель башында, шул иҫәптән 12 апрелдә — Космонавтика көнөндә үтә. Кубок атамаһы варианттары араһында Анатолий Тарасовтың исеме лә була, әммә уның хөрмәтенә лига дивизиондарының береһенә исем бирергә ҡарар ителә.

Кубокты киң йәмәғәтселеккә КХЛ тарихындағы беренсе «Бөтә йондоҙҙар матчы» ваҡытында күрһәтәләр. Презентацияла был матчта уйнаған командаларҙың капитандары Алексей Яшин һәм Яромир Ягр ҡатнаша.

Гагарин кубогына уйында КХЛ-дың регуляр миҙгеленең иң яҡшы 16 командаһы дүрт еңеүгә тиклемге серияла алыша. Әммә иң көслө 16 клуб иҫәбенә мәрәйҙәр буйынса иң яҡшы 16 команда эләгеүе мотлаҡ түгел. Плей-оффҡа һәр конференциянан һигеҙ клуб сыға.

undefined

2009 йылдың 12 апрелендә Ҡазандан «Аҡ Барс» командаһы Гагарин кубогын яулаған беренсе команда һәм 2008/2009 йылдар миҙгелендә КХЛ чемпионы була. КХЛ тарихында трофейҙы һигеҙ команда яулай: өс тапҡыр — Ҡазандың «Аҡ Барс» (2009, 2010, 2018), Мәскәүҙең ЦСКА (2019, 2022, 2023) һәм Магнитогорскиҙың «Металлург» (2014, 2016, 2024), икешәр тапҡыр — Мәскәүҙең «Динамо» (2012, 2013), Санкт-Петербургтың СКА (2015, 2017), бер тапҡыр Өфөнөң «Салауат Юлаев» (2011), Омскиҙың «Авангард» (2021) һәм Ярославлдең «Локомотив» (2025) командалары.

2019/20 йылдар миҙгелендә Гагарин кубогы тарихта тәүге тапҡыр хужаһыҙ ҡала — плей-офф COVID-19 пандемияһы арҡаһында беренсе раундтан һуң ваҡытынан алда тамамлана[2].

undefined

Биҙәлеше

Кубок 925-се келәймәле көмөштән эшләнгән, тыштан алтын менән ялатылған. Алғы яғында Юрий Гагариндың скафандрҙағы һүрәте һәм осоп барыусы комета, ә икенсе яғында хоккейсы һүрәтләнгән (легенда буйынса, был Всеволод Бобров). Түңәрәк буйлап еңеүсе командаларҙың исемдәре уйып яҙыласаҡ бәләкәй шайбалар менән биҙәлгән. Кубоктың төбөндә КХЛ эмблемаһы һүрәтләнгән.

Кубоктың ауырлығы 26 килограмм 800 грамм тәшкил итә[3]. Фаразланыуынса, кубоктың күләме яҡынса 12 литр тәшкил итә.

Кубоктың авторы — Владимир Майзель[4], ул Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы, «Майзель» ювелир студияһы етәксеһе[5].

undefined

Кубоктың сәйәхәттәре

2011/12 йылдар миҙгеленән Кубокты яулаған хоккейсыларҙың һәм тренерҙарҙың һәр береһенең трофей менән бер көн үткәрергә хоҡуғы булыуы тураһында ҡарар ҡабул ителә. Кубокты иң беренсе Санкт-Петербург халҡы күрә, унда уны Мәскәүҙең «Динамо» хоккейсылары Константин Горовиков һәм Константин Волков алып килә. Шул ваҡыттан алып трофей Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең — Белоруссия, Ҡаҙағстан, Латвия, Словакия, Чехия, Финляндия, Швеция һәм Украинаның — күп кенә ҡалаларында була.

