Олимпия стадионы (Антверпен)

Антверпендың Олимпия стадионы (нидерл. Olympisch Stadion), йәки Кил (нидерл. 't Kiel[1]) — Бельгияның Антверпен ҡалаһындағы стадион.

Тарихы

1920 йылғы Олимпиада

Стадион 1920 йылда асыла һәм унда 1920 йылғы йәйге Олимпия уйындарын асыу тантанаһы, шулай уҡ ат спорты, үләндә хоккейы, заманса бишбәйге, регби, арҡан тартыу һәм гер күтәреү буйынса ярыштар үткәрелә.

Эшселәр Олимпиадаһы (1937 йыл)

  • RUTube сайтында[1]

1937 йылдың йәйендә стадионда III йәйге эшселәр Олимпиадаһы үтә[2].

Хәҙерге осор

Олимпиаданан һуң тик футбол ярыштары ғына үткәрелә. Әлеге ваҡытта Жюпиле лигаһында сығыш яһаусы «Беерсхот» футбол клубының өй аренаһы булып тора. Стадиондың һыйҙырышлылығы урындағы матчтарҙа — 12 771, халыҡ-ара матчтарҙа — 12 206 тамашасы тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

  1. Inglis, Simon. The Football Grounds of Europe (билдәһеҙ). — 1990. — С. 69. — ISBN 0-00-218305-6.
  2. Николай Королев об Антверпенской рабочей Олимпиаде

Һылтанмалар