Олимпия стадионы (Атланта)
Олимпия стадионы (ингл. Centennial Olympic Stadium) — АҠШ-тың Атланта ҡалаһында 1993—1996 йылдарҙа төҙөлгән күп маҡсатлы стадион, XXVI йәйге Олимпия уйындарының төп аренаһы. Ул саҡта 85 мең тамашасыға иҫәпләнгән. Олимпия һәм Паралимпия уйындарынан һуң «Тёрнер-филд» (ингл. Turner Field) бейсбол стадионы итеп үҙгәртеп ҡорола, әлеге ваҡытта һыйҙырышлығы — 50 096 тамашасы һәм «Атланта Брейвз» командаһының төп аренаһы булып тора.