Матдә

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Матдә - фермиондарҙан торған йәки улар менән бергә фермиондарҙы үҙ эсенә алған материяның бер формаһы; электромагнит ҡырҙары кеүек ҡайһы бер төр ҡырҙарҙан айырмалы рәүештә, тынлыҡ массаһына эйә.

Ғәҙәттә (сағыштырмаса түбән температураларҙа һәм тығыҙлыҡта) матдә электрон, протон һәм нейтрон кеүек киҫәксәләрҙән тора. Һуңғы икәүһе атом ядроһын, ә барыһы бергә атом (атом матдәһен) барлыҡҡа килтерә, молекулалар атомдарҙан, кристалдар һәм башҡалар молекулаларҙан тора. Ҡайһы бер шарттарҙа, мәҫәлән, йондоҙ-ара нейтронда,ғәҙәти булмаған матдәләр булыуы мөмкин.


Матдә төшөнсәһе ҡайһы берҙә фәлсәфәлә лә substantia латин терминына эквивалент булараҡ ҡулланыла[1].

« Матдә ысынлап та сағыштырмаса бәләкәй арауыҡта энергияның ҙур концентрацияһы
»
МезонМезонБарионНуклонКваркЛептонЭлектронАдронАтомМолекулаФотонW- һәм Z-бозондарГлюонГравитонЭлектромагнитлы тәьҫир итешеүҺүрән тәьҫир итешеүКөслө тәьҫир итешеүГравитацияКвантлы электродинамикаКвантлы хромодинамикаКвантлы гравитацияЭлектрослабое взаимодействиеТеория великого объединенияТеория всегоЭлементар киҫәксәМатдәБозон Хиггса
Төрлө элементар һәм составлы киҫәксәләр ғаиләләренә һәм уларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүен һүрәтләгән теорияларға ҡыҫҡаса күҙәтеү. Фермиондар һулда, бозондар уңда.

Матдә үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Барлыҡ матдәләр ҙә киңәйә, ҡыҫыла, газға, шыйыҡлыҡҡа йәки ҡаты есемгә әйләнә ала. Уларҙы ҡушып яңы матдәләр алырға була.

Һәр матдәнең үҙенсәлеге, йәғни объектив характеристикалар тупланмаһы бар, улар конкрет матдәнең индивидуаллеген билдәләй һәм шуның менән уны башҡа матдәләрҙән айырырып тора. Иң характерлы физик-химик үҙенсәлектәргә тығыҙлыҡ, иреү температураһы, ҡайнау температураһы, термодинамик характеристикалар, кристалл структураһы параметрҙары, химик үҙенсәлектәр константалары инә.

Бөтә химик матдәләрҙең тиерлек өс агрегат хәлендә - ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, боҙ, шыйыҡ һыу һәм һыу парҙары бер үк химик матдәнең H2O ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәгеләре агрегат хәле. Ҡаты, шыйыҡ һәм газ формалары химик матдәләрҙең индивидуаль характеристикаһы түгел, ә тышҡы физик шарттарға бәйле химик матдәләрҙең төрлө торошона тап килә. Шуға күрә һыу шыйыҡлыҡ, кислород газ, ә натрий хлориды ҡаты есем тип кенә ҡарау ярамай. Был матдәләрҙең һәр береһе (һәм башҡа бөтә матдәләр ҙә) шарттар үҙгәргәндә өс агрегат хәленең теләһә ҡайһыһына күсә ала.

Ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәленең идеаль моделдәренән матдәнең реаль хәленә күскәндә бер нисә сик аралыҡ тибы табыла, уларҙан аморф (быяла һымаҡ) хәл, шыйыҡ кристалл хәле һәм юғары һығылмалы (полимер) хәлендә булыуы киң билдәле. Был хәлде билдәләү өсөн йыш ҡына «фаза» тигән киң төшөнсә ҡулланыла.

Физикала плазма тигән матдәнең дүртенсе агрегат торошо ҡарала, плазма — өлөшләтә йәки тулыһынса ионлаштырылған матдә, уның ыңғай һәм кире зарядтарының тығыҙлығы бер төрлө (плазма электронейтраль).

Ҡайһы бер шарттарҙа (ғәҙәттә ғәҙәти шарттарҙан ярайһы уҡ айырылып торған) теге йәки был матдәләр үтә һығылмалы һәм үтә үткәргес кеүек үҙенсәлекле хәлдәргә күсә ала.

Химияла матдә тип билдәле химик үҙенсәлектәре булған, билдәле бер образда реакцияға инә алған материя төрөн атайҙар. Бөтә химик матдәләр атом, ион йәки молекула киҫәксәләренән тора; шул уҡ ваҡытта молекуланы химик матдәнең бөтә химик үҙенсәлектәренә эйә булған иң бәләкәй киҫәксәһе тип билдәләргә мөмкин. Химик берләшмәләр молекулаларҙан ғына түгел, ә уларҙың составын үҙгәртә алған башҡа киҫәксәләрҙән дә тора ала. Химик үҙенсәлектәре, физик үҙенсәлектәренән айырмалы рәүештә, агрегат хәленә бәйле түгел, шулай итеп, боҙ һәм һыу химия күҙлегенән бер үк матдә. Химик матдә үҙенең составы һәм структураһы менән характерлана, бер үк химик составы булған матдәләр, төрлө структуралары арҡаһында, төрлө булырға мөмкин. Мәҫәлән, аҡ фосфор һәм ҡара фосфор.[3][4]

  1. См., к примеру, философский словарь Г. Н. Теплова, изданный в 1751 году.
  2. А. Эйнштейн. Собрание научных трудов. - М.: Наука, 1967 - T. 4, стр. 511
  3. L.Alikberova. Вещества в химии. www.alhimik.ru. Дата обращения: 22 октябрь 2017. Архивировано 18 октябрь 2017 года.
  4. Super User. Понятие структуры вещества. ucheba-service.ru. Дата обращения: 22 октябрь 2017.