Кубоктың еңеүселәре

Йыл Еңеүсе Тренер Еңелеүсе Тренер Иҫәп Еңеү голы
2025 Локомотив (Көнбайыш) Игорь Никитин Трактор (Көнсығыш) Бенуа Гру 4-1 Максим Шалунов (68:01)
2024 Андрей Разин Локомотив (Көнбайыш) Игорь Никитин 2-1 Даниил Вовченко (52:00)
2023 ЦСКА (Көнбайыш) Сергей Федоров Аҡ Барс (Көнсығыш) Зинәтула Биләлетдинов 4-3 Даррен Диц (31:28)
2022 Сергей Федоров Металлург (Көнсығыш) Илья Воробьев 4-3 Александр Попов (09:29)
2021 Боб Хартли ЦСКА (Көнбайыш) Игорь Никитин 4-2 Сергей Толчинский (19:28)
2020
COVID-19 пандемияһына бәйле миҙгел ваҡытынан алда тамамланды
2019 ЦСКА (Көнбайыш) Игорь Никитин Авангард (Көнсығыш) Боб Хартли 4-0 Максим Мамин (77:44)
2018 Аҡ Барс (Көнсығыш) Зинәтула Биләлетдинов ЦСКА (Көнбайыш) Игорь Никитин 4-1 Роб Клинкхаммер (41:06)
2017 СКА (Көнбайыш) Олег Знарок Металлург (Көнсығыш) Илья Воробьев 4-1 Илья Ковальчук (40:09)
2016 Металлург (Көнсығыш) Илья Воробьев ЦСКА (Көнбайыш) Дмитрий Квартальнов 4-3 Крис Ли (38:57)
2015 СКА (Көнбайыш) Вячеслав Быков Аҡ Барс (Көнсығыш) Зинәтула Биләлетдинов 4-1 Илья Ковальчук (06:31)
2014 Металлург (Көнсығыш) Майк Кинэн Лев (Көнбайыш) Кари Ялонен 4-3 Сергей Мозякин (43:10)
2013 Динамо М (Көнбайыш) Олег Знарок Трактор (Көнсығыш) Валерий Белоусов 4-2 Алексей Цветков (65:57)
2012 Динамо М (Көнбайыш) Олег Знарок Авангард (Көнсығыш) Раймо Сумманен 4-3 Якуб Клепиш (52:03)
2011 Салауат Юлаев (Көнсығыш) Вячеслав Быков Атлант (Көнбайыш) Милош Ржига 4-1 Александр Свитов (55:48)
2010 Аҡ Барс (Көнсығыш) Зинәтула Биләлетдинов МВД ХК (Көнбайыш) Олег Знарок 4-3 Никита Алексеев (21:18)
2009 Аҡ Барс (Көнсығыш) Зинәтула Биләлетдинов Локомотив (Көнбайыш) Кари Хейккиля 4-3 Алексей Морозов (50:04)

Айырыуса уңышлы командалар

Таблицала командалар еңеүҙәр һаны буйынса урынлашҡан. Курсив менән хәҙерге ваҡытта булмаған (КХЛ-да уйнамаған) командалар билдәләнгән.

Команда Еңеүҙәр Еңелеүҙәр Бөтәһе
финалдар
Финалда ҡатнашыу йылдары
(ҡара менән еңеүҙәр билдәләнгән)
ЦСКА 3 3 6 2016, 2018, 2019, 2021, 2022, 2023
Металлург (Магнитогорск) 3 2 5 2014, 2016, 2017, 2022, 2024
Аҡ Барс 3 2 5 2009, 2010, 2015, 2018, 2023
СКА 2 0 2 2015, 2017
Динамо (Мәскәү) 2 0 2 2012, 2013
Авангард 1 2 3 2012, 2019, 2021
Локомотив 1 2 3 2009, 2024, 2025
Салауат Юлаев 1 0 1 2011
Трактор 0 2 2 2013, 2025
ХК МВД 0 1 1 2010
Атлант 0 1 1 2011
Лев (Прага) 0 1 1 2014

Рекордтар

Матчтарҙың оҙонлоғо

Оҙонлоғо 100 минуттан ашыу барған (осорҙар һаны бишәүҙән ашыу, еңеүсе команда ҡуйы шрифт менән билдәләнгән) матчтар:

