Диего Армандо Марадона (стадион, Неаполь)

«Стадио Диего Армандо Марадона» (итал. Stadio Diego Armando Maradona), тәүҙә «Стадио Сан-Паоло» (итал. Stadio San Paolo) — Италияның Неаполь ҡалаһында урынлашҡан 54 700 тамашасы һыйҙырышлы күп маҡсатлы стадион. Ул — «Наполи» футбол клубы стадионы һәм 1984—1991 йылдарҙа командала уйнаған билдәле футболсы Диего Марадона исемен йөрөтә.

Төҙөлөү тарихы

1942 йылда Икенсе донъя һуғышы барышында бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә «Джорджо Аскарелли» стадионы емерелә һәм ҡалала яңы стадион төҙөү кәрәклеге барлыҡҡа килә. 1953 йылда яңы арена — 90 мең кеше һыйҙырышлы тимер-бетон ҡоролма төҙөлә башлай. Символик нигеҙ ташын Италия премьер-министры Де Гаспери Альчиде һала.

Стадион ете йыл самаһы төҙөлә һәм 1959 йылда асыла, «Stadio del Sole» («Ҡояш стадионы» тип тәржемә ителә) исемен ала, әммә йыш ҡына рәсми булмаған рәүештә Неаполь ҡалаһы сите исеме менән «Фуригротта» тип атала[1]. 1960 йылда унда Олимпия турнирының бер нисә уйыны үтә. Төҙөлгәндән һуң ул 80 меңгә яҡын тамашасы һыйҙыра ала. 1963 йылда ул Урта диңгеҙ уйындары үткәреү майҙансыҡтарының береһе була һәм апостол Павел хөрмәтенә «Сан-Паоло» тип үҙгәртелә[2].

1968 йылғы Европа чемпионатында итальяндар Сан-Пауло стадионында СССР командаһын еңә.

Реконструкция һәм спорт саралары

undefined

1989 йылда донъя чемпионаты алдынан стадион яңыртыла. Уның һыйҙырышлылығы 60 240 урынға тиклем арта, был Миландағы Джузеппе Меацца һәм Римдағы Олимпия стадионынан ҡала Италияла өсөнсө урында тора.

Төрлө йылдарҙаа стадионда The Rolling Stones, U2, Заппа Фрэнк, Coldplay, Imagine Dragons һәм башҡа популяр башҡарыусыларҙың музыкаль концерттары үткәрелә[3].

Марадона хөрмәтенә үҙгәртеү

2020 йылдың 26 ноябрендә стадионға бер көн элгәре вафат булған «Наполи» легендаһы Диего Марадона (1960—2020) исеме бирелеүе тураһында иғлан ителә[4]. Был башланғысты ҡала мэры Луиджи Де Магистрис һәм клуб президенты Аурелио Де Лаурентиис тәҡдим итә. Стадиондың исеме рәсми рәүештә 4 декабрҙә үҙгәртелә[5][6][7][8][7].

Иҫкәрмәләр

  1. Stadio San Paolo (итал.). Società Consulenza e Assistenza Impiantistica Sportiva (2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025. Архивировано 31 ғинуар 2021 года.
  2. Perché si chiama “Stadio San Paolo”? (итал.). Archistadia (2 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2020 года.
  3. Pino Daniele allo Stadio San Paolo: il concerto del 98 (билдәһеҙ). www.mascalzonelatino.altervista.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025.
  4. Стадион «Наполи» будет переименован в честь Диего Марадоны Архивная копия от 26 ноябрь 2020 на Wayback Machine (рус.)
  5. Стадион «Наполи» официально получил имя Диего Марадоны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2020 года.
  6. Official: Stadio Diego Armando Maradona (ингл.). football-italia.net (4 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2020 года.
  7. 1 2 Comunicato SSC Napoli su Stadio Diego Armando Maradona (итал.). «Наполи» (4 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2020 года.
  8. De Magistris dopo la riunione di Giunta: intitolato lo stadio a Diego Armando Maradona (итал.). Муниципалитет Неаполя (4 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025. Архивировано 4 декабрь 2020 года.

Тема буйынса өҫтәмә