Ацтека

«Ацте́ка» (исп. Estadio Azteca, «эста́дио асте́ка») — донъялағы иң ҙур футбол стадиондарының береһе, Мексиканың баш ҡалаһы Мехико ҡалаһында урынлашҡан. Һыйҙырышлылығы — 83,264 тамашасы[1]. Ул Латин Америкаһында иң ҙур стадион, донъяла бишенсе урында тора һәм футбол ярыштары өсөн махсус иҫәпләнгән стадион. «Ацтека» диңгеҙ кимәленән 2200 метрҙан ашыу бейеклектә урынлашҡан[2]. Футбол буйынса донъя чемпионатының ике тапҡыр хәл иткес матчын ҡабул иткән ике стадиондың береһе (икенсеһе Бразилияның «Маракана» стадионы).

Тасуирламаһы

Ацтека футбол буйынса ике донъя чемпионаты (1970 һәм 1986 йылдарҙа) үткән берҙән-бер стадион (2014 йылға тиклем[3]). Тап ошо стадионда Бразилия йыйылма командаһы 1970 йылда Пеле етәкселегендә өсөнсө тапҡыр донъя чемпионатында еңә.

Ацтека шулай уҡ 1968 йылда Мехикола үткән йәйге Олимпия уйындары ареналарының береһе һәм футбол ярышының төп стадионы.

Ацтека — Мексиканың төп стадионы, бында милли йыйылма команда 1966 йылдан үҙ уйындарын үткәрә.

Конструкцияһы үҙенсәлектәре

Стадион тыштан тәпәш күренә, сөнки уйын майҙаны урам кимәленән 9 метр түбәнерәк урынлашҡан[4]. Стадион, командалар тигеҙ шарттарҙа булһын өсөн, ҡояш уйын майҙанына перпендикуляр төшөрлөк төҙөлгән[4].

Рекордтар

  • Футбол: 119 853 тамашасы, Мексика—Бразилия, иптәштәрсә матч, 7 июль 1968 йыл[5].
  • Бокс: 132 247 тамашасы, Хулио Сесар Чавес—Грег Хоген, 20 февраль 1993 йыл[6].
«Ацтека» панорамаһы
«Ацтека» панорамаһы

Иң ҙур ярыштар

Иҫкәрмәләр

  1. Estadio Azteca (исп.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2021. Архивировано 29 июнь 2021 года.
  2. Estadio Azteca - A little closer to the gods (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
  3. Финал ЧМ-2014 в Бразилии во второй раз пройдет на «Маракане»; однако, решающий матч ЧМ-1950 формально финалом не был, так как звание чемпиона было разыграно в тот раз по круговой системе.
  4. 1 2 Estadio Azteca: Infografías (исп.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
  5. El Monumental le gana a la Bombonera como estadio más emblemático (исп.) (12 апрель 2013). Архивировано из оригинала 27 июнь 2013 года.
  6. Estadio Azteca (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2013. Архивировано 23 апрель 2016 года.

Категориялар