Командалар Дата Уйын оҙонлоғо Төп ваҡыттағы иҫәп Овертайм һаны Еңеү
голы
1 ЦСКА — Йокерит[6] 22 марта 2018 142 мин. 1:1
(1:1, 0:0, 0:0)
5 Мика Ниеми
2 Локомотив — ЦСКА[7] 5 марта 2022 127 мин. 2:2
(1:1, 0:1, 1:0)
4 Максим Соркин
3 Лев — Донбасс[8] 21 марта 2014 127 мин. 3:3
(2:1, 1:1, 0:1)
4 Андрей Конев
4 Северсталь — Локомотив 25 февраля 2013 119 мин. 2:2
(1:2, 1:0, 0:0)
3 Денис Казионов
5 Адмирал — Металлург Мг 12 марта 2014 117 мин. 2:2
(0:1, 2:0, 0:1)
3 Данис Зарипов
6 Витязь — СКА 7 марта 2020 114 мин. 2:2
(1:1, 0:0, 1:1)
3 Лукас Бенгтссон
7 Торпедо ТН — Салауат Юлаев 11 марта 2014 114 мин. 1:1
(0:1, 0:0, 1:0)
3 Александр Степанов
8 ЦСКА — СКА 10 апреля 2021 113 мин. 2:2
(1:0, 0:2, 1:0)
3 Василий Подколзин
9 СКА — ЦСКА 26 марта 2016 112 мин. 0:0
(0:0, 0:0, 0:0)
3 Джефф Плэтт
10 Металлург МГ — Авангард 15 марта 2011 110 мин. 2:2
(1:1, 1:1, 0:0)
3 Андрей Первышин
11 Салауат Юлаев — Авангард 8 апреля 2019 109 мин. 0:0
(0:0, 0:0, 0:0)
3 Алексей Бондарев
12 Трактор — Аҡ Барс 22 марта 2012 109 мин. 1:1
(0:0, 0:1, 1:0)
3 Данис Зарипов
13 Авангард — Адмирал 22 февраля 2017 106 мин. 1:1
(1:0, 0:1, 0:0)
3 Александр Кучерявенко
14 Аҡ Барс — Барыҫ 11 марта 2010 105 мин. 3:3
(0:2, 2:1, 1:0)
3 Нико Капанен
15 Себер — Салауат Юлаев 6 марта 2022 104 мин. 1:1
(0:0, 1:0, 0:1)
3 Валентин Пьянов
16 Нефтехимик — Авангард 28 февраля 2016 103 мин. 2:2
(2:0, 0:1, 0:1)
3 Денис Паршин
17 ЦСКА  — СКА 28 марта 2015 102 мин. 2:2
(0:1, 1:0, 1:1)
3
18 СКА — ЦСКА 2 апреля 2023 102 мин. 2:2
(0:1, 2:0, 0:1)
3 Никита Нестеров

Гагарин кубогының иң яҡшы бомбардирҙары

# Миҙгелдәр Уйынсы Командалар Мәрәйҙәр
1 13 Сергей Мозякин Атлант, Металлург Мг 172 (68+104)
2 13 Данис Зарипов Аҡ Барс, Металлург Мг 128 (57+71)
3 12 Вадим Шипачёв Северсталь, СКА, Динамо М, Аҡ Барс 124 (38+86)
4 7 Александр Радулов Салауат Юлаев, ЦСКА, Аҡ Барс 108 (34+74)
5 9 Никита Гусев ЦСКА, СКА, Амур, Югра 96 (40+56)
6 5 Ян Коварж Металлург Мг 91 (32+59)
7 7 Патрик Торесен СКА, Салауат Юлаев 89 (28+61)
8-11 7 Константин Окулов Себер, ЦСКА 76 (29+47)
8-11 11 Сергей Плотников Амур, Локомотив, СКА, Металлург Мг, ЦСКА 76 (28+48)
8-11 13 Александр Попов Авангард, ЦСКА 76 (21+55)
8-11 7 Линус Умарк Динамо М, Йокерит, Салауат Юлаев 76 (18+58)

