Күләм

Күләм — есем йәки матдә биләгән арауыҡтың һанлы характеристикаһы.

Есемдең күләме йәки һауыттың һыйҙырышлылығы уның формаһы һәм һыҙыҡлы үлсәмдәре менән билдәләнә. Күләм төшөнсәһе менән һыйҙырышлылыҡ, йәғни һауыттың, төрөү йәшнигенең һ. б. эске арауығы күләме, төшөнсәһе тығыҙ бәйләнгән.

Күләм үлсәү берәмеге СИ системаһында — куб метр; унан куб сантиметр, куб дециметр (литр) һәм башҡалар кеүек сығарылма берәмектәр яһала. Төрлө илдәрҙә шыйыҡ һәм бөртөклө матдәләр өсөн системанан тыш төрлө күләм берәмектәре ҡулланыла — галлон, баррель.

Формулаларҙа күләмде тамғалау өсөн баш латин хәрефе V ҡулланыла, ул лат. volume — «күләм», «тултырыу» һүҙенән ҡыҫҡартып алынған.

«Күләм» һүҙен шулай уҡ күсмә мәғәнәлә дөйөм һанды йәки ағымдағы дәүмәлде билдәләү өсөн ҡулланалар. Мәҫәлән, «ихтыяж күләме», «хәтер күләме», «эш күләме». Һынлы сәнғәттә күләм тип һүрәтләнгән предметтың арауыҡ характеристикаһын художестволы саралар менән иллюзор биреү атала.

undefined
undefined
undefined
undefined
undefined
undefined

Күләмде иҫәпләү

Практикала есемдең яҡынса күләмен, шул иҫәптән ҡатмарлы формалағы есемдең күләмен, был есемде шыйыҡлыҡҡа батырып табып була. Ҡыҫырыҡлап сығарылған шыйыҡлыҡтың күләме шыйыҡлыҡҡа батырылған есемдең күләменә тигеҙ.

Математик ысул

Ябай формалағы есемдәрҙең күләмен иҫәпләү өсөн махсус формулалар бар. Мәҫәлән, ҡабырғаһы булған кубтың күләме .

Ҡатмарлы формалағы есемдең күләме уны ябай формалағы айырым өлөштәргә бүлеп һәм был өлөштәрҙең күләмдәрен ҡушып табыла. Интеграль иҫәпләмәлә бөтә есемдең күләмен төҙөүсе өлөштәрҙең күләмдәре сикһеҙ бәләкәй дәүмәлдәр итеп ҡарала.

Тығыҙлыҡ аша

Есемдең (m) массаһын һәм (ρ) тығыҙлығын белгән хәлдә, уның күләме түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә:

Шыйыҡлыҡтарҙың күләм үлсәү берәмектәре

  • 1 л = 1,76 пинта = 0,23 галлон

Инглизсә

  • 1 пинта = 0,58 литр.
  • 1 кварта = 2 пинта = 1,23 литр
  • 1 галлон = 8 пинта = 4,55 литр
  • 1 галлон (амер.) = 3,785 литр

Боронғо

  • Котила = 0,275 литр

Боронғо йәһүдсә[2]

  • Эйфа = 24,9 литр
  • Гин = 1/6 эйфа = 4,15 литр
  • Омер = 1/10 эйфа = 2,49 литр
  • Кав = 1/3 гин = 1,38 литр

Урыҫса[3]

  • Мискә = 40 биҙрә = 492 литр
  • Биҙрә (күләм берәмеге) = 12,3 литр

Бөртөклө матдәләрҙең күләм үлсәү берәмектәре

Инглизсә

  • 1 бушель = 8 галлон = 36,37 литр
  • 1 баррель = 163,65 литр

Урыҫса

  • Четверик = 26,24 литр (1 бот иген)
  • Гарнец = 3,28 литр

Башҡа берәмектәр

  • 1 унция (ингл.) = 2,841·10−5 м³
  • 1 унция (амер.) = 2,957·10−5 м³
  • 1 куб дюйм = 1,64·10−5 м³
  • 1 куб фут = 2,83·10−2 м³
  • 1 куб ярд = 0,765 м³
  • 1 куб астрономик берәмек =3,348·1024 км³
  • 1 куб яҡтылыҡ йылы = 8,466·1038 км³
  • 1 куб парсек = 2,938·1040 км³
  • 1 куб килопарсек = 1 000 000 000 пк³ = 2,938·1049 км³

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар