Мельбурн Крикет Граунд
«Ме́льбурн Крикет Граунд» (Эм Си Джи) (ингл. Melbourne Cricket Ground (MCG), шулай уҡ ябайлаштырып «Джи» тип йөрөтөлә (ингл. The G)) — күп маҡсатлы стадион, Австралияның Мельбурн ҡалаһындағы Олимпия паркында урынлашҡан. 100 024 тамашасыны һыйҙыра. Был донъялағы иң ҙур крикет стадионы, Австралияның иң ҙур стадионы һәм һыйҙырышлығы буйынса донъяла 10-сы урынды биләй (2017 йылдың апреленә ҡарата). 1956 йылда үткән йәйге Олимпия уйындарында төп спорт аренаһы була.
Тарихы
1853—1854 йылдарҙа Мельбурн крикет клубы майҙаны булараҡ төҙөлгән, тәүҙә 6 мең тамашасы һыйҙырышлы була. 1884 йылда ағас ҡоролмаларҙы янғын юҡҡа сығарғас, яңынан таштан төҙөлә, 1897 йылға 9 мең тамашасы һыйҙыра ала, ә 1900 йылда Австралияла яһалма яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған беренсе стадион була. Әммә тамашасы урындарын арттырыу кәрәк булғас, 1904 йылдан башлап стадионға ағас трибуналар яңынан өҫтәлә башлай, 1912 йылға арена 20 000 тамашасыны һыйҙыра, 1937 йылда реконструкциянан һуң 31 000 урынға тиклем киңәйтелә.
1956 йылда стадионда йәйге Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары, шулай уҡ еңел атлетика һәм футбол буйынса Олимпия ярыштарының бер өлөшө үтә. Стадион уйындар өсөн махсус рәүештә яңыртыла, уның һыйҙырышлығы 120 мең урынға тиклем арттырыла.
1967, 1985, 1992 һәм 2002—2005 йылдарҙа спорт аренаһында тағы ла реконструкциялар үткәрелә. 2000 йылда Сиднейҙағы Олимпия уйындарында футбол буйынса турнир үткәреү ареналарының береһе була.
Спорт сараһына килеү буйынса рекорд 1970 йылда теркәлә, ул саҡта Австралия футболы буйынса милли беренселектең финал матчына 121 696 тамашасы йыйыла, әммә рәсми булмаған абсолют рекорд 1959 йылдың 15 мартында теркәлә, ул саҡта стадионда дин әһеле Билли Грэмдың вәғәзенә 130 000 самаһы кеше йыйылған.
Әлеге ваҡытта стадион Австралияның крикет һәм футбол буйынса милли йыйылма командаларының өйҙәге матчтарын үткәреү урыны, шулай уҡ бер крикет һәм дүрт футбол клубының (Австралия футболы) өй аренаһы булып тора.