Ив дю Мануар
«Ив дю Мануар Олимпия стадионы» (франц. Stade Olympique Yves-du-Manoir), шулай уҡ «Коломб» булараҡ билдәле — Париждың Коломб биҫтәһендә урынлашҡан стадион. 1907 йылда төҙөлгән һәм данлыҡлы француз регби уйынсыһы Ива дю Мануар (франц.) авиаһәләкәттә һәләк булғандан һуң, 1928 йылда уның исеме менән йөрөтөлә башлай.
1924 йылда стадион 1924 йылғы йәйге Олимпия уйындарының төп аренаһына әйләнә, уйындар үткәрелгән ваҡытта 45 000 тамашасыны һыйҙыра. Стадионды Олимпиадаға әҙерләү Париж властары 4 миллион франк тотона. 1938 йылда һыйҙырышлығы 60 мең тамашасыға тиклем арттырыла һәм 1938 йылғы донъя чемпионатының төп стадионы булып китә. 1938 йылдың 19 июнендә унда турнирҙың финал матчы үтә — Италия йыйылма командаһы 4:2 иҫәбе менән Венгрия йыйылма командаһын еңә.
1930—1970 йылдарҙа Францияның төп стадиондарының береһе була, унда Францияның футбол һәм регби йыйылма командаларының өй матчтары үткәрелә, йыш ҡына футбол буйынса милли кубок ярыштары ойошторола. Әммә 1972 йылда «Парк де Пренс» стадионы реставрацияланғандан һуң, төп футбол ваҡиғалары шунда күсә. Франция йыйылма командаһы Коломб стадионында һуңғы халыҡ-ара матчын 1975 йылда уйнай.
Әлеге ваҡытта стадион 14 000 тамашасыны һыйҙыра һәм түбәнге француз лигаларында сығыш яһаусы «Расинг Клюб де Франс» футбол клубының өй аренаһы булып тора.
2024 йылғы йәйге Олимпия уйындары алдынан стадион реконструкциялана. Бөгөн комплекс бөтөнләй икенсе күренештә. Париж-2024 йәйге Олимпия уйындары сиктәрендә арена үләндәге хоккей буйынса ярыштарҙы ҡабул итә. Сығыштарҙы 15 000 көйәрмән күҙәтә ала. Объект Олимпия ҡаласығынан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Уйындар тамамланғандан һуң, Ив дю Мануар стадионындағы яңы биналарҙың береһе Франция хоккей федерацияһы, Иль-де-Франс лигаһы һәм О-де-сен департаментының хоккей комитеты йорто була. Бынан тыш, стадион урындағы клубтың үҙ майҙаны буласаҡ. Ике яһалма газонлы майҙан Францияның милли күнекмәләр үҙәгенә биреләсәк — береһе 1 000 урынлыҡ трибуналар менән ярыштар үткәреү өсөн һәм береһе күнекмәләр өсөн.
Хәҙерге территорияла дүрт футбол һәм өс регби яланы, шулай уҡ яңы еңел атлетика юлы булдырыласаҡ[2].