Чернышёв дивизионы
Чернышёв дивизионы — спорт, географик һәм башҡа принциптар нигеҙендә командаларҙы бүлеү маҡсаты менән 2008 йылда нигеҙләнгән Континенталь хоккей лигаһының дүрт дивизионының береһе. Был дивизион Көнсығыш конференцияһы составына инә.
Совет хоккей мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Динамо» командаһы составында СССР-ҙың беренсе чемпионы титулын яулаған билдәле уйынсы Аркадий Чернышёв иҫтәлегенә дивизионға уның исеме бирелгән.
Дивизион составы
2008/2009 йылдар миҙгеле
2009/2010 йылдар миҙгеленән һуң
Был миҙгелдә Континенталь хоккей лигаһы командалары географик принцип нигеҙендә икешәр дивизиондан торған Көнсығыш һәм Көнбайыш конференцияларына бүленде. Чернышёв дивизионы Көнсығыш конференцияһы составына индерелде. Уның командалары:
2013/2014 йылдар миҙгеленән башлап
Был миҙгелдә дивизион эсенә яңы төҙөлгән «Адмирал» хоккей клубы инә.
2016/2017 йылдар миҙгелендә
Был миҙгелдә дивизион составына Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар» командаһы керә.
2017/2018 йылдар миҙгеле
Был миҙгелдә дивизион составынан Новокузнецкиҙан «Металлург» командаһы сығарыла.
2019/2020 йылдар миҙгеленән алып
Был миҙгел алдынан Новосибирскиҙан «Себер» командаһы Харламов дивизионына күсерелә.
- Авангард (Омск өлкәһе)
- Адмирал (Владивосток)
- Амур (Хабаровск)
- Барыс (Астана)
- Куньлунь Ред Стар (Пекин)
- Салауат Юлаев (Өфө)
| Чернышёв дивизионы | ||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Команда | Ҡала | Арена | Нигеҙләнгән | КХЛ | Дивизионды еңеү | Конференцияны еңеү | Гагарин Кубогы | Баш тренер | Капитан | |
| Авангард | Балашиха Арена | 1950 | 2008 | 2011-2013, 2016—2017 | 2012, 2019 | — | ||||
| Адмирал | Фетисов-Арена | 2013 | — | — | — | |||||
| Амур | Платинум Арена | 1957 | 2008 | — | — | — | ||||
| Барыҫ | Барыҫ-Арена | 1999 | 2008 | 2014, 2019 | — | — | ||||
| Куньлунь Ред Стар | Шоуган Арена | 2016 | — | — | — | |||||
| Салауат Юлаев | Өфө-Арена | 1961 | 2008 | 2009*, 2010, 2018 | 2011 | 2011 | ||||
- * «Салауат Юлаев» 2009 йылда Чернышёв дивизионын түгел, ә Бобров дивизионын еңә
Дивизион еңеүселәре
- 2009 — Аҡ Барс (Ҡазан)
- 2010 — Салауат Юлаев (Өфө)
- 2011 — Авангард (Омск өлкәһе)
- 2012 — Авангард (Омск өлкәһе)
- 2013 — Авангард (Омск өлкәһе)
- 2014 — Барыҫ (Астана)
- 2015 — Себер (Новосибирск)
- 2016 — Авангард (Омск өлкәһе)
- 2017 — Авангард (Омск өлкәһе)
- 2018 — Салауат Юлаев (Өфө)
- 2019 — Барыҫ (Астана)
Гагарин кубогын яулаусылар
- 2009 — Аҡ Барс (Ҡазан)
- 2011 — Салауат Юлаев (Өфө)
КХЛ йондоҙҙар уйыны
2017 йылдан башлап КХЛ йондоҙҙар уйынының форматы үҙгәре, хәҙер ул дүрт команда ҡатнашлығында үткән мини-турнир була. Көнсығыш конференцияһына ингән дивизиондар үҙ-ара ярымфиналда, кем финалға сыға икәнен, билдәләй. Чернышёв дивизионы тәүге шундай турнирҙы еңә. Әле был дивизион иҫәбендә КХЛ йондоҙҙар уйынында ике еңеү бар.
- 22 ғинуар 2017, Өфө, Өфө-Арена, ярымфинал, Чернышёв дивизионы — Харламов дивизионы 4:3.
- 22 ғинуар 2017, Өфө, Өфө-Арена, финал, Чернышёв дивизионы — Тарасов дивизионы 3:2.
- 14 ғинуар 2018, Астана, Барыҫ-Арена, ярымфинал, Чернышёв дивизионы — Бобров дивизионы 6:5 (Б).
- 14 ғинуар 2018, Астана, Барыҫ-Арена, финал, Чернышёв дивизионы — Тарасов дивизионы 4:5.
- 20 ғинуар 2019, Ҡазан, Татнефть-Арена, ярымфинал, Чернышёв дивизионы — Харламов дивизионы 5:3.
- 20 ғинуар 2019, Ҡазан, Татнефть-Арена, финал, Чернышёв дивизионы — Бобров дивизионы 4:3.