Горовиков Константин Владимирович
Горовико́в Константи́н Влади́мирович (1977 йылдың 31 авгусы, Новосибирск) — Рәсәй хоккейсыһы, үҙәк һөжүм итеүсе. Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя чемпионы. Тренер.
Биографияһы
Константин Владимирович Горовиков 1977 йылдың 31 авгусында Новосибирскиҙа тыуа. Хоккей менән тыуған ҡалаһында шөғөлләнә башлай. Уның «Себер» СДЮШОР-ы балалар командаһы тренеры Аркадий Багаев була. 17 йәшендә СКА-ла үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡырыу ала һәм Санкт-Петербургҡа күсергә ҡарар итә[1].
1994/95 йылдар миҙгелендә өлкәндәр хоккейында сығыш яһай башлай, ЙХЛ-да СКА өсөн 13 матчта уйнай, бер шайба индерә. Клубта бөтәһе биш миҙгел үткәрә. 1999 йылда МХЛ-дың «Оттава Сенаторз» клубы тарафынан дөйөм 269-сы һан аҫтында һайлана. Ул ваҡытта уға 22 йәш самаһы була — был беренсе раундта һайланған уйынсыларҙың йәшенән һиҙелерлек ҙурыраҡ. "Оттава"ның йәйге күнекмәләр лагерында ҡатнаша, бер нисә күргәҙмә матчында уйнай, уларҙа бер шайба индерә[1][2]. Әммә даими МХЛ чемпионатында ҡатнашыу өсөн команданың төп составына үтә алмай һәм IHL-дың «Гранд-Рапидс Гриффинс» фарм-клуб командаһына ебәрелә. Ике йыл ваҡытын IHL-да үткәргәндән һуң барыбер «Оттава Сенаторз» командаһына саҡырыу алмағас, тыуған иленә ҡайта[3].
2001 йылдан алып өс йылдан ашыу бер командала ла оҙаҡҡа ҡалмай. Милли йыйылма команда өсөн уйындарға йәлеп ителә башлай.
Ҡайтҡандан һуң беренсе клубы «Салауат Юлаев» була. 2001/2002 йылдар чемпионатын бик сағыу башлай, тәүге 18 матчта 15 мәрәй (10+5) йыя. Шаламай — Горовиков — Карамнов звеноһы Суперлигала голдар һаны буйынса лидер була[4]. Турнир аҙағына күрһәткестәр тиҙлеге кәмей, әммә ул 2002 йылғы донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн кандидаттар исемлегенә индерелә һәм Борис Михайлов етәкселегендәге Рәсәй йыйылма командаһы өсөн апрель айындағы иптәштәрсә осрашыу матчтарында һәм "Карьяла кубогы"нда уйнай. Был уның милли йыйылма командаһында башлап сығыш яһауы була. Донъя чемпионатына юлға сығыу көнөндә генә составҡа эләкмәүен белә[5].
2002/2003 йылдар миҙгеле уртаһында Өфө командаһының капитаны итеп тәғәйенләнә һәм уға һуңғы дүрт йыл эсендә беренсе тапҡыр Суперлига чемпионатының плей-офына сығырға ярҙам итә, унда клуб беренсе раундта илдең ул ваҡыттағы иң көслө командаһы — Ярославлдең "Локомотив"ына тура килә һәм серияла 0-3 иҫәбенә отола. Бөтә миҙгел дауамында Горовиковты йыйылма командаға (баш тренер Владимир Плющев була) Еврохоккейтур матчтарына саҡыралар, ул шулай уҡ декабрҙә Омскиҙа үткән Суперлиганың Бөтә йондоҙҙар матчында ҡатнаша.
Горовиков илдең вице-чемпионы — Череповец ҡалаһынан «Северсталь» командаһына күсә. Әммә 2003/2004 йылдар миҙгелендә клуб йомғаҡлау таблицаһында 13-сө урынды ғына биләй. Хоккейсы команданың иң һөҙөмтәле һөжүм итеүселәре исемлегендә туғыҙынсы урында ғына була[6]. Әгәр көҙгөһөн Виктор Тихонов һөжүм итеүсене Евротур этаптарына Рәсәй йыйылма командаһына саҡырһа, май айында үткән донъя чемпионатына ҡарай ул кандидаттар исемлегенән төшөрөп ҡалдырылған була.
