Олимпия стадионы (Амстердам)
Амстердамдағы олимпия стадионы (нидерл. Olympisch Stadion) — Нидерландтың Амстердам ҡалаһындағы мультиспорт стадионы, әлеге ваҡытта Олимпия музейы. Архитектор Ян Вилс проекты буйынса 1928 йылғы йәйге Олимпия уйындарының төп аренаһы булараҡ төҙөлә, Олимпия утын тоҡандырыу өсөн махсус кәсәһе төҙөлгән беренсе Олимпия стадионы. Һыйҙырышлығы — 31 600 тамашасы.
1996 йылға тиклем «Аякс» футбол клубының икенсе өй стадионы була, унда клуб мөһим матчтарын үткәрә (клубтың төп стадионы «Де Мер» стадионы була). Әммә 1996 йылда 51 мең тамашасыға иҫәпләнгән «Амстердам Арена» (2018 йылдан — «Йохан Кройф Арена») стадионы асылғас, клуб уны файҙаланмай башлай. 1972—1980 йылдарҙа «Амстердам» футбол клубының аренаһы. Футбол буйынса йыйылма команда матчтары үткәреү урыны булараҡ файҙаланыла.
Стадионда үткәрелгән ярыштар
1928 йылдың 30 майында стадионда Нидерланд йыйылма командаһы тәүге уйынын 1928 йылғы йәйге Олимпия уйындарының футбол буйынса турниры сиктәрендә Уругвай йыйылма командаһына ҡаршы үткәрә; матч 0:2 иҫәбе менән тамамлана. Стадионда һуңғы халыҡ-ара уйын 1989 йылдың 6 сентябрендә үтә, Дания йыйылма командаһына ҡаршы иптәштәрсә матч 0:2 иҫәбе менән тамамлана.
Стадионда футбол буйынса Европа кубоктарының финал турнирҙары ике тапҡыр үткәрелә. 1962 йылда «Бенфика» Европа кубогы финалында "Реал Мадрид"ды 5:3 иҫәбе менән еңә. 1977 йылда «Гамбург» кубок еңеүселәре кубогы финалында "Андерлехт"ты 2:0 иҫәбе менән ота. 1987 йылда Амстердам властары стадионды һүтеү тәҡдиме менән сығыш яһай, әммә һөҙөмтәлә уны архитектура һәм тарихи ҡомартҡы булараҡ һаҡлап ҡалырға ҡарар ителә. 1996 йылдан 2000 йылға тиклем реставрация эштәре үткәрелеү һөҙөмтәһендә 1928 йылғы күренеше ҡайтарыла.
Амстердам муниципалитеты һәм Нидерланд еңел атлетика союзы 2014 йылда еңел атлетика буйынса Европа чемпионатын үткәреүгә ғариза биреү вариантын ҡарай. Ул саҡта Олимпия стадионы чемпионаттың төп аренаһы булырға тейеш була, әммә һуңыраҡ 2014 йылға ҡабул итеүсе ҡала итеп Цюрих һайлана, ә Амстердамда 2016 йылғы Европа чемпионаты үткәрелә.
1975 йылдан стадион Амстердам марафонының финиш майҙансығы булараҡ ҡулланыла башлай. Старт майҙансығы стадионға инеү алдында, s108 (Stadionweg) ҡала магистраленең сара ваҡытында кәртәләнгән өлөшөндә урынлаша.
2014 йылдың 28 февраленән 2 мартына тиклем стадионда конькиҙа йүгереү спорты буйынса классик һәм спринтер күпбәйгеһендә Нидерландт чемпионаты үтә, уның өсөн стадион ваҡытлыса 400 метрлыҡ һырғалаҡ итеп үҙгәртелә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ OLYMPISCH STADION WORDT DE COOLSTE BAAN VAN NEDERLAND! | De Coolste Baan van Nederland. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2025. Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2013 года.