Олимпия стадионы (Турин)
«Олимпия стадионы — Гранде-Торино» (итал. Stadio Olimpico Grande Torino) — Италияның Турин ҡалаһында урынлашҡан күп маҡсатлы стадион. Ул «Торино» футбол клубының үҙ стадионы. Стадион ҡаланың көньяҡ-үҙәк биҫтәһендә урынлашҡан. Әлеге ваҡытта УЕФА тарафынан 4-се категориялы стадион тип баһалана, был ғәмәлдәге рейтингта иң юғары рейтинг.
Тарихы
1933—2005
1933 йылда 1934 йылда Италияла үткән футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн төҙөлә һәм тәүҙә 65 мең тамашасы һыйҙырышлы була. Ул ваҡыттағы дәүләт башлығы Бенито Муссолини хөрмәтенә аталған. Икенсе донъя һуғышынан һуң ул Комунале тип үҙгәртелә. Делле Альпи асылғанға тиклем (1990 й.) «Торино» һәм «Ювентус» футбол клубтарының үҙ стадионы була[1][2]. Һуңынан, 2006 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарына тиклем, уның эшмәкәрлеге туҡтатыла, ярыштарҙы үткәреү өсөн ул өлөшләтә емерелә һәм реконструкциялана.
2006 йылғы Олимпиада
Олимпиадаға стадион яңыртыла. Трибуналар ҡыйыҡ менән йыһазландырылған, ярыштар өсөн арауыҡ — асыҡ һауала. Стадионда 2006 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантанаһы үткәрелә.
Хәҙерге ваҡытта
Олимпиаданан һәм артабанғы реконструкциянан һуң 2016 йылдың апрелендә 1949 йылдың 4 майында авиаһәләкәттә һәләк булған Торино уйынсылары иҫтәлегенә стадионды «Гранде Торино» (Stadio Grande Torino) тип үҙгәртергә ҡарар ителә[3].
Әлеге ваҡытта стадион туриндың «Торино» футбол клубының өй аренаһы булып тора. «Ювентус» үҙенең 2011 йылдың йәйендә файҙаланыуға тапшырылған яңы «Ювентус Арена» стадионында даими сығыш яһай башлағандан һуң, уның исеме үҙгәртелә[4]
2021 йылдың сентябрендә стадионда COVID-19-ға ҡаршы прививка яһау үҙәге асыла[5].
Концерттар
- Брюс Спрингстин − 2009 йылдың 21 июле (32,774 тамашасы)
- U2 — 2010 йылдың 6 авгусы, Kasabian менән бергә (42,441 тамашасы)
- Coldplay — Marina and the Diamonds — Rita Ora — 2012 йылдың 24 майы (39,778 тамашасы)
- Muse — 2013 йылдың 28-29 июне (for 65,228 тамашасы)
- One Direction — 2014 йылдың 6 июле (38,430 тамашасы)
Иҫкәрмәләр
- ↑ SPECIALE STADI TORINO: I 5 impianti esistenti in cui hanno giocato Juve e Toro (итал.). TorinoToday. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025. Архивировано 26 сентябрь 2021 года.
- ↑ Dall'Umberto I al “nuovo” Grande Torino, gli 11 stadi della storia calcistica torinese (итал.). TorinoToday. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025. Архивировано 26 сентябрь 2021 года.
- ↑ Torino stadium renamed? - Football Italia (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025. Архивировано 26 сентябрь 2021 года.
- ↑ New stadium, opening ceremony on 8 September, Juventus Football Club S.p.A. official website (14 июль 2011). 3 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ На стадионе ФК Рома открылся пункт вакцинации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025. Архивировано 11 июль 2022 года.