Гагарин кубогының матчтар һаны буйынса рекордсмендары

# Миҙгелдәр Уйынсы Командалар Матчтар
1 15 Евгений Бирюков Металлург Мг, Салауат Юлаев 178
2 14 Илья Каблуков Торпедо ТН, Атлант, Спартак, СКА, Авангард, Динамо М 166
3 13 Кирилл Петров Югра, ЦСКА, Авангард, Аҡ Барс 165
4 13 Александр Попов Авангард, ЦСКА 162
5 13 Вадим Шипачёв Северсталь, СКА, Динамо М, Аҡ Барс 158
6 13 Сергей Мозякин Атлант, Металлург Мг 157
7 13 Данис Зарипов Металлург Мг, Аҡ Барс 154
8 14 Василий Кошечкин Лада, Северсталь, Металлург Мг 154
9 13 Антон Белов СКА, Динамо М, Авангард 151
10 13 Григорий Панин Аҡ Барс, ЦСКА, Салауат Юлаев 150

Гагарин кубогының ҡапҡасылар араһында еңеүҙәр буйынса рекордсмендары

# Миҙгелдәр Уйынсы Командалар Еңеүҙәр
1 14 Василий Кошечкин Лада, Северсталь, Металлург Мг 86
2 12 Александр Ерёменко Салауат Юлаев, Динамо М 68
3 6 Илья Сорокин ЦСКА, Металлург Н 50
4 5 Микко Коскинен Себер, СКА 50
5 4 Петри Веханен Аҡ Барс, Лев 39
6 6 Майкл Гарнетт МВД ХК, Динамо М, Трактор, Слован, Медвешчак 39
7 6 Георгий Гелашвили Локомотив, Металлург Мг, Торпедо ТН 35
8 11 Константин Барулин ЦСКА, Атлант, Аҡ Барс, Авангард, Сочи ХК, Металлург Нк 31
9 5 Карри Рамо Йокерит, Авангард 29
10 7 Эмиль Гарипов Авангард, Аҡ Барс 28

Гагарин кубогында баш тренерҙар араһында рекордсмендар

# Тренер Командалар Уйындар Еңеүҙәр
1 Олег Знарок МВД ХК, Динамо М, СКА, Спартак 120 79
2 Зинәтула Биләлетдинов Аҡ Барс 117 74
3 Дмитрий Квартальнов Северсталь, Себер, ЦСКА, Локомотив, Аҡ Барс 114 68
4 Илья Воробьёв Металлург Мг, СКА 100 62
5 Игорь Никитин Авангард, ЦСКА, Локомотив 82 52

Гагарин кубогында бер плей-офф буйынса рекордсмендар

Бер плей-оффтағы иң яҡшы бомбардирҙар Бер плей-оффтағы күпселектә мәрәйҙәр буйынса иң яҡшылар
# Уйынсы Миҙгел Клуб У Г А М # Уйынсы Миҙгел Клуб У Г А М
1 Сергей Мозякин 2013/14 Металлург Мг 21 13 20 33 1 Крис Ли 2016/17 Металлург Мг 18 1 14 15
2 Данис Зарипов 2013/14 Металлург Мг 21 11 15 26 2 Тэйлор Бек 2018/19 Авангард 16 3 11 14
3 Ян Коварж 2013/14 Металлург Мг 21 8 18 26 3 Вадим Шипачёв 2015/16 СКА 15 6 7 13
4 Сергей Мозякин 2015/16 Металлург Мг 23 11 14 25 4 Сергей Мозякин 2016/17 Металлург Мг 17 3 10 13
5 Ян Коварж 2016/17 Металлург Мг 18 10 15 25 5 Никита Гусев 2018/19 СКА 18 6 6 12
Бер плей-оффтағы иң яҡшы снайперҙар Бер алей-оффтағы иң яҡшы бомбардир-һаҡсылар
# Уйынсы Миҙгел Клуб У Г # Уйынсы Миҙгел Клуб У Г А М
1 Данис Зарипов 2016/17 Металлург Мг 18 15 1 Крис Ли 2016/17 Металлург Мг 18 1 20 21
2 Евгений Дадонов 2014/15 СКА 22 15 2 Патрик Херсли 2016/17 СКА 16 6 12 18
3 Михаил Анисин 2011/12 Динамо М 21 14 3 Коди Франсон 2018/19 Авангард 19 4 14 18
4 Михаил Григоренко 2018/19 ЦСКА 20 13 4 Егор Яковлев 2021/22 Металлург Мг 24 2 13 15
5 Сергей Мозякин 2013/14 Металлург Мг 21 13 5 Антон Белов 2016/17 СКА 18 3 11 14
Бер плей-оффтағы иң яҡшы ассистенттар Бер плей-оффтағы ҡоро иҫәпкә матчтар буйынса иң яҡшы ҡапҡасылар
# Уйынсы Миҙгел Клуб У А # Ҡапҡасы Миҙгел Клуб У ҠУ
1 Крис Ли 2016/17 Металлург Мг 18 20 1 Ларс Юханссон 2020/21 ЦСКА 23 7
2 Сергей Мозякин 2013/14 Металлург Мг 21 20 2 Андерс Нильссон 2014/15 Аҡ Барс 20 6
3 Ян Коварж 2013/14 Металлург Мг 21 18 3 Микко Коскинен 2015/16 СКА 15 5
4 Сергей Мозякин 2016/17 Металлург Мг 17 17 4 Илья Сорокин 2017/18 ЦСКА 18 5
5 Тэйлор Бек 2018/19 Авангард 16 16 5 Шимон Грубец 2020/21 Авангард 18 5

