Милли стадион (Пекин)

Пекин милли стадионы (рус. Пеки́нский национа́льный стадио́н, ҡыт. ғәҙәти 北京國家體育場, ябайл. 北京国家体育场, пиньин: Běijīng Guójiā Tǐyùchǎng), шулай уҡ «Ҡош ояһы» булараҡ билдәле (ҡыт. ғәҙәти 鸟巢 , ябайл. Niǎocháo) — 2008 йылғы йәйге Олимпиада өсөн булдырылған күп функциялы спорт комплексы, Олимпия паркында, йөҙөү комплексы эргәһендә урынлашҡан. Был стадионда спорт ярыштарынан тыш, 2008 йылғы Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары ла үткәрелә. Стадионды төҙөү 2003 йылдың декабрендә башлана, уның проекты Херцог һәм де Мёрон һәм Ли Синган етәкселегендәге Ҡытай архитекторҙары төркөмө тарафынан төҙөлә[1], Ли Синган һуңыраҡ Яньциндағы 2022 йылғы Олимпиада кластерының баш проектлаусыһы була. Стадион 2008 йылдың мартында асыла.

Стадионды төҙөү хаҡы 3,5 миллиард юань (был яҡынса 325 миллион евро(тәшкил итә.

2022 йылда стадионда XXIV ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары үткәрелә[2].

Конструкцияһы үҙенсәлектәре

Стадиондың тышҡы ҡиәфәте ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған. Стадион трибуналары бетон "ҡасә"гә урынлаштырылған. Был структураның өҫкө өлөшөндәге үрмә араһында этилентетрафторэтилен пленкалар һуҙылған, был япманың өҫкө өлөшөн барлыҡҡа килтерә. Япманың аҫҡы өлөшөндә политетрафторэтилен ҡулланылған. Был ике материал үтә күренмәле, ул трибуналарға ҡояш яҡтылығын үткәрә, шулай уҡ улар бик еңел. Ҡытайҙа стадион төҙөү өсөн яңы ҡорос маркаһы эшләнә, уларҙа сит ҡушылмалар бөтөнләй юҡ, шуға ла ҡорос элементтарҙы иретеп йәбештереүҙә ҡатмарлыҡ тыуҙыра.

Төҙөлөшө

Төҙөлөш нигеҙ ҡороуҙан башлана, уның нигеҙенә яҡынса 35 метр тәрәнлеккә бағаналар ҡағылғанған. Артабан бетон «кәсә» төҙөлә, һуңынан унда трибуналар ҡуйыла. Финанслау проблемалары арҡаһында төҙөлөш бер ни тиклем ваҡытҡа туҡтатылып тора. 2004 йылдың мартында эштәр яңы проект буйынса тергеҙелә. Яңы проект буйынса күсмә ҡыйыҡ ҡуйылмай, һөҙөмтәлә ун мең тоннанан ашыу ҡорос һәм 150 миллион доллар самаһы экономиялана.

Фотографиялар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Тянь Сяо. В гармонии с экологией // Китай. — 2021. — № 12. — С. 29—31.
  2. Олимпийский стадион Пекина-2022 и другие объекты зимней Олимпиады. Olympics.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2021. Архивировано 5 октябрь 2021 года.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар