Футбол буйынса Словакия йыйылма командаһы
Футбол буйынса Словакия йыйылма командаһы (рус. Сбо́рная Слова́кии по футбо́лу, словак. Slovenské národné futbalové mužstvo) — Словакия Республикаһының футбол буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа һәм иптәштәрсә матчтарҙа намыҫын яҡлаусы команда.
Ул 1993 йылда Чехословакия тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килә. Шул ваҡыттан алып донъя һәм Европа чемпионаттарының барлыҡ һайлап алыу турнирҙарында даими ҡатнаша. 2010 йылғы донъя чемпионатының 1/8 финалына сығыуы уның өсөн иң яҡшы һөҙөмтә булып тора, унда Нидерланд командаһынан 1:2 иҫәбе менән еңелә.
Словакия командаһы өсөн иң көсәргәнешле уйындар Чехия командаһы менән үтә. Иптәштәрсә уйындарҙан тыш, ике команда ла 1998 йылғы донъя чемпионатының һайлап алыу уйындарында осраша: словактар Братиславала еңә (2:1), әммә Прагала еңелә (0:3). 2008 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу матчтарында Словакия командаһы ике тапҡыр отола (0:3 һәм 1:3), әммә Көньяҡ Африка үтәсәк донъя чемпионатына һайлап алыу турнирында словактар Прагала чехтарҙы еңеүгә өлгәшә (2:1), ә үҙ майҙанында Братиславала ике тапҡыр алда барһалар ҙа, тигеҙ иҫәпкә уйнайҙар (2:2). 2015 йылдың 12 октябрендә Словакия үҙенең беренсе Европа чемпионатына хоҡуҡ ала.
2022 йылдың 5 июненә ҡарата йыйылма команда ФИФА рейтингында 42-се урынды[3], шул уҡ йылда УЕФА рейтингында 22-се урынды биләй[4].
Сығыштар статистикаһы
Донъя чемпионаттары
| Финал турнирҙар | Һайлап алыу турнирҙары | |||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Йыл | Һөҙөмтә | Урын | И | В | Н | П | ГЗ | ГП | Урын | И | В | Н | П | ГЗ | ГП | |
| Квалификациянан үтмәй | 4/6 | 10 | 5 | 1 | 4 | 18 | 14 | |||||||||
| 3/6 | 10 | 5 | 2 | 3 | 16 | 9 | ||||||||||
| 2/7* | 14 | 6 | 6 | 2 | 26 | 14 | ||||||||||
| 1/8 финала | 16 | 4 | 1 | 1 | 2 | 5 | 7 | 1/6 | 10 | 7 | 1 | 2 | 22 | 10 | ||
| Квалификациянан үтмәй | 3/6 | 10 | 3 | 4 | 3 | 11 | 10 | |||||||||
| 2/6 | 10 | 6 | 0 | 4 | 17 | 7 | ||||||||||
| 3/6 | 10 | 2 | 4 | 2 | 9 | 8 | ||||||||||
| Бөтәһе | 1/8 финал | 1/6 | 4 | 1 | 1 | 2 | 5 | 7 | 64 | 32 | 14 | 18 | 110 | 64 | ||
- * — Ҡапма-ҡаршы матчтарҙы Испания командаһынан еңелә(1 : 5, 1 : 1).
Европа чемпионаттары
| Финал турнирҙары | Һайлап алыу турнирҙары | |||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Йыл | Һөҙөмтә | Урын | И | В | Н | П | ГЗ | ГП | Урын | И | В | Н | П | ГЗ | ГП | |
| Квалификациянан үтмәй | 3/6 | 10 | 4 | 2 | 4 | 14 | 18 | |||||||||
| 3/6 | 10 | 5 | 2 | 3 | 12 | 9 | ||||||||||
| 3/5 | 8 | 3 | 1 | 4 | 11 | 9 | ||||||||||
| 4/7 | 12 | 5 | 1 | 6 | 33 | 23 | ||||||||||
| 4/6 | 10 | 4 | 3 | 3 | 7 | 10 | ||||||||||
| 1/8 финал | 14/24 | 4 | 1 | 1 | 2 | 3 | 6 | 2/6 | 10 | 7 | 1 | 2 | 17 | 8 | ||
| Төркөм этабы | 17/24 | 3 | 1 | 0 | 2 | 2 | 7 | 3/5* | 10 | 5 | 2 | 3 | 15 | 12 | ||
| Бөтәһе | 1/8 финал | 2/7 | 7 | 2 | 1 | 4 | 5 | 13 | 70 | 33 | 12 | 25 | 109 | 89 | ||
- * — ҡапма-ҡаршы матчтарҙа Төньяҡ Ирландияны еңә (2:1).
Ҡушаматтары
Форма
Словакия йыйылма командаһының традицион төҫтәре — аҡ һәм күк. Тәүге өй комплекттары зәңгәр төҫтә була, артабан 1993 йылдан 2020 йылға тиклем өй комплекты саф аҡ төҫтә була, ә 2020 йылдан төп төҫ тағы ла күк төҫ өҫтәлә. Форманың хәҙерге тәьмин итеүсеһе — Nike, 2016 йылдан алып килешелгән (тәьмин итеүсене алмаштырғанда Словакия футбол ассоциацияһы Puma (компания) менән килешеүҙе өҙгән, ул 2026 йылға тиклем ғәмәлдә булған).
Рекордтары
Словакия йыйылма командаһы ФИФА рейтингында юғары күтәрелеү рекордына эйә: 1994 йылдың февралендә ул 92 позицияға күтәрелеүгә өлгәшә (150-се урындан 58-се урынға тиклем).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Prezývka slovenských reprezentantov? Suchá. aktualne.sk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2010. Архивировано 29 июль 2017 года.
- ↑ SLOVENSKÍ SOKOLI. futbalsfz.sk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2016. Архивировано из оригинала 9 август 2016 года.
- ↑ 1 2 The FIFA/Coca-Cola World Ranking (ингл.). FIFA (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
- ↑ National Team Coefficients Overview (ингл.) (PDF). UEFA.com. Официальный сайт УЕФА (11 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2017. Архивировано 6 ноябрь 2017 года.
- ↑ 5 историй, которые нужно знать о сборной Словакии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2011. Архивировано 6 октябрь 2011 года.