Де Винсен велодромы
Де Винсен велодромы (рус. Велодром де Винсен, франц. Vélodrome Jacques Anquetil - La Cipale) — Париждан алыҫ түгел Венсен урманында урынлашҡан стадион[1]. Ул тәүҙә велодром булараҡ төҙөлә. 1900 йылғы йәйге Олимпия уйындарында төп спорт аренаһы була. 1924 йылғы йәйге Олимпиада ваҡытында унда велосипед ярыштары үтә.
Тарихы
1968—1974 йылдарҙа, 1974 йылда Елисей яланына күсерелгәнгә тиклем[2], стадионда "Тур де Франс"тың һуңғы этабы үтә.
Спорт комплексы велотректан һәм регби майҙансығынан тора. Бетон япмалы велодром өҫтәмә яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған, душлы алты кейем алмаштырыу бүлмәһе һәм ике мең урынлыҡ трибуна менән ҡуйылған. Оҙонлоғо — 500 м, киңлеге — 10 м, майҙаны — 5300 м². Регби майҙансығы — өҫтәмә яҡтыртыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған тәбиғи үлән майҙансығы, душлы алты кейем алмаштырыу бүлмәһе һәм 2 мең урынлыҡ трибуна. Оҙонлоғо — 100 м, киңлеге — 65 м, майҙаны — 6500 м²[3].
Ваҡыт үтеү менән, етәкселек 500 метрлыҡ бетон юлдың боҙола башлауын (ултырыуын һәм ярығын) асыҡлай. 2012 йылда реконструкцияны тормошҡа ашырыу өсөн автомобиль юлдарын төҙөүҙә һәм осоу-ултырыу һыҙаттарын ремонтлауҙа ҡулланылған технологияларҙы тормошҡа ашырыуҙа махсуслашҡан «Ingérop» төҙөлөш-инженер компанияһы йәлеп ителә. 2015 йылда эштәр уңышлы тамамлана[4]. Реконструкцияның һуңғы хаҡы 6 миллион евро тәшкил итә[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Коллектив авторов. Футбол. Энциклопедия / Штейнбах В. Л. — М: Человек, 2013. — С. 96. — 912 с. — ISBN 9785040560851.
- ↑ Vélodrome municipal Jacques Anquetil | 94 Citoyens (фр.), 94 Citoyens. 11 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Stade Velodrome Jacques Anquetil à Paris 12ème - sportenfrance.fr guide pratique du sport en France (фр.), Sportenfrance.fr. 11 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Le vélodrome Jacques-Anquetil respire de nouveau après trois ans de rénovation (фр.), Batiactu (7 juillet 2015). 11 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Mal rénovée, la Cipale reste hors piste (фр.), leparisien.fr (2013-06-20CEST07:00:00+02:00). 11 февраль 2018 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Велодром де Венсен — профиль на сайте Worldstadiums