Киләһе миҙгелде Горовиков СКА-ла үткәрә. Ул карьераһында рекордлы 33 мәрәй йыя, Ә Шинкарь — Горовиков — Гольц звеноһы индергән шайбалар һаны буйынса бөтә лигала өсөнсө урынды биләй[7]. Йыйылма командаға саҡырылмай, бының сәбәптәренең береһе булып МХЛ-дағы локаут тора, ул иң яҡшы Рәсәй хоккейсыларының тыуған иленә күпләп ҡайтыуына килтерә.
Йәйгеһен Омск ҡалаһының «Авангард» клубына күсә. Себер командаһы Суперлига чемпионатының финал серияһына тиклем барып етә, унда Ҡазандың «Аҡ Барс» командаһынан еңелә. 2006 йылдың апрелендә 28 йәшлек хоккейсы тәүге миҙалын яулай. Бер айҙан һуң ул донъя чемпионатында башлап сығыш яһай. Владимир Крикунов етәкселегендәге рәсәйҙәр сирекфиналда овертаймда Чехия йыйылма командаһынан еңелә. Горовиков боҙға дүртенсе звенола сыға һәм уның уйыны матбуғатта ыңғай баһаға лайыҡ була[8]. Ул ырғытылған шайбаға хужа булыу проценты буйынса турнирҙа өсөнсө урынға сыға[9].
Киләһе йылды ла Омскиҙа үткәрә. Клуб ярымфиналда Магнитогорск ҡалаһының "Металлург"ынан еңелеп, бронза яулай. 2006 йылдың авгусында Горовиков йыйылма команданың яңы тренеры Вячеслав Быковтың кандидаттар исемлегенә индерелә, әммә Еврохоккейтур этаптарына ла, Мәскәүҙәге донъя чемпионатына ла саҡырылмай.
2007 йылдың йәйендә карьераһында өсөнсө тапҡыр СКА-ға күсә һәм артабанғы өс миҙгелде унда үткәрә. Клуб етәкселегенән яңы контракт тәҡдимен көтөп ала алмағас, «Динамо» хоккей клубы (Мәскәү) менән килешеүгә ҡул ҡуя. Уның составында икенсе йылына 34 йәшлек Горовиков беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионатында еңеүсе була. 2012 йылдың апрелендә ете матчтан торған финал серияһында Омскиҙың "Авангард"ын еңеп, динамовсылар Гагарин кубогын яулай. Комаров — Горовиков — Анисин тройкаһы был плей-офта мәскәүҙәрҙең төп көсө була, Горовиков үҙе уның өсөнсө бомбардиры һәм иң яҡшы ассистенты була. Бер йылдан икенсе чемпион трофейын яулай, һәм беренсе тройка уйынсыһы ролендә "Динамо"ның яңы иң көслө һөжүм итеүсе звеноһына инә: Сопин — Горовиков — Касянчук.
Ҡаҙаныштары
• Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя чемпионы (2008, 2009);
• Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2005);
• Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2006);
• Ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы (2012, 2013).
Статистикаһы
| Легенда | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
| Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
| - | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай | ||
Клубтағы карьераһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
| Миҙгел | Команда | Лига | Уйын | Г | П | Мәр | +/− | Штр | Уйын | Г | П | Мәр | +/− | Штр | ||
| 1994/95 | СКА | ЙХЛ | 13 | 1 | 0 | 1 | — | 4 | 2 | 0 | 0 | 0 | — | 0 | ||
| 1995/96 | СКА | ЙХЛ | 45 | 2 | 4 | 6 | -9 | 18 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
| 1996/97 | СКА | Суперлига | 37 | 4 | 2 | 6 | — | 20 | — | — | — | — | — | — | ||
| 1997/98 | СКА | Суперлига | 44 | 6 | 13 | 19 | 13 | 22 | 2 | 1 | 0 | 1 | 1 | 0 | ||
| 1998/99 | СКА | Суперлига | 42 | 12 | 7 | 19 | 10 | 14 | — | — | — | — | — | — | ||
| 1999/00 | Гранд-Рапидс Гриффинс | IHL | 57 | 9 | 14 | 23 | 15 | 30 | 8 | 1 | 0 | 1 | 3 | 4 | ||
| 2000/01 | Гранд-Рапидс Гриффинс | IHL | 68 | 7 | 19 | 26 | 2 | 48 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2001/02 | Салауат Юлаев | Суперлига | 51 | 13 | 18 | 31 | 4 | 32 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2002/03 | Салауат Юлаев | Суперлига | 48 | 10 | 5 | 15 | 2 | 44 | 3 | 0 | 1 | 1 | 1 | 0 | ||