Иҫкәрмә: У — уйындар, Г — голдар, А — һөҙөмтәле пастар, М — мәрәйҙәр, ҠУ — ҡоро уйындар.

Голдар

  • 2011 йылдың 27 февралендә «Северсталь» — «Атлант» матчында (1:8) Олег Петров 39 йәш тә 10 айлыҡ сағында иң «оло йәштәге» хет-тригын яһай, өҫтәүенә өс минут эсендә өс шайба индерә: 15-се, 17-се һәм 18-се минуттарҙа[9]. 2011 йылдың 2 апрелендә «Атлант» — «Локомотив» матчында (8:2) Олег Петров шулай уҡ хет-трик яһай: 11-се, 39-сы һәм 59-сы минуттарҙа. Шулай итеп, уның иҫәбендә Гагарин кубогының бер миҙгелендә ике хет-трик бар.
  • 2011 йылдың 27 мартында «Атлант» — «Локомотив» араһындағы серияның өсөнсө матчының икенсе осоронда ҡыҙыҡлы гол индерелә. Ярославль хоккейсылары кисектерелгән штраф алып, уларҙың ҡапҡасыһы алтынсы уйынсыға алмашынғанда, Чурилов, хужалар зонаһындағы командалаш уйынсыға пас бирәм тип, шайбаны бөтә майҙансыҡ аша үҙ ҡапҡаһына ебәрә. Матч барышында гол «Атлант» ҡапҡасыһы Константин Барулин иҫәбенә яҙыла, сөнки ул команданан иң һуңғы булып был шайбаны тотҡан була, әммә уйындан һуң авторлыҡ хоҡуғы һаҡсы Илья Гороховҡа күсерелә[10].
  • Ошондай уҡ ҡыҙыҡлы гол 2018 йылда ЦСКА менән «Аҡ Барс» араһындағы финал серияһының дүртенсе матчында индерелә: 3-сө осор аҙағында һөжүм итеүсе ЦСКА ҡапҡасыһын тағы бер уйынсыға алмаштыраған ғына саҡта «Аҡ Барс» ҡапҡаһы янындағы ығы-зығы ваҡытында Антон Ландер, ҡарамайынса шайбаны үҙ зонаһынан сығарып ырғыта, уның траекторияһы башта ЦСКА ҡапҡаһынан ситтәрәк үткәндәй була, әммә ҡабырғаһында тәгәрәп барған шайба уны ҡыуып етергә маташҡан һаҡсы Мэт Робинсон менән бергә барыбер ҡапҡаға барып инә[11][12].

