Джузеппе Меацца (стадион)
«Сан-Сиро» (итал. San Siro), шулай уҡ «Стадион Джузеппе Меацца» булараҡ билдәле (итал. Stadio Giuseppe Meazza) — Италияның Милан ҡалаһында урынлашҡан футбол стадионы.
Ул - Италияның «Милан» һәм «Интернационале» футбол клубтарының стадионы.
Миландың ике командаһында ла сығыш яһаған ике тапҡыр донъя чемпионы Джузеппе Меацца хөрмәтенә аталған.
Тарихы
Тәүҙә ул ҡала ситендәге Сан-Сиро биҫтәһендә урынлашҡан һәм уның исеме менән атала. инглиз Альфред Эдвардс 1899 йылда ойошторторған «Милан» футбол клубының стадионы була. 1920 йылдар уртаһына стадионда урын етмәй башлай һәм Милан президенты Пьеро Пирелли яңы арена төҙөү өсөн ер һатып ала. 1926 йылдың сентябрендә 35 меңдән ашыу тамашасы һыйҙырышлы «Сан-Сиро» футбол стадионы асыла, бер нисә йылдан һуң урындағы муниципалитет стадионды "Милан"дан һатып ала. Ҡала һәм клуб уны яйлап киңәйтә, 1940 йылда уҡ Италия менән Германия араһындағы матчҡа 65 мең самаһы тамашасы килә.
Сан-Сиро реконструкцияға ябыла һәм 1955 йылда яңынан асыла. Ул 82 000 тамашасыны һыйҙыра. 1979 йылда стадион 1934 һәм 1938 йылдарҙа донъя чемпионатында еңгән ике уйынсының береһе хөрмәтенә Джузеппе Меацца тип үҙгәртелә.
Хәҙер Италияла һөйләү телмәрендә стадиондың ике атамаһы ла ҡулланыла. Донъяла Сан — Сиро тарихи исеме популяр һәм танылыулы.
1990 йылғы донъя чемпионаты өсөн стадионда тағы ла бер тапҡыр ҙур ремонт үткәрелә, уға яҡынса 50 миллион фунт аҡса сарыф ителә.
Әлеге ваҡытта көнсығыш трибуна артындағы стадион майҙансығында ипподром урынлашҡан. Футбол матчтарынан тыш, стадионда билдәле музыканттар һәм коллективтарҙың концерттары уҙғарыла. Атап әйткәндә, стадионда Лаура Паузини, Мадонна, Майкл Джексон, Боб Марли, Bon Jovi, The Rolling Stones, Depeche Mode, One Direction һәм башҡалар сығыш яһаған.
2019 йылдың июнендә Милан президенты Паоло Скарони киләсәктә Сан-Сироны һүтеп, уның урынына яңы заманса стадион төҙөләсәге тураһында иғлан итә[3].
Һуңғараҡ Милан клубы етәкселеге һәм ҡала муниципалитеты Сан-Сироны һаҡлап ҡалырға ҡарар итә. Киләсәктә яңы стадион төҙөлһә, иҫке арена музей һәм футбол архитектураһы һәйкәле итеп файҙаланыласаҡ.
Стадионда үткән уйындар
- 1934 йылғы донъя чемпионаты матчтары, шул иҫәптән 1 матч 1/4 финал һәм 1 ярымфинал;
- 1990 йылғы донъя чемпионаты матчтары, шул иҫәптән 1/8 финалдың 1 матчы һәм 1/4 финалдың 1 матчы;
- 1980 йылғы Европа чемпионаты матчтары.
- Европа чемпиондары кубогы финалдары:
- 1965: «Интернационале» — «Бенфика»;
- 1970: «Фейеноорд» — «Селтик».
- УЕФА чемпиондары лигаһы финалдары:
- 2001: «Бавария» — «Валенсия»;
- 2016 йыл: «Реал Мадрид» — «Атлетико Мадрид». менән осрашыу.
Иҫкәрмәләр
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ SIRBeC (итал.)
- ↑ Президент «Милана»: «Старая арена „Сан-Сиро“ будет снесена». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2019. Архивировано 24 июнь 2019 года.