Парк де Пренс
«Парк де Пренс» (франц. Parc des Princes — принцтар паркы) — Францияның баш ҡалаһы Париждағы футбол стадионы. Һыйҙырышлығы — 47 929 тамашасы. «Пари Сен-Жермен» клубының аренаһы.
Тарихы
1897 йылда төҙөлгән. Төҙөлөш 5 йыл дауам итә.
Арена тәүҙә велодром булараҡ төҙөлә, уның беренсе директоры — велосипедсы һәм «Тур де Франс»ҡа нигеҙ һалыусы Анри Дегранж. Бында 1903 йылдан алып 1967 йылға тиклем "Тур де Франс"тың финиш этаптары үтә[2]. 1972 йылда стадион реконструкциялана, һәм велодромды һүтәләр.
1998 йылға тиклем, 1998 йылғы донъя чемпионаты өсөн Париж ҡалаһы янындағы Сен-Дени ҡалаһында «Стад де Франс» стадионы төҙөлгәнгә тиклем, «Парк де Пренс» Франция йыйылма командаһының өй матчтары өсөн төп стадион була.
"Парк де Пренс"та 1960 һәм 1984 йылдарҙағы Европа чемпионатының финал уйындары, шулай уҡ 2016 йылғы Европа чемпионаты матчтары үтә. Клуб кимәлендә УЕФА чемпиондары лигаһының өс финалы (1956, 1975 һәм 1981) һәм Кубок еңеүселәре кубогының ике финалы (1978 һәм 1995) үткәрелә.
Футболдан тыш, стадионда даими рәүештә регби матчтары ойошторола, уларҙа Франция йыйылма командаһы ла ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Alberto Navarro. The lowdown on the Parc des Princes (ингл.). realmadrid.com. Real Madrid CF (21 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2025. Архивировано 29 июнь 2020 года.
Һылтанмалар
- Официальный сайт Архивная копия от 12 октябрь 2007 на Wayback Machine
- Профиль стадиона Парк де Пренс на allstadium.org
Ҡалып:Стадионы чемпионата мира по футболу 1938 Ҡалып:Стадионы чемпионата мира по футболу 1998 Ҡалып:Чемпионат Европы по футболу 2016
Ҡалып:Стадионы финалов Кубка обладателей кубков УЕФА
Ҡалып:Стадионы чемпионата Франции по футболу Ҡалып:Спортивные сооружения летних Олимпийских игр 2024