Шәхестәр

  • Данис Зарипов Гагарин кубогын биш тапҡыр яулаған берҙән-бер кеше (өс тапҡыр «Аҡ Барс» составында һәм ике тапҡыр «Металлург» составында).
  • Тренер Зинәтулла Биләлетдинов Ҡазандың «Аҡ Барс» командаһы менән дүрт тапҡыр финалда ҡатнаша һәм беренсе булып бер клуб менән өс тапҡыр Гагарин кубогын яулай.
  • Тренер Олег Знарок Гагарин кубогы финалында дүрт тапҡыр ҡатнаша — ике тапҡыр Мәскәүҙең «Динамо»һы менән һәм бер тапҡыр Балашиханың МВД хоккей клубы һәм Санкт-Петербургтың СКА командалары менән, һәм беренсе булып өс тапҡыр төрлө командалар менән Гагарин кубогын яулай.
  • Майк Кинэн — КХЛ-да Магнитогорскиҙың "Металлург"ы менән Гагарин кубогын һәм МХЛ-да «Нью-Йорк Рейнджерс» менән Стэнли кубогын яулаған беренсе тренер. Һуңынан был ҡаҙанышты «Колорадо Эвеланш» менән Стэнли кубогын һәм «Авангард» менән Гагарин кубогын яулаған Боб Хартли ҡабатлай. Ике осраҡта ла трофейҙар араһындағы айырма 20 йыл тәшкил итә.
  • Виктор Козлов Гагарин кубогын уйынсы («Салауат Юлаев») һәм тренер («Металлург» Мг) булараҡ яулай.
  • Алты уйынсы КХЛ-да — Гагарин кубогын һәм МХЛ-да Стэнли кубогын яулай: Павел Дацюк (СКА, «Детройт Ред Уингз»), Вячеслав Войнов (СКА, «Лос-Анджелес Кингз»), Вячеслав Козлов («Салауат Юлаев», «Детройт Ред Уингз»), Олег Твердовский («Салауат Юлаев», «Нью-Джерси Девилз» һәм «Каролина Харрикейнз»), Александр Овечкин һәм Никлас Бэкстрем (икеһе лә — Мәскәүҙең «Динамо»һы һәм «Вашингтон Кэпиталз»).
  • Павел Дацюк Стэнли кубогын, Гагарин кубогын, донъя чемпионатында һәм Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаған берҙән-бер хоккейсы булып тора.
  • Боб Хартли — баш тренер сифатында ҡатнашҡан бөтә биш турнирҙа ла еңеү яулаған берҙән-бер тренер: QMJHL-да президент кубогы («Лаваль Титан»), АХЛ-да Колдер кубогы («Херши Беарс»), МХЛ-да Стэнли кубогы («Колорадо Эвеланш»), Швейцария чемпионаты («Цюрих Лайонс») һәм КХЛ-да Гагарин кубогы («Авангард», Омск).

