Альянц Арена

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Альянц Арена»
Allianz Arena, Múnich, Alemania, 2013-02-11, DD 13.JPG
УЕФА-ның 4-се категориялы стадионы
Урынлашыуы Германия Мюнхен
Нигеҙләнгән 21 октябрь 2002
Төҙөлгән апрель 2005
Асылған 30 май 2005
Төҙөлөш хаҡы €340 млн
Архитектор Херцог һәм де Мёрон
Милексе Allianz Arena München Stadion GmbH
Һыйҙырышлылығы 75 000
67 812 (халыҡ-ара матчтарҙа)
Өйҙәге команда «Бавария»
Ялан үлсәме 105 х 68 м
Сайт allianz-arena.de/… (инг.)
allianz-arena.com/… (нем.)

allianz-arena.com/… (ҡыт.)
allianz-arena.com/… (яп.)
allianz-arena.com/… (рус.)
allianz-arena.com/… (ғәр.)
allianz-arena.com/… (итал.)
allianz-arena.com/… (фр.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

апрель 2005

«Альянц Арена»'[1] (нем. Allianz Arena, йыйылма командаларҙың халыҡ-ара ярыштарында — Арена Мюнхен) — Мюнхендың төньяғындағы футбол стадионы.

Стадиондың һыйҙырышлылығы 75 000 тамашасы тәшкил итә, шул иҫәптән 2152 бизнес-урын, VIP-ложаларҙа 1374 урын һәм коляскалы инвалидтар өсөн 227 урын. Халыҡ-ара матчтарҙа стадионға 70 000 тамашасы индерелә.

2005/06 йылдар миҙгеленән "Альянц Арена"ла «Бавария» өй уйындарын ҡабул итә. Бынан тыш, стадионда футбол буйынса 2006 йылғы донъя чемпионаты матчтары, 2011/12 чемпиондар лигаһы финалы[2], шулай уҡ 2020 йылғы Европа чемпионаты уйындары үткәрелә.

Тәүҙә стадион «Бавария» һәм «Мюнхен 1860» клубтарының берлектәге милке була, әммә артабан «Бавария» «Мюнхен 1860» өлөшөн ала һәм стадиондың берҙән-бер хужаһы булып ҡала.

Стадиондың техник характеристикалары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Буш стадион
Ултырғыстар рәте
Көнбайыш трибуна

Стадион Мюнхендың төньяҡтағы Швабинг-Фрайман районында урынлашҡан. 2006 йылдың 16 ғинуарында властар стадионды 69 901 урынға тиклем киңәйтеүҙе хуплай, Бундеслига һәм Гермагия кубогы уйындарында 69 мең тамашасы һыйҙыра ала. Чемпиондар лигаһы уйындары, УЕФА кубогы уйындары һәм халыҡ-ара матчтар өсөн һыйҙырышлыҡ 66 мең тамашасы булып ҡала. Стадионда бөтә урындар ҡыйыҡ аҫтында.

"Альянс Арена"ла 1374 урынлыҡ 106 ложе бар. Бынан тыш, стадионда ике балалар баҡсаһы, LEGO World һәм 800 м² майҙанлы «Бавария» клубы магазины урынлашҡан. Улар барыһы ла стадион эсендә. 2012 йылдың майында был урында Бавария тарихы музейы асыла[3].

Формаһы арҡаһында "Альянс Арена"ны йыш ҡына «тултырылған кәмә» (нем. Schlauchboot), «автомобиль шинаһы» (нем. Autoreifen), «һауа яҫтығы» (нем. Luftkissen) тип йөрөтәләр.

2001 йылдың 21 октябрендә был урында яңы стадион төҙөргәме һәм ҡалала кәрәкле инфраструктура булдырылырға тейешме-юҡмы тигән һорау буйынса референдум үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙың 2/3 самаһы яңы стадион төҙөү өсөн тауыш бирә. архитекторҙар конкурсы үткәрелә, унда башта тәҡдим ителгән 8 модель араһынан финал тауыш биреүгә 2 модель һайлап алына[4].

