Стад де Франс

«Стад де Франс» (франц. Stade de France) — Франциялағы стадион, Париждың төньяҡ биҫтәһе Сен-Дениҙа урынлашҡан. 1998 йылда Францияла үткән футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн махсус рәүештә төҙөлгән. Бында турнирҙың төп матчы — финал үткәрелә. Әлеге ваҡытта 81338 тамашасыны һыйҙыра (футбол һәм регби матчтарында). Төҙөлөшкә сығымдар яҡынса 285 миллион евро тәшкил итә.

Әле арена Францияның футбол һәм регби буйынса йыйылма командалары майҙаны.

Конфигурацияһы еңел атлетика сараларын үткәреү мөмкинлеген бирә, 2003 йылда еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.

Стадионда 2024 йылғы йәйге Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары, шулай уҡ еңел атлетика буйынса ярыштар һәм футбол турнирының финалы үтә.

Тарихы

undefined
undefined
undefined

Стадионды төҙөү 1980 йылдар башында планлаштырыла, ул саҡта Франция футбол буйынса 1990 йылғы донъя чемпионатын үткәреүгә дәғүә итә, әммә 1983 йылдың 31 июлендә, тауыш биреүгә бер йыл ҡалғас, дәғүәһен кире ала. Артабан Париж 1992 йылғы йәйге Олимпия уйындарын үткәреүгә дәғүә итә. Уның өсөн Париждың көньяҡ-көнбайышында Венсен урманы районында 80 мең кешегә иҫәпләнгән яңы олимпия стадионы төҙөү планлаштырыла, әммә үтмәй һәм стадион төҙөлөшө туҡтатыла.

Франция 1998 йылғы донъя чемпионатын үткәреү хоҡуғын яулағас, яңы стадион төҙөргә ҡарар итәләр. Башта төҙөлөш урыны итеп Париждан көньяҡтараҡ урынлашҡан Мелун-Сенар һайлана. Әммә был урындың баш ҡаланан алыҫ булыуы тураһында ялыуҙар арҡаһында ойоштороусылар төҙөлөштө Париждың төньяҡ биҫтәһе Сен-Дениға күсерергә мәжбүр була[3].

Беренсе милли стадионы — 1938 йылғы донъя чемпионаты матчтарын ҡабул иткән «Коломб». Һуңыраҡ илдең төп аренаһы — «Парк де Пренс». Әммә 1975 йылда реконструкцияланғандан һуң да Парк ярыштар өсөн яраҡһыҙ була. «Стад де Франс» Европаның иң мөһабәт стадиондарының береһенә әүерелә. Ул ташландыҡ газ шахталары урынында төҙөлгән һәм 80 мең тамашасы һыйҙыра ала.

Стадион 1998 йылдың 28 ғинуарында Франция һәм Испания командалары араһындағы дуҫтарса матч менән асыла.

Стадионда асыу уйыны (Бразилия — Шотландия) һәм турнирҙың тағы ла һигеҙ матчы үтә. Ошо уҡ стадионда Франция йыйылма командаһы финалда бразилиялыларҙы еңеп, беренсе тапҡыр донъя чемпионы була (3:0).

2007 йылдың сентябрь—октябрь айҙарында Франция регби буйынса 6-сы донъя чемпионатын ҡабул итә. 7 матч үтә: асыу матчы, тағы ике төркөм уйыны, сирек финал, ярымфинал, финал.

Стадионда футбол буйынса 2016 йылғы Европа чемпионатының ете уйыны үтә, шул иҫәптән Франция йыйылма командаһы ҡатнашлығында асыу матчы (10 июнь) һәм Португалия менән Франция араһында финал уйыны (10 июль), унда хужалар португалдарҙан отола (0:1).

2022 йылдың 28 майында стадионда УЕФА чемпиондары лигаһы финалы үткәрелә.

Концерттар

Баштан уҡ стадион халыҡ-ара кимәлдәге концерт майҙансығына әйләнә. 1998 йылдың 25 июлендә «Стад де Франс» стадионында, донъя чемпионаты финалынан һуң ике аҙна үткәс, «The Rolling Stones» төркөмө The Rolling Stones туры сиктәрендә сығыш яһай. 1998 йылдың сентябрендә Джонни Холлидей өс концерт бирә, уға 210 меңдән ашыу тамашасы йыйыла.

Стадионда Селин Дион (1999), Тина Тёрнер (2000), AC/DC (2001), Пол Маккартни (2004 и 2015), U2 (2005, 2009, 2010), Мадонна (2008, 2012), Милен Фармер (2009, концерттар 2023 йылға планлаштырыла[4]), Depeche Mode (2009, 2013), The Black Eyed Peas (2011), Metallica (2012), Red Hot Chili Peppers (2012), Coldplay (2012), Lady Gaga (2012, 2022), Eminem (2013), Muse (2013, 2019), Джастин Тимберлейк (2014), One Direction (2014), BTS (2019) һәм башҡа донъяға билдәле башҡарыусылар сығыш яһай.

Теракт

2015 йылдың 13 ноябрендә Франция — Германия командалары осрашыуы ваҡытында Францияның баш ҡалаһында стадион янында теракттар теҙмәһенең береһе була, улар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә «Ислам дәүләте» төркөмө ала. Стадионда бер кем дә зыян күрмәй. «Стад де Франс»ҡа көслө шартлауҙар ишетелә, әммә матч аҙағынаса уйнала: француз командаһы Германияны 2:0 иҫәбе менән еңә.

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.leparisien.fr/seine-saint-denis-93/saint-denis-il-y-a-vingt-ans-naissait-le-stade-de-france-27-01-2018-7525572.php
  2. https://www.franceculture.fr/emissions/superfail/stade-de-france-stade-terminal
  3. Saint-Denis : il y a vingt ans naissait le Stade de France (фр.). leparisien.fr (27 ғинуар 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2025. Архивировано 20 февраль 2019 года.
  4. «Nevermore 2023» - Mylène Farmer annonce une tournée des stades (билдәһеҙ). mylene.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2025. Архивировано 28 июнь 2021 года.

Тема буйынса өҫтәмә