Олимпия стадионы (Барселона)

Льюис Компанис исемендәге олимпия стадионы (рус. Олимпийский стадион имени Льюиса Компаниса, исп. Estadio Olímpico Lluís Companys, кат. Estadi Olímpic Lluís Companys) — Барселоналағы 1927 йылда төҙөлгән мультиспорт стадионы, 1989 һәм 1992 йылдарҙа реконструкцияланған. 1992 йылғы йәйге Олимпия уйындарының төп аренаһы. Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Монтжуик ҡалҡыулығында урынлашҡан. Испанияла граждандар һуғышы йылдарында Каталония президенты булған Луиса Компаниса хөрмәтенә аталған. 1936 йылдан Барселонаның 1936 йылғы йәйге Олимпия уйындарын үткәреүгә дәғүә итеүе менән бәйле ул Олимпия стадионы тип атала башлай.

1997—2009 йылдарҙа Испанияның «Эспаньол» клубының төп стадионы. Испания һәм Каталония йыйылма командаларынан тыш, Андоррала ҙур футбол ареналары булмау сәбәпле, Андорра йыйылма командаһы стадионда йыш ҡына мөһим өй матчтарын үткәрә (Андорраның иң ҙур стадионы — «Коммуналь» стадионы — 1299 тамашасы һыйҙыра). Олимпия стадионында 55 926 тамашасы һыйҙырышлы, әммә 1992 йылғы Олимпия уйындарына 70 меңгә тиклем киңәйтелә.

Иҫкәрмәләр

  1. archINFORM (нем.) — 1994.

Һылтанмалаар

Тема буйынса өҫтәмә