| 2003/04 | Северсталь | Суперлига | 50 | 7 | 9 | 16 | 1 | 26 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2004/05 | СКА | Суперлига | 60 | 14 | 19 | 33 | 8 | 48 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2005/06 | Авангард | Суперлига | 49 | 14 | 15 | 29 | 16 | 62 | 13 | 2 | 4 | 6 | 4 | 16 | ||
| 2006/07 | Авангард | Суперлига | 54 | 12 | 16 | 28 | 4 | 70 | 11 | 2 | 2 | 4 | -2 | 6 | ||
| 2007/08 | СКА | Суперлига | 50 | 12 | 22 | 34 | 3 | 40 | 9 | 0 | 2 | 2 | -1 | 31 | ||
| 2008/09 | СКА | КХЛ | 48 | 10 | 11 | 21 | 10 | 50 | 3 | 0 | 1 | 1 | 1 | 4 | ||
| 2009/10 | СКА | КХЛ | 53 | 7 | 17 | 24 | 8 | 32 | 3 | 0 | 2 | 2 | 1 | 0 | ||
| 2010/11 | Динамо Мәскәү | КХЛ | 54 | 11 | 27 | 38 | 13 | 32 | 6 | 2 | 2 | 4 | 2 | 2 | ||
| 2011/12 | Динамо Мәскәү | КХЛ | 43 | 6 | 13 | 19 | 3 | 28 | 21 | 6 | 14 | 20 | 7 | 16 | ||
| 2012/13 | Динамо Мәскәү | КХЛ | 40 | 2 | 16 | 18 | -9 | 22 | 21 | 2 | 7 | 9 | 10 | 16 | ||
| 2013/14 | Динамо Мәскәү | КХЛ | 42 | 4 | 19 | 23 | 11 | 38 | 7 | 0 | 2 | 2 | 0 | 8 | ||
| 2014/15 | Динамо Мәскәү | КХЛ | 48 | 5 | 14 | 19 | 7 | 42 | 3 | 1 | 0 | 1 | 0 | 0 | ||
| 2015/16 | Динамо Мәскәү | КХЛ | 55 | 7 | 14 | 21 | 17 | 36 | 9 | 2 | 2 | 4 | 1 | 2 | ||
| 2016/17 | Динамо Мәскәү | КХЛ | 48 | 3 | 13 | 16 | 17 | 14 | 10 | 0 | 0 | 0 | 1 | 8 | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 431 | 55 | 145 | 200 | 77 | 294 | 83 | 13 | 30 | 43 | 23 | 56 | ||||
| Бөтәһе Суперлигала | 543 | 107 | 131 | 238 | 52 | 400 | 63 | 9 | 18 | 27 | 7 | 57 | ||||
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (30 июнь 2009 йыл) — 2008 һәм 2009 йылдарҙа хоккей буйынса Рәсәй милли йыйылма командаһының донъя чемпионаттарында еңеүенә ҙур өлөш индергәне өсөн[10];
• Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2009).[11]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Мария Левинская. Константин Горовиков - уфимский капитан-новосибирец. Спорт-Атака (26 март 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ НХЛ. Выставочные матчи. Спорт-Экспресс (18 сентябрь 2000). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 18 апрель 2013 года.
- ↑ Юрий Луданов. Константин Горовиков: Мои интервью по пальцам можно пересчитать. Официальный сайт ХК "Авангард" (17 ноябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 17 апрель 2013 года.
- ↑ Чемпионат России. Суперлига. 20-й тур. Спорт-Экспресс (2 ноябрь 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 1 сентябрь 2010 года.
- ↑ Максим Лебедев. Уезжали, словно на войну. Спорт-Экспресс (25 апрель 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 22 ғинуар 2015 года.
- ↑ Итоговая статистика. Северсталь. Советский Спорт (22 апрель 2004). Архивировано 12 март 2012 года.
- ↑ «Ястребиная» добыча. Половина трофеев за результативность отправится в Омск. Советский Спорт (14 апрель 2005). Архивировано 12 март 2012 года.
- ↑ Сборная России – лучшая! По броскам... Эксперты «СС» по традиции выставляют оценки каждому игроку сборной России. Советский Спорт (22 май 2006). Архивировано 12 март 2012 года.
- ↑ Лидеры по итогам чемпионата. Спорт-Экспресс (23 май 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 июня 2009 года № 725 «О награждении государственными наградами Российской Федерации членов национальной сборной команды России по хоккею». kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. 2013 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Приказ министра Минспорттуризма о присвоении почетного спортивного звания «Заслуженный мастер спорта России» № 7 нг от 20 февраля 2009 года. minstm.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. 2012 йылдың 5 март көнөндә архивланған.