Олимпия стадионы (Хельсинки)

Олимпия стадионы (рус. Олимпийский стадион Хельсинки, фин. Helsingin olympiastadion, швед. Helsingfors Olympiastadion) — Финляндияның иң ҙур спорт аренаһы. Стадион Хельсинкиҙың тарихи үҙәгенән яҡынса ике саҡрым алыҫлыҡта Тёёлё районында урынлашҡан.

Футбол буйынса Финляндия йыйылма командаһының өй аренаһы булып тора. Йәй көндәрендә, спорт сараларынан тыш, стадионда музыкаль концерттар ҙа үткәрелә.

Тарихы

Олимпия стадионын төҙөү 1927 йылдың 11 декабрендә башланған тип иҫәпләйҙәр, ул саҡта Хельсинки ҡала властары башланғысы менән йәйге Олимпия уйындарын ҡабул итеүгә һәләтле спорт аренаһы төҙөү өсөн аҡса йыйыу маҡсатында фонд ойошторола. Стадион 1934 йылдың 12 февраленән 1938 йылдың 12 июненә тиклем төҙөлә. Ул архитекторҙар Ирё Линдгрен һәм Тойво Янтти тарафынан проектлана. Ул функционализм архитектура стиленең сағыу өлгөһөнә әүерелә, һыҙаттарының ябайлығы һәм уны уратып алған классик фин пейзажы: гранит ҡаялар һәм ҡарағай урманы менән органик берләшеүе менән айырылып тора.

Стадион 1940 йылда XII Олимпия уйындарын ҡабул итергә әҙерләнә, Японияның икенсе Ҡытай-Япония һуғышында ҡатнашыуы арҡаһында Токио башта уны ҡабул итеүҙән баш тарта. Әммә 1940 йылдың 2 майында халыҡ-ара олимпия комитеты донъяның ҡайһы бер илдәрендә иғлан ителгән хәрби хәл арҡаһында уйындарҙы туҡтатыу тураһында иғлан итә.

Ун ике йылдан һуң Хельсинки Олимпия стадионы 1952 йылда үткән XV йәйге Олимпия уйындарының төп аренаһы булып китә.

1990—1994 йылдарҙа стадионда капиталь реконструкция үтә, ә 2005 йылдың ҡыш-йәйендә яңыртыла: трибуналарҙың бер өлөшө өҫтөндә ҡыйыҡ һәм яңы яҡтыртыу системаһы ҡуйыла. 2016 йылда Хельсинки ҡалаһы заказы буйынса стадионда сираттағы капиталь ремонт башлана. Ремонт эштәрен башҡарыу подрядсыһы — «Skanska» компанияһы. Объект заказсыға 2020 йылдың 31 июлендә тапшырылған, ремонтҡа дөйөм алғанда 300 миллион евро тотонолған, ә дөйөм ремонт ваҡыты, проектлау этабын иҫәпкә алып, 11 йыл тәшкил иткән.

Олимпия стадионы комплексында фин спорт музейы урынлашҡан.

Стадионда үткән ярыштар

Olympia-1952.jpg
  • 1952 йыл. XV Олимпия уйындары.

1952 йылдың 19 июленән 3 авгусына тиклем үтә. Уйындарҙа донъяның 69 иленән 4 955 атлет (519 ҡатын-ҡыҙ һәм 4 436 ир-егет) ҡатнаша. 17 спорт төрө буйынса 149 комплект миҙал уйнатыла.

Иҫкәрмәләр

  1. First Division Clubs in Europe : Address List 2011/12 : [англ.]. — Artgraphic Cavin SA, CH-Grandson, 2011. — P. 37.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә