Уайт Сити (стадион)
«Уа́йт Си́ти» (ингл. White City Stadium) — Лондон стадионы, Бөйөк Британияла. 1908 йылғы йәйге Олимпия уйындарын үткәреү өсөн махсус төҙөлгән. 1966 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты үткән һигеҙ стадиондың береһе[1].
Тарихы
Стадионды төҙөү 1907 йылда башлана һәм 1908 йылда тамамлана. Олимпиаданы үткәреү хоҡуғы, Рим үҙенең финанс йөкләмәләрен үтәй алмағас һәм халыҡ-ара турнирҙы үткәреү хоҡуғынан мәхрүм ителгәс, Италиянан Бөйөк Британияға күсә. Лондондағы был ҡоролма 140 акр ерҙә төҙөлә һәм һарайҙар һәм күргәҙмә биналары комплексынан тора, уларҙы күпселеге аҡ тышҡы ҡиәфәттә булғанлыҡтан «Аҡ ҡала» тип атала.
1908 йылғы йәйге Олимпия уйындары ваҡытында был стадионда еңел атлетика, футбол һәм велоспорт буйынса ярыштар, шулай уҡ беренсе заманса марафон ярыштары үтә.
ОЛимпия уйындары үткәрелгәндән һуң, 1927 йылға тиклем стадион һирәк ҡулланыла. Ошо йылда Greyhound Автомобиль уҙыш ассоциацияһы уҙыштар үткәрә башлай. Бында шулай уҡ регби, бокс, еңел атлетика буйынса ярыштар ойошторола. 1980 йылға стадионда тик эттәр ярышы өсөн генә тиерлек файҙаланыла.
1984 йылда уны һүтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. был стадионда үткән һуңғы сара — 1984 йылдың 22 сентябрендә эттәр ярышы була[2][3][4]. «Уайт Сити» стадионы күп йылдар дауамында Бөйөк Британияның иң ҙур стадиондарының береһе була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Коллектив авторов. Футбол. Энциклопедия / Штейнбах В. Л. — М: Человек, 2013. — С. 833. — 912 с. — ISBN 9785040560851.
- ↑ White City Stadium - The Stadium Guide (ингл.). www.stadiumguide.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2025. Архивировано 26 июнь 2017 года.
- ↑ History of the white city site. bbc.co.uk (11 май 2004). Архивировано 13 август 2012 года.
- ↑ White city stadium (ингл.). speedwayandroadracehistory. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2025. Архивировано из оригинала 21 ғинуар 2018 года.