Олимпия стадионы (Мехико)

Олимпия стадионы (исп. Estadio Olímpico Universitario), шулай уҡ Олимпико Университарио тип тә йөрөтөлә — Мексиканың Мехико ҡалаһындағы стадион. 1950 йылда төҙөлгән.

Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә, Мексика милли университеты кампусы территорияһында урынлашҡан. 1952 йылда асылғанда ул 72 мең тамашасы һыйҙырышлы була һәм Мексиканың иң ҙур стадионы иҫәпләнә. Стадиондың архитекторҙары — Аугусто Перес Паласиос, Рауль Салинас һәм Хорхе Хименес Браво Моро.

1968 йылда стадион 1968 йылғы йәйге Олимпия уйындарының төп аренаһы була. Уйындар өсөн, МОК талаптарына ярашлы, аренаның һыйҙырышлығы 70 меңдән 83 700 урынға тиклем арттырыла. Стадионда уйындарҙы асыу һәм ябыу тантаналары, шулай уҡ еңел атлетика, ат спорты ярыштары һәм футбол буйынса олимпия турнирының бер төркөм матчтары үтә. Олимпия уйындары сиктәрендә йүгереү дисциплиналары буйынса ярыштарҙа стадион эсендә синтетик полиуретан япма — Tartan track ҡулланыла, ул хәҙерге ваҡытта еңел атлетика ярыштары өсөн ғәҙәти.

1986 йылда стадион футбол буйынса донъя чемпионатының дүрт матчын, шул иҫәптән төркөм этабында Аргентина йыйылма командаһының (турнир еңеүселәре) ике матчын үткәреү урыны була.

Хәҙер стадион «УНАМ Пумас» футбол клубының өй аренаһы, шулай уҡ америка футболы буйынса университет командаһының өйҙәге матчтарын үткәреү урыны булып тора.