Олимпия стадионы (Стамбул)
Дөйөм мәғлүмәттәр
Стадион XXIX Олимпия уйындарын үткәреүгә дәғүә иткән Стамбулдың төп аренаһы булараҡ төҙөлә. Ҡаланың көнбайыш ситендә урынлашҡан. Олимпия стадионы Төркиәнең иң ҙур стадионы булып тора. Төҙөлөш 1999 йылда башлана һәм 2002 йылда тамамлана. Төркиәнең уйындарҙы үткәреүгә ғаризаһы уңышһыҙ була. Уйындар Пекинда үтә. Стадионды төҙөү 140 миллион долларға төшә.
Стадион Төркиәнең беренсе президенты Мостафа Кәмал Ататөрк исемен йөрөтә.
Төҙөлөшө
Стадионды төҙөү барышында 3 700 000 м3 ер алынған, 60 000 м3 бетон түшәлгән, 90 000 м² тротуар һалынған, 400 машинаға иҫәпләнгән туҡталҡа төҙөлгән[3].
2002—2005 йылдарҙа стадионда 80 597 тамашасы ҡабул ителә. Һуңыраҡ урындар һаны 76 092-гә тиклем кәметелгән.
2013 йылдың 14 июнендә стадион өсөн метро линияһы төҙөлә башлай.
Архитектураһы
Стадиондың ике ҡорос ҡыйығын (ауырлығы 2800 һәм 1300 тонна) Текфен фирмаһы Джейхан (Адана) заводында эшләй.
Көнбайыш түбәһе ярым ай формаһында, 196 метр оҙонлоҡтағы ике тимер-бетон бағана менән нығытылған тимер фермаларҙан тора.
Стадиондың 134 инеү һәм 148 сығыу ҡапҡаһы бар. 80 мең тамашасыны ҡабул итә ала, хәүеф тыуғанда уларҙы 7,5 минут эсендә эвакуациялау мөмкинлеге бар. Стадион менән ер аҫты тоннеле ярҙмында тоташтырылған ике күнекмә майҙансығы бар.
Стадиондың көнбайыш түбәһе аҫтында майҙаны 42 200 м² булған 6 ҡатлы (ер кимәленән 3 ҡат түбән) сауҙа үҙәге урынлашҡан.
Ҡулланыу
Хәҙерге ваҡытта стадионда спорт ярыштары һәм популяр коллективтарҙың концерттары уҙғарыла:
- 2005 йылдың 25 майында стадионда «Ливерпуль» и «Милан» командалары араһында УЕФА чемпиондары лигаһы финалы үтә, ул донъя футболы тарихында легендар матчтарҙың береһенә әүерелә.
- 2010 йылдың 6 сентябрендә стадионда «U2 360° туры» сиктәрендә U2 төркөмө концерты үтә. Концертҡа 54 278 тамашасы килгән.
Стадионда Төркиә йыйылма командаһы ҡайһы берҙә уйындарын үткәрә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лучшие футбольные стадионы Стамбула. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025. Архивировано 21 октябрь 2012 года.
- ↑ Atatürk Olimpiyat Stadi. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025. Архивировано 15 октябрь 2008 года.
- ↑ Tekfen Construction. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025. Архивировано из оригинала 6 ғинуар 2016 года.
Һылтанмалар
- Страница стадиона на Worldstadiums.com
- Официальный сайт Архивная копия от 19 февраль 2011 на Wayback Machine
- План стадиона Архивная копия от 18 июль 2014 на Wayback Machine