Уйын үҙенсәлектәре

  • КХЛ-дың бөтәһе дүрт командаһы ғына йыл да Гагарин кубогы уйындарында ҡатнаша — «Аҡ Барс», «Металлург» Мг, СКА һәм «Салауат Юлаев».
  • 2009 йылғы КХЛ плей-оффында шайбалар айырмаһы буйынса максималь иҫәп (+10) теркәлә: 14 мартта «Аҡ Барс» "Авангард"ты 11:1 иҫәбенә еңә; етмәһә «Аҡ Барс» алты шайбаны күпселектә индерә.
  • Праганың «Лев» командаһы — Гагарин кубогы финалында уйнаған Рәсәйҙән булмаған берҙән-бер команда (2014 йылда).
  • 2014/15 йылдар миҙгелендә СКА беренсе тапҡыр Гагарин кубогына уйындарҙа серияла 0:3 иҫәбе менән отолоп килеп, ахырҙа ЦСКА-ны 4:3 иҫәбе менән еңеп ҡуя. Был осраҡ КХЛ-дың плей-офф тарихында берҙән-бер булып ҡала килә.
  • 2018/19 йылдар миҙгелендә Ҡаҙағстандың «Барыҫ» командаһы плей-оффтың сирекфинал серияһы матчында үҙ боҙонда Түбәнге Новгородтың «Торпедо» командаһынан 0:4 иҫәбенә отолоп килеп, матчта 5:4 иҫәбенә еңеү яулай.
  • Юрий Гагарин йыһанға осҡан йылда нигеҙ һалынған «Салауат Юлаев» клубы 2011 йылда үҙенең 50 йыллығына һәм, тимәк, Юрий Гагариндың йыһанға осоуының 50 йыллығына Гагарин кубогын яулай.
  • КХЛ тарихындағы иң оҙон голһыҙ матч: 2016 йылғы КХЛ плей-оффында 26 мартта ЦСКА, матч башланып 111 минут 12 секунд уҙғас гол индереп, СКА-ны уның боҙонда 1:0 иҫәбенә еңә[13].
  • 2019 йылда ЦСКА регуляр чемпионаттың еңеүсеһе статусында Гагарин кубогын яулай. Был — лига тарихында беренсе осраҡ.
  • Ике тапҡыр рәттән Гагарин кубогын өс команда яулай: «Аҡ Барс» (2009 һәм 2010 йылдарҙа), Мәскәүҙең «Динамо»һы (2012 һәм 2013 йылдарҙа) һәм ЦСКА (2022 һәм 2023 йылдарҙа). Өс тапҡыр рәттән кубокты бер кем дә яулай алманы әле.
  • ЦСКА — 2019 йылда серияла "Авангард"ты «ҡоро» иҫәпкә еңеп, КХЛ тарихында финалда ошондай еңеү яулаған берҙән-бер команда.
  • 2022 йылда Гагарин кубогында КХЛ тарихында тәүге тапҡыр плей-оффтың һәр раундында ете уйынлы (матчтарҙың максималь һаны) кәмендә бер серия була.
  • 2022 йылдың 2 мартында СКА-нан Никита Гусев Минскиҙың «Динамо»һына ҡаршы уйында КХЛ плей-оффының бер уйынында һөҙөмтәлелек рекордын ҡуя — 6 (1+5) мәрәй.
  • 2021/22 уйын миҙгелендәге плей-оффта «Металлург» — «Авангард» серияһы Гагарин кубогы тарихында иң һөҙөмтәлеһе була, командалар икеһенә бергә 51 шайба индерә.
  • Гагарин кубогы финалында иң оҙон «ҡоро» серия буйынса рекордты 2021/22 йылдар миҙгеленең финал серияһында Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһы ҡапҡасыһы Василий Кошечкин ҡуя, һәм ул 156 минут 34 секунд тәшкил итә.
  • 2021/22 йылдар миҙгелендә «Металлург» КХЛ-дың бер плей-оффында голдар буйынса һөҙөмтәлелек рекордын ҡуя — команда 80 шайба индерә.
  • 2024 йылда Гагарин кубогын уйындарына дөйөм алғанда 751 703 тамашасы килә, был күрһәткес лига тарихында иң яҡшыһы була[14].

Иҫкәрмәләр

  1. Медведев: Кубок Гагарина будет произведением искусства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 12 июнь 2008 года.
  2. КХЛ приняла решение об итоговом распределении мест в сезоне 2019/2020. khl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 20 июль 2020 года.
  3. Журналисты выяснили, как будет выглядеть Кубок Гагарина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 10 ноябрь 2011 года.
  4. История главного трофея КХЛ: как устроен Кубок Гагарина (25 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025.
  5. Кубки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 29 декабрь 2014 года.
  6. Протокол игры: ЦСКА - Йокерит : Континентальная Хоккейная Лига (КХЛ). khl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 15 август 2022 года.
  7. Протокол игры: Локомотив - ЦСКА : Континентальная Хоккейная Лига (КХЛ). khl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 16 август 2022 года.
  8. Протокол игры: Лев Пр - Донбасс : Континентальная Хоккейная Лига (КХЛ). khl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 16 август 2022 года.
  9. Петров сделал самый возрастной хет-трик российских чемпионатов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 15 октябрь 2011 года.
  10. Три вратаря-голеадора в истории КХЛ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 29 март 2017 года.
  11. «Ак Барс» выиграл у ЦСКА в четвёртом матче финала Кубка Гагарина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 23 апрель 2018 года.
  12. Хоккейный «Ак Барс» одержал третью победу над ЦСКА! Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 23 апрель 2018 года.
  13. СКА – ЦСКА: Два рекорда пали, третий устоял. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 12 апрель 2016 года.
  14. Кубок Гагарина 2024 года стал самым посещаемым в истории КХЛ (25 апрель 2024). 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә