Олимпия стадионы (Берлин)

Олимпия стадионы йәки «Олимпиаштадион» (нем. Olympiastadion; МФА: oˈlʏmpi̯aˈʃtaːdi̯ɔn) — Берлиндағы стадион, «Герта» футбол клубының Һәм Германия йыйылма командаһының өй аренаһы, 74 064 тамашасы һыйҙырышлы[1]. Еңел атлетика ярыштарын ҡабул итә ала.

Тарихы

Тәүтарих

«Олимпиапарк» спорт комплексы (уның үҙәге хәҙер «Олимпиаштадион» стадионы) Беренсе донъя һуғышынан алда, Германия 1916 йылғы йәйге Олимпия уйындарын үткәреү хоҡуғын алған саҡта уҡ төҙөлә[2].

Төҙөлөшө

1933 йылда власҡа килгән Адольф Гитлер Грюневальд ипподромы эргәһендәге файҙаланылмаған майҙандарға иғтибар итә. Уның планына 86 000 урынлыҡ стадион, айырым хоккей стадионы, һыбай йөрөү өсөн манеж, йөҙөү бассейны һәм асыҡ спорт аренаһы, асыҡ театр төҙөү инә.

Олимпия стадионы архитектор Вернер Марх проекты буйынса 1936 йылда төҙөлә.

Асыу һәм 1936 йылғы йәйге Олимпиада

undefined

1936 йылда аренала Германия хөкүмәте тарафынан ойошторолған Олимпия уйындарын тантаналы асыу тантанаһы үтә, ул телевидение аша тура эфирҙа беренсе тапҡыр күрһәтелә. Бында 1936 йылғы йәйге Олимпия уйындарының төп ярыштары үтә (гандбол, ат спорты, еңел атлетика, поло, футбол, үлән хоккейы).

Артабанғы тарихы

1938 йылда стадионда Германияның футбол йыйылма командаһы Англия командаһынан 3:6 иҫәбе менән еңелә.

«Олимпиаштадион» Берлинды союздаш ғәскәрҙәр авиацияһы бомбаға тотҡанда ныҡ зыян күрә, әммә 1960-сы йылдар уртаһында уны яңынан төҙөйҙәр.

undefined

Стадион 1974 йылғы донъя чемпионаты өсөн реконструкциялана һәм төркөм этабында өс матч үткәрелә, барыһында Чили йыйылма командаһы ҡатнаша.

Германия берләшкәндән һуң, «Олимпиастадион» тағы ла немец футболы үҙәгенә әйләнә, хәҙер Германия кубогы финалы, элекке кеүек үк, һәр ваҡыт бында үткәрелә.

Майнхард Фон Геркандың архитектура бюроһы проекты буйынса 2006 йылғы донъя чемпионаты алдынан стадионға генераль реконструкция үткәрелә һәм 242 миллион евроға төшә. Бында иң мөһим матч — финал үтә.

2015 йылдың 6 июнендә стадионда УЕФА чемпиондары лигаһы финалы үтә[3], унда «Барселона» "Ювентус"ты 3:1 иҫәбе менән еңә.

Футбол буйынса 1974 йылғы донъя чемпионаты

Дата Раунд Матч Иҫәп
14 июнь 1974 1-се төркөм ФРГ — Чили 1:0 (0:0)
18 июнь 1974 1-се төркөм Чили — ГДР 1:1 (0:0)
22 июнь 1974 1-се төркөм Австралия — Чили 0:0

Футбол буйынса 2006 йылғы донъя чемпионаты

Дата Раунд Матч Иҫәп
13 июнь 2006 F төркөмө Бразилия — Хорватия 1:0 (1:0)
15 июнь 2006 B төркөмө Швеция — Парагвай 1:0 (0:0)
20 июнь 2006 A төркөмө Эквадор — Германия 0:3 (0:2)
23 июнь 2006 H төркөмө Украина — Тунис 1:0 (0:0)
30 июнь 2006 1/4 финал Германия — Аргентина 1:1 д.в. (1:1, 0:0) 4:2 пен.
9 июль 2006 Финал Италия — Франция 1:1 өҫ.в. (1:1, 1:1) 5:3 пен.

Футбол буйынса 2024 йылғы Европа чемпионаты

Стадионда футбол буйынса 2024 йылғы Европа чемпионатының бер нисә матчы, шул иҫәптән финалы үтә.

Еңел атлетика

undefined
  • Стадионда йыл һайын еңел атлетика буйынса ИААФ-тың алтын лигаһының бер этабы үтә, унда донъяның иң көслө еңел атлеттары ҡатнаша.
  • 2009 йылдың 15—23 авгусында еңел атлетика буйынса XII донъя чемпионаты үтә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Facts and Figures: Olympiastadion Berlin (ингл.). Официальный сайт стадиона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2025. Архивировано 27 апрель 2015 года.
  2. Prof. Ing. arch. Jaroslav Paroubek, CSc., Doc. Ing. arch. Arnošt Navrátil, CSc. Občanské stavby. Stavby pro tělovýchovu a sport. — Praha: Vydavatelství ČVUT, 2000 (1980). — 52 с. — ISBN 80-01-01834-2.
  3. Финалы для Берлина и Варшавы 2013 йылдың 9 июнь көнөндә архивланған.

Тема буйынса өҫтәмә