Лос-Анджелес мемориаль колизейы

Лос-Анджелес мемориаль колизейы (рус. Мемориальный колизей Лос-Анджелеса, ингл. Los Angeles Memorial Coliseum) — АҠШ-тың Лос-Анджелес ҡалаһындағы спорт комплексы. 1923 йылда асыла һәм шунан алып Лос-Анджелес мемориаль колизейы донъяла иң ҙур спорт майҙансыҡтарының береһе булып тора. Был спорт комплексы донъяла ике Олимпиада (1932 йылғы йәйге Олимпия уйындары һәм 1984 йылғы йәйге Олимпия уйындары), ике Супербоул (I һәм VII), 1959 йылғы Донъя серияһы, папа мессаһы һәм АҠШ-тың өс президенты: Джон Ф.Кеннеди, Ричард Никсон һәм Рональд Рейган сығыш яһаған берҙән-бер ҡоролма булып тора. Шулай уҡ мемориаль колизейҙа 2028 йылғы йәйге Олимпия уйындары үтәсәк[1][2][3].

Тарихы

Колизейҙы аталы-уллы архитекторҙар Джон һәм Дональд Паркинсон проектлай. Ул башта Беренсе донъя һуғышы ветерандарын хөрмәт итеү урыны һәм һәйкәл итеп планлаштырыла (рәсми тантана тик 1968 йылда ғына үтә). 1921 йылдың 21 декабрендә нигеҙ һалыу тантанаһы үтә, 1923 йылдың 1 майында төҙөлөш тамамлана. Мемориаль колизей 1923 йылдың июнендә асыла һәм ул Лос-Анджелеста иң ҙур стадион була, унда 75 144 кеше һыйҙыра ала.

Бында 1932 йылғы йәйге Олимпиаданы асыу һәм ябыу тантаналары үтә. Стадион үлән хоккейы, гимнастика һәм конкур буйынса ярыштары үткәрелә. Был Олимпия уйындары алдынан стадиондың һыйҙырышлылығы 105 574 урынға тиклем арттырыла.

1984 йылда Лос-Анджелес 1984 йылғы йәйге Олимпия уйындарын ҡабул итә. 1984 йылғы йәйге Олимпия уйындары ваҡытында был стадион еңел атлетика буйынса ярыштар үткәреү урыны, шулай уҡ асыу һәм ябыу тантаналары үткәреү урыны була.

Өсөнсө тапҡыр мемориаль колизей 2028 йылғы йәйге Олимпия уйындарын ҡабул итәсәк[1] һәм стадион Олимпиаданы өс тапҡыр ҡабул иткән берҙән-бер стадион буласаҡ (Париж һәм Лондонда — өс уйында төрлө стадиондар).

Тәүге футбол уйыны бында 1923 йылдың 6 октябрендә үткәрелә. Уйын Помона колледжы һәм Көньяҡ Калифорния университеты командалары араһында үтә һәм һуңғыһы 23:7 иҫәбе менән еңә. Был спорт сараһын 12 836 кеше ҡарай[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Los Angeles Memorial Coliseum: The Story of an L.A. Icon  (инг.), Discover Los Angeles. 11 февраль 2018 тикшерелгән.
  2. Bible K., Wanamaker M., Medved H. Location Filming in Los Angeles. — Arcadia Publishing, 2010. — С. 31. — 130 с. — ISBN 9780738581323.
  3. Los Angeles Memorial Coliseum – Los Angeles Rams | Musco Sports Lighting | (ингл.). www.musco.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2018. Архивировано 11 февраль 2018 года.
  4. Coliseum History | LA Coliseum (ингл.). www.lacoliseum.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2018. Архивировано 9 август 2017 года.

Әҙәбиәт

  • Chris Epting. Los Angeles Memorial Coliseum. — Chicago: Arcadia Publishing, 2002. — ISBN 0-7385-2065-9.

Һылтанмалар