Олимпия стадионы (Лондон)

Олимпия стадионы (рус. Олимпийский стадион в Лондоне, ингл. London Stadium, до 2016 года — Olympic Stadium) — Лондонда урынлашҡан күп маҡсатлы стадион, унда 2012 йылғы йәйге Олимпиада һәм Паралимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары һәм еңел атлетика ярыштары үткәрелгән. Спорт аренаһы Маршгейт-Лейнда, Стратфорд районында урынлашҡан. Төҙөлөш майҙансығы 2007 йылдан алып әҙерләнә, объект 2008 йылдың 22 майында төҙөлә башлай. Рәсми рәүештә 2012 йылдың 5 майында «Олимпиадаға тиклем 2012 сәғәт» лозунгыһы аҫтында асыла.

2013 йылдың 21 мартында Англия премьер-лигаһының «Вест Хэм Юнайтед» клубына киләһе 99 йыл дауамында «Олимпия» стадионында үҙ матчтарын үткәреү хоҡуғы бирелә[3].

Дизайны

Аренаның дизайнын «Попьюлос» архитектура бюроһы һәм сэр Питер Кук эшләй. Стадион проекты 2007 йылдың 7 ноябрендә баҫылып сыға.

Ойоштороу комитетының белдереүе[4]:

…80 000 урынлыҡ уникаль стадион, ул 2012 йылғы уйындарҙың төп майҙансығы буласаҡ, шул иҫәптән асыу һәм ябыу тантаналары үтәсәк. Уйындарҙан һуң стадион даими рәүештә 25 мең урынлыҡ майҙансыҡҡа, шулай уҡ арена спорттан тыш, аралашыу һәм белем биреүҙең функцияларын берләштереп, спортсылар өсөн яңы йортҡа әйләнәсәк…

Иҫкәрмәләр

  1. В Лондоне 9-летняя девочка открыла олимпийский стадион  (рус.), BBC News, НБН (10:15 6 мая 2012). 27 июль 2010 тикшерелгән.
  2. Construction cost of Stadium  (инг.). 27 июль 2010 тикшерелгән.
  3. West Ham set to end Olympic Stadium saga with 99-year deal (ингл.). The Guardian. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2017. Архивировано 12 август 2016 года.
  4. News: New era of stadium design begins with Olympic Stadium - London 2012 (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2008. Архивировано из оригинала 19 октябрь 2007 года. (недоступная ссылка — история)