Швейцарияның Херцог һәм де Мёрон архитектура фирмаһы конкурста еңеү яулай. 2002 йылдың көҙөндә арена төҙөлә башлай, 21 октябрҙә нигеҙ һалына. Төҙөлөш эштәре 2005 йылдың апрель аҙағында тамамлана.

Асыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Альянс Арена» 2005 йылдың 30 майында Мюнхен 1860 һәм Нюрнберг командалары араһында дуҫтарса матч менән асыла. Уйын хужалар файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамлана[5]. Икенсе көндө стадионда «Бавария» менән Германия йыйылма командаһы араһында осрашыу үтә. Ике уйын да тулы аренала үтә.

2005 йылдың 2 июнендә «Бавария» һәм «Мюнхен 1860» командалары араһында уйын ваҡытында стадиондың эске күренеше
2005 йылдың 2 июнендә «Бавария» һәм «Мюнхен 1860» командалары араһында уйын ваҡытында стадиондың эске күренеше

Футбол буйынса 2006 йылғы донъя чемпионаты

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2006 йылдың йәйендә Мюнхендағы сәнғәт йортонда «Альянц Арена» тигән яҙыу
Донъя чемпионаты уңайынан сығарылған «Альянс Арена» һүрәте төшөрөлгән почта маркаһы

«Альянс Арена» — 2006 йылғы донъя чемпионатын үткәргән стадиондарҙың береһе. Донъя чемпионаты барышында стадион Мюнхендағы Футбол буйынса донъя чемпионаты стадионы тип атала. «Альянс Арена» билдәһе стадиондан махсус рәүештә донъя чемпионаты өсөн алынған һәм турнир барышында Мюнхен сәнғәт йортон биҙәү өсөн ҡулланылған. Уны һүтеү һәм ташыу хаҡы яҡынса 150 мең евро тәшкил иткән[6].

Чемпионатта стадионда түбәндәге матчтар үтә:

Урындаҡы ваҡыт

Дата Ваҡыт Команда 1 Иҫәп Команда 2 Стадия Тамашасылар
9 июнь 2006 18:00 Германия Германия 4:2 Коста-Рика Коста-Рика А төркөмө (асыу матчы) 69451
14 июнь 2006 18:00 Тунис Тунис 2:2 Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны Н төркөмө 69451
18 июнь 2006 18:00 Бразилия Бразилия 2:0 Австралия Австралия F төркөмө 69451
21 июнь 2006 21:00 Кот-д’Ивуар Кот-д’Ивуар 3:2 Сербия и Черногория Сербия һәм Черногория С төркөмө 69451
24 июнь 2006 17:00 Германия Германия 2:0 Швеция Швеция 1/8 финал 69451
5 июль 2006 21:00 Португалия Португалия 0:1 Франция Франция Ярымфинал 69451
  1. How to pronounce Allianz Arena in German Архивная копия от 12 май 2014 на Wayback Machine — Forvo, русскоязычные СМИ
  2. Финал-2012: «Арена Мюнхен» Архивная копия от 13 май 2014 на Wayback Machine. uefa.com
  3. Die FC Bayern Erlebniswelt eröffnet im Mai 2012  (нем.) Архивная копия от 13 февраль 2012 на Wayback Machine. fcbayern.telekom.de (30.08.2011)
  4. Фотографии моделей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2012. Архивировано 22 февраль 2020 года.
  5. Löwen sind bei Eröffnung Herr im Haus  (нем.) Архивная копия от 14 март 2016 на Wayback Machine. allianz-arena.de (30.05.2005)
  6. [http://web.archive.org/web/20160516074800/http://www.allianz-arena.de/de/aktuell/news-archiv/06498.php Архивная копия от 16 май 2016 на Wayback Machine Архивная копия от 16 май 2016 на Wayback Machine Schriftzug «Allianz Arena» im «Feriendomizil» in der Prinzregentenstraße  (нем.). allianz-arena.de (28.04.2006)]

Ҡалып:Сборная Германии по футболу Ҡалып:Стадионы чемпионата Германии по футболу