Олимпия паркы (Сочи)

Олимпия паркы (рус. Олимпийский парк (Олимпийская деревня)) — йәмәғәт зонаһы һәм Сочи ҡала округының иҫтәлекле урыны, 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарының төп комплекслы объекты һәм Рәсәйҙә футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионатын үткәреү урындарының береһе.

Сириус ҡала тибындағы ҡасабаһының ҡала округында, Имеретин уйһыулығында, Ҡара диңгеҙ ярында урынлашҡан.

Олимпия паркында шайбалы хоккей, тиҙлектә шыуыу, шорт-трек, фигуралы шыуыу, керлинг буйынса ярыштар үткәрелә, шулай уҡ XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары үткәрелгән төп спорт объекттары урынлашҡан. Олимпия паркы объекттарын төҙөү Ҡышҡы Олимпиадаға әҙерлек барышында башҡарыла[1]. Тау кластеры Красная Поляна ҡасабаһы районында, Мзымта йылғаһы тарлауығы буйында урынлашҡан[2].

Ҡыҫҡаса тасуирлама

Төҙөлөш 2007 йыл аҙағында башлана, бөтә төп эштәр 2013 йылда тамамлана. Олимпия паркы спорт ярыштары үткәреү өсөн ҡоролмалар комплексы, шулай уҡ Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу, йәшәү (Олимпия ауылының бер өлөшө) һәм күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән төрлө инфраструктура объекттары, Олимпия паркы территорияһында булған кешеләрҙең йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн транспорт объекттары булып тора. Спортсылар, Халыҡ-ара олимпия комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм олимпия ғаиләһенең башҡа ағзалары өсөн төп олимпия ауылы парктан «Роза Хутор» курортына күсерелә.

Олимпия паркының иң төп бинаһы — «Фишт» стадионы. унда XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары үтә. Ҡышҡы Олимпиада ваҡытында стадиондың һыйҙырышлығы 40 мең тамашасы тәшкил итә. Олимпия уйындарынан һуң «Фишт» стадионы 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреү өсөн яңынан төҙөлә, уның һыйҙырышлылығы 47 659 тамашасыға тиклем арттырыла.

Яр буйы кластерының башҡа бөтә спорт ҡоролмалары — боҙҙа ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән ареналар. Олимпия паркында шулай уҡ Айсберг спорт һарайы, Шайба боҙ аренаһы, конькиҙа йүгереү өсөн ябыҡ үҙәк, керлинг өсөн арена, ике күнекмә аренаһы, олимпия ауылы, төп медиа-үҙәк, ҡунаҡханалар, ресторандар, хужалыҡ биналары һәм спорт ярыштарын ҡарау өсөн ҙур экрандар урынлашҡан.

Ҡышҡы Олимпия һәм Паралимпия уйындары үткәрелгәндән һуң айырым спорт ҡоролмалары һәм инфраструктура объекттары башҡа функцияларҙы үтәү менән бәйле үҙгәртелә һәм үҙгәртеп ҡорола.

Олимпия паркында автомобиль ярыштарын үткәреү өсөн Сочи автодромы төҙөлгән. Йыл һайын «Формула-1» ярыш этаптары — Рәсәй Гран-приһы үткәрелә.

2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан яңы ял зонаһы асыла. Олимпия ҡулсалары рәүешендә төҙөлгән майҙансыҡта урам йыһаздары, киске яҡтыртыу ҡорамалдары, үҫемлектәр ултыртылған. Үҙәктә Олимпия паркы макеты төшөрөлгән бронза стела ҡуйылған[3].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Прибрежный кластер. Оргкомитет Сочи 2014. — Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2011. Архивировано 26 февраль 2012 года.
  2. Горный кластер. Оргкомитет Сочи 2014. — Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2011. Архивировано 18 февраль 2012 года.
  3. Администрация Краснодарского края. На территории Имеретинской набережной Сочи открылись новая тематическая зона отдыха и арт-объект. www.admkrai.krasnodar.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2018. Архивировано 5 июль 2018 года.

Категориялар