УЕФА стадиондары рейтингы
УЕФА стадиондары рейтингы (рус. Рейтинг стадионов УЕФА) — УЕФАның стадиондың ниндәй категорияға ҡарауын билдәләүсе ҡағиҙәләре (элек УЕФА стадиондарҙы категориялар урынына йондоҙҙар рейтингы буйынса билдәләй).
Хәҙерге ваҡытта Европа стадиондары 1-се, 2-се, 3-сө һәм 4-се категориялы була ала (2010/11 йылдар миҙгеленә тиклем 4-се категория «элиталы» тип иҫәпләнгән)[1].
Әлеге система 2006 йылда индерелә, уға тиклем УЕФА стадиондарға 5 йондоҙло рейтинг системаһын ҡуллана.
Категориялар араһындағы төп айырмалар
| Критерий | Категория 1 | Категория 2 | Категория 3 | Категория 4 |
|---|---|---|---|---|
| Футбол яланы | 100—105 м оҙонлоҡта, 64 — 68 м киңлектә | 105 м оҙонлоҡта, 68 м киңлектә | ||
| Судьяларҙың кейенеү-сисенеү урынының минималь күләме | билдәләнмәгән | 20 м2 | ||
| Яҡтыртыу көсө минимумы | ТВ-компания ҡарамағында | 800 люкс, майҙанды яҡтыртыу | 1400 люкс, майҙанды яҡтыртыу | 1400 люкс, бөтә йүнәлештәрҙә яҡтыртыу |
| VIP паркинг, урындар кәмендә | 20 | 50 | 100 | 150 |
| Стадионда баҫып тороу урындарыт | эйе | юҡ | ||
| Тамашасылар өсөн урындар минимумы | 200 | 1500 | 4500 | 8000 |
| VIP-тамашасылар өсөн урындар минимумы | 50 | 100 | 250 | 500 |
| Ҡунаҡтар командаһы көйәрмәндәре өсөн VIP урындар | 10 | 20 | 50 | 100 |
| VIP ҡунаҡсыллыҡ зонаһы | билдәләнмәгән | 400 м2 | ||
| КИҢ мәғлүмәт сараларының эш зонаһы минимумы | 50 м2 | 100 м2 50 кеше өсөн | 200 м2 75 кеше өсөн | |
| Фотографтарҙың минималь һаны | билдәләнмәгән | 15 | 25 | |
| ТВ- камера платформалары өсөн минималь урын | 4 м2 для мин. 1 камеры | 6 м2 для 2 камер | 10 м2 для 4 камер | |
| Матбуғат ложеһында урындарҙың минималь һаны | 20, шуларҙың 5-е өҫтәл менән | 20, шуларҙың 10-ы өҫтәл менән | 50, шуларҙың 25-е өҫтәл менән | 100, шуларҙың 50-е өҫтәл менән |
| Спорт комментаторҙары урындарының минималь һаны | 2 | 3 | 5 | 25 |
| ТВ-студияларҙың минималь һаны | 1 бүлмә, ул үҙгәртеп ҡорола ала | 1 | 2 | 2, кәмендә 1 майҙанға күренеш менән |
| Матчтан һуңғы интервьюлар өсөн минималь позициялар һаны | билдәләнмәгән | 4 | ||
| Телетрансляция микроавтобустары өсөн туҡталыш урындарының минималь майҙаны | 100 м2 | 200 м2 | 1000 м2 | |
| Матбуғат конференциялары залында минималь урындар һаны | 1 | 30 | 50 | 75 |
Ҡулланыу
УЕФА чемпиондары лигаһы Һәм УЕФА Европа лигаһы регламентына ярашлы, уларҙың ярыштарында беренсе, икенсе һәм өсөнсө квалификация раунды стадияһында осрашыуҙар үткәреү өсөн стадиондар кәм тигәндә, 2-се категория критерийҙарына тап килергә тейеш. Ярымфинал уйыны иң кәмендә 3-сө категориялы стадионда, ә финалды 4-се категориялы стадионда ғына үткәрергә мөмкин[2][3].
УЕФА суперкубогы ошо ҡағиҙәләр буйынса 3-сө категорияға тап килгән стадионда үтә[4].
21 йәшкә тиклемге йыйылма командалар араһында Европа чемпионаты 2-се категория критерийҙарына ярашлы стадиондарҙа ойошторола. Был ярыштың һуңғы этабы кәм тигәндә 3-сө категориялы стадиондарҙа үткәрелергә тейеш[5]. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында УЕФА чемпиондары лигаһы матчтарының бөтә квалификация раунды, шулай уҡ уйындарҙың ярымфинал, финал өлөшө 1-се категориялы стадионда үткәрелергә мөмкин[6].
Өҫтәмә мәғлүмәттәр
Әгәр стадионда күсмә түбә элементтары булһа, был элементтарҙы ҡулланыу УЕФА делегацияһы вәкилдәре һәм матч судьяһы араһындағы консультациялар ваҡытында айырым осраҡ буйынса көйләнә.
Элиталы класлы стадион өсөн минималь ултырыу урындары һаны 8000-дән кәм булмаһа ла, Европа лигаһы финалдарын үткәреү өсөн бер ҡасан да 40 000-дән кәм урынлы стадион һайланмай, һәм шулау уҡ УЕФА чемпиондар лигаһының финал уйындарын үткәреү өсөн 60 меңдән аҙыраҡ көйәрмән һыйҙырышлы бер стадион да һайланмаған.
Әлеге ваҡытта был һайлау параметрҙары рәсми рәүештә 2006 йылда УЕФА чемпиондары лигаһының 2007 йылғы финал уйыны өсөн баҫылған ҡағиҙәләр менән көйләнә. УЕФА президенты Мишель Платини, хәүефһеҙлек сәбәптәре буйынса, артабан Европа кубоктары финалы матчтарын 70 000 урынлыҡ стадиондарҙа үткәреүҙе күрергә теләүен белдерә[7].
2010 һәм 2011 йылдарҙа Чемпиондар лигаһы финалын үткәргән стадиондар — Мадридтың «Сантьяго Бернабеу» һәм «Уэмбли» икеһендә лә 70 меңдән ашыу тамашасы һыйҙыра, шулай уҡ 2009 йылда Чемпиондар лигаһы финалын үткәргән Римдең «Олимпия» стадионында ла. 2011 йылда Чемпиондар лигаһы финалын үткәргән «Уэмбли» стадионы 90 мең кеше, ә 2012 йылдың 19 майында Чемпиондар лигаһы финалын үткәргән Мюнхендың «Альянц Арена»һы 75 мең кеше һыйҙырышлы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ UEFA Stadium Infrastructure Regulations. 2010 Edition (ингл.) (pdf). UEFA.com (2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2011. Архивировано 28 февраль 2012 года.
- ↑ Reglement der UEFA Champions League. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2011. Архивировано 31 ғинуар 2012 года.
- ↑ Reglement der UEFA Europa League. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2011. Архивировано 1 апрель 2010 года.
- ↑ Reglement des UEFA-Superpokals. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2011. Архивировано 1 декабрь 2016 года.
- ↑ Reglement der UEFA U21-Europameisterschaft. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2011. Архивировано 16 июнь 2011 года.
- ↑ Reglement der UEFA Women’s Champions League. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2011. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Update 1-Soccer-Platini wants Champions League final at weekend. Reuters (30 август 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2008. Архивировано 28 февраль 2012 года.